Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 84


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

ПАРОХОДСЫЛЫҠ
Йылға пароходы. Пароходта йөҙөү. ■ Китеүселәр, яҡын таныштары менән хушлашып, пароходҡа керә башланылар. М. Тажи. Күҙ күреме ергә тартылған зәңгәр киңлектә ап-аҡ пароходтар йөҙә. Н. Мусин. Пароход морононда йәнләнеу һиҙелде. X. Ғиләжев.
ПАРОХОДСЫЛЫҠ (пароходсылығы) (Р.: пароходство; И.: steamship-line; Т.: vapurculuk) и.
Пароход менән пассажирҙарҙы һәм йөктәрҙе ташыу эшенә идара итә торған ойошма. □ Пароходство. Пароходсылыҡта эшләү. Башҡортостан йылға пароходсылығы навигация миҙгелен асты.
ПАРСА I [фарс. (Р.: парча; И.: brocade; T.: simli kumaş) и.
1. Алтын, көмөш еп ҡушып һуғылған ебәк туҡыма. □ Парча. / Парчовый. Алтын парса. Парса камзул. В Суҡтай итеп кейенеп алған барсаһы, ебәге лә, сатины ла, парсаһы. М. Кәрим.
2. Тауарҙағы эре биҙәк. □ Крупный узор. Шәлдең парсаһы матур. ■ Аҡлы ситса күлдәгемдең ваҡ-ваҡ икән парсаһы. Бәйеттән. Французҡай яулыҡ, ай, парсаһы, башҡа яулыҡтарҙа булһасы, һеҙҙең генә кеүек уңған ирҙәр барса илдәрҙә лә булһасы. Халыҡ йырынан.
ПАРСА II [фарс. (Р: кусочек; И.: bit, piece; T: parça) и. кит.
Киҫәк, өлөш. □ Кусочек, часть чего-л. Парса-парса булып бүлгеләнеү. М Бер минут бар донъяһын ҡарғап ҡабынды уттарым, янды, көйҙө, парса-парса булды меҫкен күкрәгем. Ш. Бабич.
ПАРСА III (Р: миниатюра; И.: storiette; T: kisa hikâye) и. әҙ.
Фәһемле бер хәл-ваҡиғаны, күренеште йәки уй-фекерҙе образлы һәм йыйнаҡ итеп тасуирлаған кескәй жанр (күпселек парсаларға философик йөкмәткелек, афористик фекер хас). □ Миниатюра. Әҙәби парса. Парса яҙыу. И Парсалар тормошто күңелең аша сағылдырыуы менән ота. Ғ. Хөсәйенов.
ПАРСАЛЫ (Р: разноцветный; И.: motley; T: desenli) с. диал. ҡар. биҙәкле.
Биҙәге бар. □ Разноцветный, узорчатый, разрисованный, расписанный. Парсалы яулыҡ. Парсалы күлдәк кейеү.
ПАРТА [рус.] (Р.: парта; И.: desk; Т: sıra) и.
Белем биреү системаһында уҡыусылар өсөн тәғәйенләнгән эш өҫтәле. □ Парта. Парта артында ултырыу. Парта эшләү.
■ Ул [Ғилман] Юлдашты ҡултыҡлап үҙ яны -на, урта рәттәге иң беренсе партаға алып барып ултыртты. 3. Биишева. Рәис, һәр ваҡыттағыса, мейес эргәһендәге партала шымтайып ултыра. Н. Мусин.
ПАРТАЛАШ (Р: сосед по парте; И.: classmate; T: sınıf arkadaşı) и.
Бер нарта артында ултырыусы һабаҡташ.
□ Сосед по парте. Парталаш дуҫ. Парта-лаштан күсереү.
ПАРТАКТИВ [рус. партийный актив] (Р: партактив; И.: party activists; T.: parti liderleri) и.
1. Теге йәки был партия активы.
□ Партактив (орган). Партактив йыйылышы. Партактивтың киләһе ултырышы.
■ Ул [Дилә], ысынлап та, уҡытыусылар һәм партактив араһында иң йәш, иң бала кеше. һ. Дәүләтшина.
2. Партия етәкселәренең ултырышы.
□ Партактив (заседание). Партактивҡа йыйылыу. Партактив ҡарары.
ПАРТБИЛЕТ [рус. партийный билет] (Р: партбилет; И.: party-membership card; T: üyelik kartı) и.
Ниндәйҙер фирҡә ағзалығын раҫлаусы документ; партия билеты. □ Партбилет. Партбилет алыу. И Партбилетын күтәреп һуҡҡан мәлендә лә әле ул [Ғәлимә ] колхоздың киләсәгенә ышана ине. Т. Ғарипова. [Старшина] дүртеһенең дә бергәләшеп төшкән карточкаһын партбилеты эсендә йөрөтә, ти. И. Абдуллин.
ПАРТБЮРО [рус. партийное бюро] (Р: партбюро; И.: party governing body; T: politbüro) и.
Ниндәйҙер фирҡәнең тәүге ойошмаһында һайлап ҡуйыла торған етәксе орган; партия бюроһы. □ Партбюро. Партбюро ағзаһы. Партбюро ултырышы. Партбюро ҡара
84