ПАРОХОД
ПАРОДИЯ [рус. < гр. parodia < para ‘ҡаршы’ + öde ‘йыр’] (Р.: пародия; И.: parody; T.: parodi) и.
1. Ниндәйҙер әҫәрҙе көлкөгә алып, шуға оҡшатып яҙылған әҫәр. □ Пародия. / Пародийный. Пародия алымы. Әҙәби пародия. Фильмға пародия. ■ Уларҙың [студенттарҙың] куңеле көр, яңы шиғырҙар, бер-береһенә пародиялар яҙалар, стена газетаһы сығаралар. М. Садиҡова. Ш. Бабичтың «Китабеннас»ына ингән пародия һәм эпиграммаларҙың байтағы ана шул сараға [һуҙ уйнатыуға] нигеҙләнгән. К. Әхмәтйәнов. Мәрәкәләшеу менән аралашҡан уйындар, пародияға, иронияға ҡоролған йолалар борон башҡорттарҙа ла булған, әлбиттә. Ә. Сөләймәнов.
2. кусм. Нимәнеңдер төп асылын боҙоп, тыштан ғына оҡшатҡан нәмә. □ Пародия. / Пародийный.
ПАРОДИЯСЫ (Р: пародист; И.: parodist; T.: parodici) и.
Пародия яҙыусы, пародия авторы, пародия башҡарыусы. □ Пародист. Пародиясы сығышы. Пародиясылар концерты. Билдәле пародиясы.
ПАРОДОНТОЗ [рус. < гр. par [а] + odus, odontos 4- -öszs] (Р: пародонтоз; И.: periodontosis; Т.: juvenil periodontitis) и. мед.
Теш һөйәгенең ашалыуы, теш итенең ше-шеүе һәм тештәрҙең ҡаҡшауы менән билдәләнгән дауамлы ауырыу. □ Пародонтоз. Пародонтоз симптомдары. Пародонтоздың барлыҡҡа килеу сәбәптәре. Пародонтоздан теш пастаһы.
ПАРОЛЬ [рус. < фр. parole ‘һүҙ’] (Р: пароль; И.: password; T: parola) и.
1. Йәшерен, шартлы һүҙ йәки нәмә (хәрби хеҙмәттә йәки йәшерен ойошмаларҙа уҙ кешеңде белеу өсөн ҡулланыла). □ Пароль. Пароль билгеһе. Пароль әйтеу. Паролде белеу. ■ Был алдан һөйләшеп ҡуйылған пароль икәнен Хисмәтулла һуңынан ғына аңланы. Я. Хамматов. Бағауылдар,.. осраған берәуҙе туҡтатып, пароль һорап, тикшереп уткәрергә тейеш. 3. Ураҡсин.
2. инф. Программаға һ. б. инеү мөмкинлеген алыу өсөн ҡулланыусы тарафынан инде
релгән символдар йыйылмаһы. □ Пароль. Пароль ҡуйыу. Паролде алмаштырыу. Дорөҫ пароль индереу.
ПАРОМ [рус.] (Р: паром; И.: ferry; Т: feribot) и. ҡар. борам.
һыу аша кеше, ылау сығарыу өсөн тәғәйенләнгән махсус яйланма. □ Паром. / Паромный. Үҙйөрөшлө паром. Паром менән сығыу. ■ Паромдан ярты саҡрымдар өҫтәрәк Ағиҙел аша купер һалынып ятҡаны куренә. Т. Килмөхәмәтов. Киевуҙә паром урынына ҙур бер кәмә генә йөрөй. Ғ. Лоҡманов. Паром йөрөтөусе Ғимади бабай һары сәсле, етеҙ хәрәкәтле кеше менән сал башын эйебе-рәк куреште лә паромға инергә ҡушты. Д. Исламов.
ПАРОМЕР [рус.] (Р: паромер; И.: steamconsumption meter; steam-flow meter; T: stimgeyç) и.
Эшкә тотонолған пар сығымын үлсәү приборы. □ Паромер. Паромер менән улсәу. Паромер курһәткесе.
ПАРОМСЫ (Р: паромщик; И.: ferry operator; T: feribot kullanan kimse) u.
Паром йөрөтөүсе эшсе. □ Паромщик. Паромсы булып эшләу. ■ Рәҡип артына әйләнде — паромсы ҡарттың тауышы ине был, яңы ғына килеп туҡтағайны. Р. Низамов.
ПАРОНИМ [рус. < гр. para ‘эргәлә’ + опута ‘исем’] (Р: пароним; И.: paronym; Т: aynı kökten gelen sözcük) и.
Әйтелештәре бер ни тиклем тап килеп, мәғәнәләре яғынан айырылған тамырҙаш һүҙҙәр (мәҫәлән, тәбәнәк — тәпәшәк, нәмә -нимә, тыуған (ил) — туған (тел). □ Пароним. Паронимдарға миҫал килтереу. Башҡорт телендә паронимдар. Паронимдарҙы тикшереу.
ПАРОТИТ [рус. < гр. parotitis para < ‘эргәлә’ + us (ötos ‘ҡолаҡ’] (Р: паротит; И.: parotitis, branks; T: parotidit) и. мед.
Ҡолаҡ төбөндәге биҙҙең шешеүе. □ Паротит. Киҫкен паротит. Паротит йоҡтороу.
ПАРОХОД [рус.] (Р: пароход; И.: steamboat; T: vapur) и.
Пар двигателе менән эшләгән карап. □ Пароход. / Пароходный. Диңгеҙ пароходы.
83