ПАРЛАУ
парландырыу I, 1. Парландырылған бесән. Парландырылған һалам. Парландырылған дөгө.
ПАРЛАНДЫРЫУ I (парландыр-) (Р.: запаривать; И.: steam, stew; T.: haşlamak) ҡ.
1. Парға, ҡайнар һыуға бешереп, йомшартыу. □ Запаривать. Мал аҙығын парландырыу. Малға һаламды парландырып биреү. Миндекте парландырыу. Ҡарабойҙайҙы парландырыу.
2. Парға өйләндереү. □ Превращать в пар.
3. Пар менән ҡаплатыу, боҫландырыу. □ Покрыть испариной. Көҙгөнө парландырыу. ■ Өрөп быяланы парландырып, тәҙрәгә бармағы менән «Зөфәр» тип яҙып, һағышланып торған әсә ишектең шапылда-уына тертләп китте. И. Абдуллин.
ПАРЛАНДЫРЫУ II (парландыр ) (Р: соединять в пару; И.: couple, pair; T: çiftlemek) к.
Парлы (II, 2) итеү. □ Соединять в пару, спаривать. Йәштәрҙе парландырыу. Балаларҙы парландырып теҙеү. Парландырып ҡуйыу.
ПАРЛАНЫУ I (парлан-) ҡ.
1. төш. ҡар. парлау 1. страд, от парлау 1. Парланған миндек. Парланған һалам. Парланған һоло. ■ [Ибраһим ағай:] Һеҙ миңә, ана ошо парланған һаламға ҡушып, һис юғында малдың йәнен алдатырлыҡ ҡына булһа ла он бирегеҙ, ә ҡалғанын мин үҙем белермен. Д. Исламов. Әллә туйғанға, әллә сейерәк булғанға, тире эсендәге парланып бешкән ит өтөлгән иткә ҡарағанда сөсөрәк һәм тәмһеҙерәк тойолдо. Я. Хамматов.
2. Пар сығарыу, пар бөркөү; боҫрау. □ Испаряться, превращаться в пар; подниматься клубами (о паре). Сәй парланып ҡайнай. Һыу парланып тора. ■ Өҫтәлдә парланып ултырған картуф еҫе танауҙы ҡытыҡланы. М. Ғиләжев.
3. Парлыға әйләнеү, пар менән ҡапланыу; боҫланыу. □ Покрываться испариной; запотевать. Тәҙрә парланыу. Көҙгө парланыу. Күҙлектең быялаһы парланыу. ■ Тәҙрә быялалары парланып, мәктәп эсе ҡараңғыланды. Ғ. Хәйри.
ПАРЛАНЫУ II (парлан-) ҡ. төш. ҡар. парлау II, 1, 2. страд, от парлау II, 1, 2. ■ Иртәнсәккәй тороп, тышҡа сыҡһам, ике кәкүк килә парланып. Халыҡ йырынан.
ПАРЛАНЫШЫУ (пар л а ныш-) ҡ. урт. ҡар. парланыу II. взаимн. от парланыу II. Парланышып йөрөү. Парланышып ултырыу. ■ Яһанған, биҙәнгән, йылмайған кешеләрҙең парланышып, бер-береһенә һыйынып йөрөүҙәре, йөҙҙәрендәге һөйөү һәм һөйөлөү асыҡлығы уның [Сергейҙың] татлы, әсе һағышын ҡуҙғытҡандан-ҡуҙғытты. И. Абдуллин. Ололарҙың ҡайһы берҙәре парланышып, йәштәр һымаҡ бейергә төшөп китте. Р. Байбулатов.
ПАРЛАУ I (парла-) (Р.: парить; И.: stew; steam; T.: haşlamak) ҡ.
1. Парға бешереү, пар менән бешекләү.
□ Парить, запаривать. // Парение, запаривание. Һалам парлау. Миндек парлау. ■ Был арала әсәйем ферманан ҡайтмай тиерлек. Һалам парлай, йыла бешерә. Яр. Вәлиев. [Сабир:] Уны [һаламды] күпме генә парлама, тоҙлама — барыбер бесән яһап булмай. Д. Исламов.
2. диал. Ҡайнатып йәки ҡайнар һыуға һалып, тәмен, шифаһын сығарыу; бешереү.
□ Заварить. Сәй парлау.
ПАРЛАУ II (парла-) (Р.: спаривать; И.: pair; T.: çiftlemek) ҡ.
1. Икеһен бергә килтереү, парлы итеү; ҡушарлау. □ Спаривать; ставить, класть и т. п. попарно, парами. Парлап егеү. Өҫтәлдәрҙе парлап ҡуйыу. ■ Юл буйы тулы парлап та, яңғыҙлап та еккән арбалар, кырандастар. Һ. Дәүләтшина. [Хәниф] привод өҫтөндәге түңәрәк таҡтаға менеп баҫҡан да, оҙон сыбыртҡыһын болғай-болғай, дүрт тәртәгә парлап егелгән аттарҙы ҡыуалай. И. Ғиззәтуллин. Парлап-парлап ҡына ат ектерҙем, елеп кенә үтһен тиеп тә. Халыҡ йырынан.
2. Ише менән бергә ҡушыу; ишен табып, берләштереү. □ Подбирать под пару, подбирать пару. Сынаяҡтарҙы парлау. Итектәрҙе парлап ҡуйыу. М [Егет — ҡыҙға:] Мә, [ҡатаның] икенсе һыңарын да алып килдем, парлап кейерһең. Әкиәттән.
81