Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 80


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

ПАРҠЫЛДАҠ
уы, һеләгәй ағыу, мимика юҡлығы, хәрәкәт һәм телмәр һүлпәнлеге күҙәтелгән сир.
□ Болезнь Паркинсона. Паркинсон сире менән яфаланыу. Паркинсон сире симптомдары.
ПАРҠЫЛДАҠ (парҡылдағы) (Р.: дрозд-деряба; И.: thrush; T.: ökse ardıç kuşu) и. зоол. диал. ҡар. барҡылдаҡ.
1. Турғайҙар ғаиләһенә ҡараған сыбар буҙ төҫтәге урман ҡошо. □ Дрозд-деряба (лат. Turdus viscivorus). Парҡылдаҡ ояһы. Парҡылдаҡ йомортҡаһы.
2. миф. Яҙмыш ҡошо. □ Птица судьбы. Парҡылдаҡ ҡанаты менән им итеу.
ПАРЛАҠ [төрк.] (Р.: блестящий; И.: shiny; bright; T.: ışıltılı, parlak) c.
1. иҫк. кит. Ялтлап, балҡып торған.
□ Блестящий, сияющий, лучезарный.
■ Уныц [Ләйләнец] парлаҡ һәм һөйкөмле ике куҙе эскә батып, таный алмаҫлыҡ бер дәрәжәгә килде. М. Ғафури.
2. кусм. Бик яҡшы, иҫ киткес шәп. □ Замечательный, удивительный. Парлаҡ заман.
■ [Саяф] боронғоса, парлаҡ замандағыса, иштиһа менән һәр ике тәрилкәне ялт иттерҙе лә, вокзалдан менгәндәгесә, ҡулдарын ел тирмәне ҡанаттары кеуек һелтәй-һелтәй сығып та китте. С. Агиш.
ПАРЛАМЕНТ [рус. < фр. parlement] (Р: парламент; И.: parliament; T: parlamento) и.
1. Закон сығарыу хоҡуғына эйә булған иң юғары һайланма орган. □ Парламент. / Парламентский. Милли парламент. Парламент һайлауҙары. Парламент уҡыуҙары. Парламент реформалары. Парламент фракциялары. ■ [Шоғайыпов — Йәғә-фәровҡа:] Парламентҡа фәҡәт Һеҙҙец кеуек кешеләр утергә тейеш. Д. Исламов. Италия-ла парламент һайлауы булып уҙыуға ике ай тигәндә, ниһайәт, яцы хөкумәт составы формалаштырылды. «Башҡортостан», 30 апрель 2013.
2. Францияла Бөйөк француз революцияһына тиклем юғары суд органы.
□ Парламент (во Франции до 1789 г.: высший судебный орган).
ПАРЛАМЕНТАР [рус.] (Р: парламентарный; И.: parliamentarian; T: parlamenter) с.
Парламентаризмға нигеҙле. □ Парламентарный. Парламентар ил. Парламентар ҡоролош. Парламентар режим.
ПАРЛАМЕНТАРИЗМ [рус. < фр. parle-mentarisme] (Р.: парламентаризм; И.: parliamentarism, parliamentary system; T: parlamenter sistem) u.
Башында парламент (1) торған дәүләт системаһы. □ Парламентаризм. Парламентаризм системаһы. ■ Парламентаризмды камиллаштырыу һәм йәштәрҙе дәуләт төҙөлөшө мәсьәләләренә әуҙемерәк йәлеп итеу өсөн, БР Дәуләт Йыйылышы — Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы формалаштырылды. Р. Бикбаев. БР Дәуләт Йыйылышы — Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы .. Рәсәй йәштәр парламентаризмы уҫешенец тәуге ҡарлуғасы булды. «Йәшлек», 21 ноябрь 2009.
ПАРЛАМЕНТАРИЙ [рус. < нем. Раг-lamentarier] (Р.: парламентарий; И.: parliamentarian; T.: parlamenter, milletvekili) и.
Парламент ағзаһы. □ Парламентарий. Башҡортостан парламентарийҙары. Парламентарий булып китеу. ■ Асыҡтан-асыҡ тауыш биреу барышында 360 депутат ошо ҡарарҙы хупланы, 20 кеше ҡаршы тауыш бирҙе, бер парламентарий икеләнеу белдерҙе. «Башҡортостан», 11 апрель 2013.
ПАРЛАМЕНТЁР [рус. < фр. parlemen-taire] (Р.: парламентер; И.: truce envoy; bearer of a flag of truce; T.: parlamentocu) u.
Һуғышта дошман тарафына һөйләшеү өсөн ебәрелгән кеше. □ Парламентер. / Парламентёрский. Парламентёр ебәреу. Парламентер флагы. ■ Остапенконы аҡ флаг кутәртеп, парламентёр итеп ебәрҙеләр. И. Абдуллин. Алексашка төрөк парла-ментёрҙары яғына китеу менән, Бомбардир Алдарҙы саҡырып килтерергә кеше ебәрҙе. Н. Мусин.
ПАРЛАМЕНТЛЫ (Р: парламентский; И.: parliamentary; T.: parlamento) с.
Парламенты булған. □ Парламентский. Парламентлы ил. Парламентлы режим. Конституцион парламентлы монархия.
ПАРЛАНДЫРЫЛЫУ (парландырыл-) ҡ. төш. ҡар. парландырыу I, 1. страд, от
80