ПАРКИНСОН СИРЕ
2. иҡт. Төрлө ил валюталарының бер-береһенә тиң нисбәте. □ Паритет (соотношение между денежными единицами различных стран). / Паритетный. Валюталар паритеты. Хаҡтар паритеты, һатып алыу мөмкинлегенең паритеты. Проценттар паритеты.
3. Илдәрҙең йәки уларҙың союздаштарының ҡоралланыуҙа һәм ҡораллы көстәрҙе үҫтереүҙә тиң хоҡуҡлылығы. □ Паритет (равенство стран или групп стран в области вооружённых сил и вооружений). Ҡаршы тарафтарҙың паритеты.
ПАРК [рус. < ингл. park] (Р: парк; И.: park; T: park, bahçe) и.
1. Йөрөр юлдары, сәскәлектәре, уйын аттракциондары булған ял баҡсаһы; ағас баҡсаһы. □ Парк (род большого сада или рощи для прогулок). / Парковый. Ял паркы. Фонтанлы парк. Паркта йөрөу. ■ Паркта халыҡ байтаҡ ине. Р. Байбулатов. Парктың икенсе башында, стадионда, футболсылар ҡала беренселеге өсөн ярыша. 3. Биишева. Парктағы йукәләр, имәндәр араһынан һарҡып сыҡҡан ҡояш нурҙары Ағиҙел аша ҡыя тартылған алтын ептәр шикелле һуҙылды. Ш. Янбаев.
2. Транспорт сараларының тора һәм ремонтлана торған урыны. □ Парк (место стоянки и ремонта транспортных средств). / Парковый. Автобус паркы. Трамвай паркы. М Өсөнсө эскадрильяла само-лёттар паркының төҙөклөк коэффициенты бутәндәгеләргә ҡарағанда юғарыраҡ. А. Мағазов. Ғайса сменанан ҡайтып, машинаһын ҡараштырып йөрөгәндә, парктыц баш механигы уның эргәһенә килеп, уны-бы-ны һорашып торҙо. Н. Мусин.
3. хәрби. Ғәскәрҙе һуғыш кәрәк-ярағы, ҡорал-ҡорамал менән тәьмин итә торған күсмә склад. □ Парк. / Парковый. ■ Львов эргәһенә барып еткәндә, артиллерия парктары, запас обоздар тағы ла куберәк осрай башланылар. А. Таһиров. Тимер юлдағы обоздар, артиллерия парктары паникаға төштөләр. Д. Юлтый.
4. махс. Теге йәки был халыҡ хужалығы тармағының, сәнәғәт әлкәһенең һ. б. етеш
тереү саралары, ҡорал-ҡорамалы. □ Парк (совокупность машин в хозяйстве, отрасли). / Парковый. Станоктар паркы. ■ Ул [Валентина] .. машина-трактор паркын файҙаланыу ҙағы етешһеҙлектәр һәм уларҙы бөтөрөу тураһында уҙенец тәҡдимдәрен әҙерләгәйне. Ә. Вәли. Төҙөуселәр нефть паркын әҙерләп маташа. Р. Солтангәрәев.
ПАРКЕТ [рус. < фр. parquet] (Р.: паркет; И.: parquet; T: parke) и.
1. йыйн. Ҡорамалап, ҡоршап түшәлә торған буялмаған ваҡ иҙән таҡтаһы. □ Паркет. / Паркетный. Ҡайын паркет. Ҡиҫәкле паркет. Паркет йәйеу. ■ Ҡарсыҡ, әллә ҡайҙан оҫталар килтертеп, иҙәндәрҙец паркетын ялтыратты, мейестәрҙе таҙарттырҙы. Ғ. Ғүмәр. Паркет иҙәнгә йомшаҡ келәм һуҙылған. Ғ. Хөсәйенов.
2. Шул таҡтанан түшәлгән иҙән. □ Паркет. / Паркетный. Паркетта бейеу. Паркетты йыуыу. Паркетты шымартыу.
ПАРКЕТЛЫ (Р: паркетный; И.: parquet, hardwood, parquetry; T: parkeli) c.
Паркет түшәлгән (иҙән тураһында). □ Паркетный. Паркетлы иҙән. Н [Неплю-ев] иркен, киц губернатор апартаментының паркетлы иҙәнен шығырлата баҫып тегеләй ҙә былай йөрөнә башланы. Ғ. Хөсәйенов.
ПАРКЕТСЫ (Р: паркетчик; И.: parquet layer; T: parkeci) и.
Паркет түшәүсе кеше. □ Паркетчик. Оҫта паркетсы. Паркетсылар яллау. Паркетсы вакансияһы.
ПАР КИЛЕҮ (пар кил-) (Р: быть парой; И.: bit, belong together; T.: denk gelmek) и.
Бер-береһенә тиң булыу. □ Быть парой, подходить друг другу. К Ниндәй пар килгәндәр! Бирһен, әйҙә, шат ғумерҙец оҙон, тынысын. Р. Ғарипов. [Хәбибулла бабай:] Ай, икегеҙ, икегеҙ, икегеҙҙец битегеҙ, икегеҙ ҙә пар килгәнһегеҙ. Р. Байбулатов.
ПАРКИНСОН СИРЕ (Р: болезнь Пар кинсона; И.: Parkinson’s disease; parkinsonism; Т.: Parkinson hastalığı) и. мед.
Йәрәхәт, мейе шеше, ағыуланыу, энцефалит кеүек сәбәптәр арҡаһында барлыҡҡа килеп, аяҡ-ҡулдарҙың ҡалтыраныу ы, мускул тонустарының көсөргәнешле булы
79