Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 86


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

ПАРТИЯ
2. Музыка әҫәренең бөтә партиялары яҙылған нота дәфтәре. □ Партитура. ■ Дирижёрҙың ҡулы партитураның һуңғы битен асты. Ғ. Хисамов.
ПАРТИЯ [рус. < фр. < лат. pars (partis) ‘өлөш, төркөм’] (Р.: партия; И.: party; Т.: parti) и.
1. сәйәси. Ижтимағи, сәйәси, иҡтисади, милли-мәҙәни, дини һ. б. мәнфәғәттәр уртаҡлығы нигеҙендә үҙ иректәре менән берләшкән кешеләр төркөмө; фирҡә. □ Партия (политическая организация). / Партийный. Сәйәси партия. Партия ағзаһы. Партия ҡарары. Партия йыйылышы. ■ Сәлимәне осратҡанға тиклем бала-сағалы булып, партияға инеп өлгөргән Саяф, әлбиттә, ғаиләһенән сығып китә алманы. Т. Ғарипова. Партияның район комитеты бюроһы бик һуң ғына тамамланды. Р. Низамов.
2. Ниндәйҙер маҡсат менән берләшкән йәки берләштерелгән кешеләр төркөмө. □ Партия (группа лиц, объединённых общностью интересов). / Партийный. Тикше-реуселәр партияһы. ■ Әйберҙәрен арбаға тейәгәс, Ғаффан Тәҡбиров,разведка партияһының начальнигы, эш башланыуын белдереп, тәуге бойороғон бирҙе. Н. Мусин. Мәскәуҙәнуны [Шнейдер ҡартты [геофизиктар партияһы менән Иҫәнбайға ебәргәндәр. И. Насыри.
3. Бер иш әйберҙәрҙең йәки бер категорияға ҡараған кешеләрҙең билдәле һандағы бер өлөшө. □ Партия (определённое количество какого-л. товара или людей). / Партийный. Бер партия тауар. Орлоҡтар партияһы. Компьютерҙар партияһы. ■ Берәр айҙан һуң быларҙың [Әхмәҙуллаларҙың] партияһын кейендерҙеләр, мылтыҡ та бирҙеләр. М. Ғафури. Буровойҙың 709-сы партияһы нефть фонтаны аҫтында байрам итмәне. А. Карнай. Автобустар партияһын һатып алыу өсөн аҡса Екатеринбург ҡалаһы бюджетынан буленгән. «Йәшлек», 22 март 2008.
4. му з. Күп тауышлы музыка әҫәренең бер йырсы йәки бер музыка ҡоралы тарафынан башҡарыла торған өлөшө; шундай өлөштөң ноталары. □ Партия. Скрипка
партияһы. Салауат партияһын башҡарыу. «Алтынсәс» операһынан партия.
5. Шахмат, шашкала баштан аҙаҡҡа тиклемге уйын. □ Партия (в игре). Бер партия шахмат уйнау. ■ Икенсе партияны Әфләтунов отто. Ә. Вәли. [Барый Шәкурович — Мәжиткә:] Әллә берәй партия [шахмат] һуғабыҙмы? В. Исхаҡов. Ике партия шахмат менән бер партия шашканан башҡа нәмә тәҡдим итә алмай ине ул [Сажидә]кешеләргә. Н. Мусин.
6. Никахҡа ниндәйҙер файҙа алыр өсөн инеү. □ Партия (выгодный брак). Уңышлы партия. ■ [Полина Сергеевна — иренә:] Ә ни эшләп беҙ Таняның был партияһына ҡаршы? Р. Камал.
ПАРТИЯЛЫ (Р.: партийный; И.: party member; T.: parti) с.
1. Партия ағзаһы булып торған. □ Партийный. Партиялы хеҙмәткәр. Партиялы кеше. ■ Көндөҙ сәғәт дурттәрҙә Ҡасим техникумдың партиялы ике уҡытыусыһын ашығыс рәуештә саҡырып килтертте. А. Таһиров.
2. Билдәле бер партия принциптарына ярашлы йәки мөнәсәбәтле. □ Партийный. ■ Яңы документта илдә куп партиялы сәйәси система булдырыу, президентты халыҡтың тауыш биреуе йомғаҡтарына ҡарап тәғәйенләугә кусеу кеуек етди уҙгәрештәр тәҡдим ителә. «Башҡортостан», 28 февраль 2012. [Ҡаҙнабаев:] Куп партиялы система булһа ла илдә, беҙҙә Коммунистар партияһы бар бит әле. Д. Бүләков.
ПАРТИЯЛЫЛЫҠ (партиялылығы) (Р: партийность; И.: party membership; T.: parti-lilik) и.
1. Билдәле бер партияға ҡарағанлыҡ. □ Партийность. ■ [Ғәҙел] һәр осраҡта ла ғәйепле ҡалыр, хатта уның партиялылығы хаҡында һуҙ сығыр: коммунистың бер гонаһы ла юйылмай, тигән куҫәк кутәрерҙәр. Т. Сәғитов.
2. Билдәле бер партия принциптарына һәм мәсьәләләренә ярашлылыҡ. □ Партийность. Матбуғаттың партиялылығы. Әҙәбиәттең партиялылығы. ■ [Менәуәрә:] Һаман партияға инмәй йөрөй уҙе [Сыңғыҙ], куп
86