ПАРТИТУРА
ры. Партбюро секретары итеп ҡуйыу. ■ Дияс Хатип улы .. ижтимағи фәндәр кафедраһының партбюро секретары була. «Йәшлек», 21 ғинуар 2010. Партбюро ултырышына тиклем Аҡсәсәк ялыу яҙған кешене куреп һөйләшергә булды. Ш. Янбаев.
ПАРТВЗНОС [рус. партийный взнос} (Р.: партвзнос; И.: party fee; T.: adaylık ücreti) и.
Фирҡә ағзаларының ай һайын түләй торған взносы; партия взносы. □ Партвзнос. Партвзнос туләу. ■ [Элиза] уның [Арсла-новтың] партвзнос туләмәуенә өс ай тулып килеуе тураһында иҫкәртергә генә ингән булып сыҡты. Д. Исламов.
ПАРТГРУПОРГ [рус. партийный групповой организатор} (Р.: партгрупорг; И.: party group organizer; T.: parti grubu başkanı) и. map.
Партгруппа етәксеһе. □ Партгрупорг. Партгрупорг һайлау. ■ Сабир курста партгрупорг, ә Кәбир — комсорг. Яр. Вәлиев.
ПАРТГРУППА [рус. партийная группа} (Р: партгруппа; И.: party group; T.: parti grubu) и. иҫк.
КПСС-тың тәүге ойошмаһының составына ингән партия төркөмө. □ Партгруппа. Партгруппа йыйылышы. Партгруппа ағзаһы.
ПАРТЕР I [рус. < фр. partem ‘ерҙә’] (Р: партер; И.: the pit; T.: parter) и.
1. Тамаша залының түбәнге ҡаты. □ Партер. Партерға билет алыу. Партерҙа ултырыу. В Ярым ҡараңғы партерҙа һәм балкондарҙа ултырыусы тамашасыларҙың йөҙҙәре ныҡлап куренмәгәнлектән, оялыу, ҡаушау һиҙелмәй. М. Садиҡова. Нурый менән Билал тиҙҙән асыласаҡ шаршауҙы ҡарарға партерға ингәндә, тыны бөтөп, Арслан килеп инде. А. Таһиров. Партер ҙа, бельэтаж да тамашасылар менән тулы. Ш. Янбаев.
2. Парктарҙың сәскә, ҡыуаҡ ултыртылған эре ағасһыҙ асыҡ урыны. □ Партер. Партерҙа йөрөу. Партерға сәскә ултыртыу.
ПАРТЕР II [рус. < фр. parterre] (Р: партер; И.: ground fighting; T: yer güreşi) и. спорт.
Көрәшсенең ятҡан йәки ике ҡулына таянған килеш тубыҡланып торған хәле. □ Партер.
ПАРТИЗАН [рус. < фр. partisan] (Р: партизан; И.: guerilla, partisan; T: partizan) и.
Дошман тылында һуғышҡан ирекле ғәскәр ағзаһы. □ Партизан. / Партизанский. Ҡарт партизан. Партизан булып йөрөу. Партизандар хәрәкәте. ■ Ҡуҙғалды халыҡ, уны хәҙер туҡтатырлыҡ тугел, полктар, партизан отрядтары йыйыла. Р. Байымов. Жандармдар партизандар өҫтөнө ҡара яу булып ябырылды. И. Ғиззәтуллин. [Рамазан] уратыңҡырап, уҙенең партизандар отрядынан килеуен аңлатырға кереште. Ә. Хәкимов.
ПАРТИЗАНЛЫҠ (партизанлығы) (Р: партизанщина; И.: guerilla warfare; T: partizanlık) и.
Үҙ аллы хәрәкәт иткән отрядтарҙың дошман тылындағы хәрәкәте, көрәше. □ Партизанщина; партизанство. Партизанлыҡҡа яҙыу. И [Бәҙерғол] уҙе лә .. карателдәрҙән бер нисә тапҡыр еңелеп, отрядтары тарҡалып, ваҡ төркөмдәргә буленеп, партизанлыҡ һуғышына кусә. Ғ. Хөсәйенов. Вәкилдең кәмһетеп ҡарауын тойоу менән, Әхмәттең партизанлыҡ хистәре өҫкә ҡалҡып сыҡты. И. Ғиззәтуллин.
ПАРТИЗАНЛЫҠ ИТЕҮ (партизанлыҡ ит-) (Р: партизанить; И.: be a partisan; Т.: partizan olmak) ҡ.
Партизандар хәрәкәтендә ҡатнашыу. □ Партизанить, заниматься партизанщиной. В Зәңгәр куктәге ҡыйғыр ҡош кеуек, кеше куңелендә иреккә талпынған азатлыҡ йыры хәҙер тауҙарҙа, партизанлыҡ иткән ерҙәрҙә, яңғыраған. Т. Килмөхәмәтов.
ПАРТИТУРА [рус. < ит. partitura] (Р: партитура; И.: sheet music; T.: partisyon) и. муз.
1. Күп тауыш өсөн тәғәйенләнгән музыка әҫәренең барлыҡ партиялары яҙылған ноталар йыйылмаһы. □ Партитура. Опера партитураһы. Фортепьяно өсөн партитура. ■ Мәҙинә уңайһыҙлана, уҙенә текәлгән хор коллективынан ояла, ҡулы ирекһеҙҙән икенсе партитураға урелә. Т. Ғарипова.
85