Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 82


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

ПАРЛАШЫУ
3. Икеһен бергә берләштереү; ҡушарлау. □ Делать что-л. попарно. Парлап йырлау. Парлап бейеу. Парлап килеу. ■ Быныһы [Роза] бер аҙ өйләнде лә, парлап бейер өсөн, Рифатты саҡырҙы. Р. Байбулатов. [Фәхри:] Иртәгә Харисты ҡатыны менән парлап саҡырып, деуләтеп ҡунаҡ булып алырбыҙ. Б. Бикбай.
ПАРЛАШЫУ (парлаш-) (Р.: образовывать пару; И.: make a pair; T.: çiftleşmek) ҡ.
1. Икәү берләшеү; икәүләшеү. □ Образовывать пару, объединяться в пару; спариваться. Парлашып ҡайтыу. Парлашып килеу. М Ул [Хисмәтулла] уҙе кеуек йәш, ун биш-ун алты йәштәр самаһындағы егет менән парлашып эшләргә килеште. Я. Хамматов. [Хәсән], мул итеп йәшел бесән тейәлгән арбаға Зөлфиә менән парлашып ултырып, иртәнге сәғәт биш тулғанда, Боҙлояҙҙан сығып китте. Ф. Әсәнов. Нефтселәр хәҙер, байрамса кейенеп, парлашып, балаларын эйәртеп, киске ялға сыҡҡан. 3. Биишева.
2. Бер пар (ир менән ҡатын) булдырыу, пар булыу. □ Составлять пару, жениться. Ҡоҙаса менән парлашыу. S [Сәрби әбей:] Пар килеп торалар [улы менән Зөһрә], Хоҙайымдан булып, ғумерлеккә парлашһындар ине. Н. Мусин.
ПАРЛЫ I (Р: парной; И.: steamy; Т.: buğulu) с.
1. Пар, боҫ сығарып торған. □ Парной. Парлы аш. Парлы бутҡа. ■ Йәйләу сәскә, улән, парлы һөт, мал еҫе менән тулған. И. Абдуллин. Ала ҡарлы юлдан йугереп килгәндә, өшөп ҡып-ҡыҙыл булған аяҡтар уләндәр шыта башлаған парлы ҡара тупраҡта кинәнеп йылынып китә. 3. Биишева.
2. Эҫе, еүеш һауалы; эҫе ташлы. □ Парной, с паром. ■ Көндөҙгө эҫенән әлһерәгән, парлы мунсанан сыҡҡандай ҡыҙарған ҡояш, һуңғы нурҙарын Тәкәнәс тауы битенә һуҙып, алыҫтағы урмандар артына аҡрын ғына төшөп бара. Ғ. Лоҡманов.
ПАРЛЫ II (Р: парный; И.: twin, double; T.: ikili) с.
1. Икеһе ҡушарлы; ишле. □ Парный, чётный. Парлы әйберҙәр. Н Баҙлап куренгән парлы куҙҙәр ҙә ҡараңғылыҡта иренеләр.
Я. Хамматов. Ағиҙелкәйҙәрҙе кискәндә, парлы ғына ишкәк һынырмы? Халыҡ йырынан.
2. Икеһе бергә бәйле; ҡушар. □ Парный. / Пара. Парлы ҡунаҡ. ■ Этҡол ауылдың байҙарынан, куҙгә куренерлек урта хәлле крәҫтиәндәренән тағы ла утыҙ бишләп парлы кешене ҡунаҡ курергә саҡырҙы. Ғ. Дәүләтшин. Парлылар, парлашып, йылға буйына — өйәңкеләр янына китә. И. Ғиззәтуллин. Нурания, ус иткәндәй, парлы бейеуҙә гел бу тән менән тура килә. Р. Камал.
ПАРНА и. диал. ҡар. пар III. Ҡара парна. Сәсеуле парна. Таҙа парна.
ПАРНИК I (парнигы) [рус.] (Р: парник; И.: hotbed; seed-bed; T.: camlık) и.
Үрсетмә үҫтереү өсөн тәғәйенләнгән, яҡтылыҡ үткәреүсән материал менән ҡапланған йылы түтәл; йылытма (иртә яҙҙан йәшелсә уҫтереу өсөн). □ Парник. / Парниковый. Парникта йәшелсә уҫтереу. Парник яһау. Парник йәшелсәһе. Ике ҡыйыҡлы парник. ■ Өй тирәһендә рәт-рәт парниктар теҙелеп киткән, ишек алдына рамдар өйөлгән. Ф. Әсәнов.
ПАРНИК II (парнигы) [рус. | и. диал. ҡар. сәйгүн. Парникҡа сәй һалыу. Парникты йыуыу. ■ Хәкимйән, ыҡсым ғына тимер парнигын алып, уға сәй төшөрҙө, ниндәйҙер япраҡтар өҫтәне лә ҡайнар һыу ағыҙҙы. Н. Мусин.
ПАРОВОЗ [рус.] (Р: паровоз; И.: engine; steam-engine; railway engine; T.: lokomotif) и.
Тимер юлдан йөрөй торған пар двигателле локомотив. □ Паровоз. / Паровозный. Паровоз мейесе. Паровоз йөрөтөусе. Паровоз төтөнө. ■ Станция яғынан паровоз ҡысҡырғаны ишетелә. С. Агиш. Паровоз китәсә-ген белдереп ҡысҡырҙы. А. Таһиров. Шыш та пыш килеп, паровоз утеп китте. 3. Ураҡсин.
ПАРОГЕНЕРАТОР [рус] (Р: паро генератор; И.: steam generator; T: buhar jeneratörü) и.
Атмосферанан юғары баҫымлы пар етештерә торған аппарат; пар ҡаҙаны. □ Парогенератор. Электр парогенераторы. Сә-нәғәт өсөн тәғәйенләнгән парогенераторҙар. Технология процестарында парогенераторҙар ҡулланыу.
82