ПАРФЮМЕРИЯ
партиялылыҡ булғас, һайлап инермен үҙемә оҡшағанына, ти. Г. Яҡупова.
ПАРТИЯҺЫҘ (Р.: беспартийный; И.: non-party; T.: partisiz) с.
1. Партияла ағза булып тормаған.
□ Беспартийный, непартийный. Партияһыҙ кеше. Партияһыҙ эшсе. Партияһыҙ граждандар. ■ Ай ярым эшһеҙ ятҡандан һуң, уны [Билалды] партияһыҙ крәҫтиәндәр конференцияһын үткәрергә ебәрәләр. «Ағиҙел», №9, 2011.
2. Партия принциптарына мөнәсәбәтһеҙ.
□ Беспартийный. Партияһыҙ сәйәси көстәр. Партияһыҙ ижтимағи ойошмалар.
ПАРТКАБИНЕТ [рус. партийный кабинет] (Р.: парткабинет; И.: Party educational centre; T.: parti eğitim merkezi) и. map.
КПСС комитеттары янындағы сәйәси мәғариф кабинеты. □ Парткабинет. Фабрика парткабинеты. Колхоз парткабинеты. Парткабинетҡа саҡырыу.
ПАРТКОМ [рус. партийный комитет] (Р: партком; И.: Party committee; T.: Merkez komite) и.
1. Тәүге партия ойошмаһында һайлап ҡуйылған етәксе орган; партия комитеты. □ Партком. Партком ултырышы. И Партком секретары йөҙөнә бер аҙ етдилек билдәләре сығарҙы. Ғ. Аллаяров. Баязитов кадрҙар хаҡында партком секретары менән һәр саҡ кәңәшләшә. Р. Солтангәрәев.
2. Шул комитет урынлашҡан бина.
□ Партком. Парткомға саҡыртыу.
ПАРТНЁР [рус. < фр. partenaire] (Р: партнёр; И.: partner; T.: ortak) и.
1. Сәхнәлә, спорт уйындарында, бейеүҙә бергә ҡатнашҡан парҙаш. □ Партнёр. Партнёр һайлау. Шахматта партнёр. Партнёр менән бейеү. ■ [Азамат — Басариевҡа:]Белеп ҡуй: спектакль уйнар өсөн партнёрҙарҙың икеһенән дә бер үк кимәлдәге оҫталыҡ талап ителә. Р. Солтангәрәев. Маһира ла күп ваҡытын тансаларҙа үҙенең даими партнё-рына әүерелгән шахтёр егет Петро менән бергә үткәрҙе. М. Садиҡова.
2. Тормош юлдашы, өйҙәш, һөйәркә.
□ Партнёр. К Күңеленең төпкөлөндә үҙенең [Сәғиҙәнең] был хәүефле хәлгә төшөүенә,
хәмер еленән ҡыҙыша биргән партнёрының күрәләтә «дәүләт сиге »н боҙорға, тәртәне тибеп һындырырға маташыуына ҡәнәғәтһеҙлек тойғоһо уянды. Й. Солтанов.
3. Ниндәйҙер эштәге иптәш, компаньон.
□ Партнёр. Ышаныслы партнёр. ■ [Ҡаҙ-набаев:]Партнёрыңдың эш-фиғелен, ҡылыҡтарын, эшмәкәрлеген инҡар итмәйенсә генә туранан-тура үҙеңдекен иҫбатлау, ҡаршы һуғышыу — әлеге мәлдә иң дөрөҫө. Д. Бүләков. Сибай төҙөүселәре һуңғы йылдарҙа үҙҙәрен мөһим мәсьәләләрҙе уңышлы хәл итә алырлыҡ ышаныслы партнёр булараҡ танытты. «Башҡортостан», 18 май 2013.
4. Берлектәге предприятиеның милектә-ше булған физик йәки юридик шәхес.
□ Партнёр. Баш партнёр. Номиналь партнёр. Дөйөм партнёр. Яуаплгялығы сикләнгән партнёр.
ПАРТНЁРЛЫҠ (партнёрлығы) (Р: партнёрство; И.: partnership; T.: ortaklık) и.
Партнёрҙар (4) араһындағы мөнәсәбәт.
□ Партнёрство. Тулы партнёрлыҡ. Коммер-циялашмаған партнёрлыҡ. Уңышлы шәхси-дәүләт партнёрлыҡ өлгөһө.
ПАРТОРГ [рус. партийный организатор] (Р: парторг; И.: Party organizer; T.: parti grubunun lideri) и. map.
Партгруппаның етәксеһе. □ Парторг. Завод парторгы. И Парторг иһә, кәйефе бик ныҡ ҡырылһа ла, сер бирмәне. Ә. Хәкимов. Зиннур больницала парторг Тулыбаевтың хәлен белде, уның менән байтаҡ ҡына һөйләшеп, кәңәшләшеп ултырҙы. Р. Низамов.
ПАРФЮМ [рус. < фр. parfumerie < лат. per fumurn] и. ҡар. парфюмерия. Парфюм менән тәьмин итеү.
ПАРФЮМЕР [рус. < фр. parfumeur] (Р: парфюмер; И.: parfumeur; T: parfümcü) и.
Парфюмерия нәмәләре эшләй, һата торған кеше, белгес. □ Парфюмер. Парфюмер булыу. Заводҡа парфюмер талап ителә.
ПАРФЮМЕРИЯ [рус. < фр. parfumerie < parfüm ‘хуш еҫ’] (Р: парфюмерия; И.: perfumery, perfume; T.: parfümeri) и. йыйн.
1. Биҙәнеү һәм гигиена маҡсатында ҡулланыла торған хушбуй, кершән һ. б. нәмәләр. □ Парфюмерия. / Парфюмерный.
87