СЫҒАРЫЛЫШ КИСӘҺЕ
6. миф. Мифологияла аҫҡы донъяға инеү урыны. □ Родник (в мифологии вход в нижний мир; место сближения среднего и нижнего миров).
СЫҒАНАҠ II (сығанағы) (Р: локоть; И.: elbow; T: dirsek) и. диал. ҡар. терһәк.
Беләктең быуынланып, артҡа сыҡҡан ере. □ Локоть. / Локтевой. Сығанаҡ быуыны. Сығанаҡ һөйәге. Сығанаҡҡа таяныу.
СЫҒАНАҠ III (сығанағы) и. диал. ҡар. сыңғарсай бармаҡ. Сығанағым шешеп киткән.
СЫҒАНАҠ БАРМАҠ (бармағы) (Р: безымянный палец; И.: third finger, ring finger; T.: adsız parmak) и. анат.
Баш бармаҡтан һанағанда дүртенсе бармаҡ. □ Безымянный палец. Сығанаҡ бармаҡҡа йөҙөк кейеу. Сығанаҡ бармаҡты ауырттырыу.
СЫҒАНАҠ КИЛЕШ (Р: исходный падеж; И.: allative case; T.: ismin -den hali) u. лингв.
Кемдән? Нимәнән? һорауҙарына яуап биргән килеш. □ Исходный падеж. Сығанаҡ килештә килгән һуҙ. Сығанаҡ килеш ялғауы.
СЫҒАНАҠ ТИМЕР (Р: петля; И.: hinge strap; T.: kapı rezesi) и. диал. ҡар. күгән.
Ишек, ҡапҡа кеүек нәмәнең бер яғын ҡуҙғалырлыҡ итеп беркетеп торған тимер. □ Петля. Ишектең сығанаҡ тимерен алыштырырға кәрәк. һандыҡҡа сығанаҡ тимер ҡуйыу.
СЫҒАНСА и. диал. ҡар. сығанаҡ бармаҡ. Сығанса бармаҡҡа йөҙөк кейеу.
СЫҒАНСАЙ и. диал. ҡар. сыңғарсай бармаҡ. Сығансайҙағы йөҙөк.
СЫҒАНСАҠ БАРМАҠ (бармағы) и. диал. ҡар. сығанаҡ бармаҡ.
СЫҒАН ҺУҒЫУ (сыған һуҡ ) (Р: ски нуть след; И.: hide track; T.: yol değiştirmek) ҡ.
Сарҙан (II) ситкә ырғып, юл йәшереү (ҡуянға ҡарата). □ Скинуть след (о зайцах).
СЫҒАРМА (Р: исключение; И.: exception; T.: istisna) и.
Дөйөм тәртип ҡағиҙәләренән тайпылыш; айырма. □ Исключение. Ҡағиҙәнән сығарма яһау.
СЫҒАРСАЙ и. диал. ҡар. сыңғарсай бармаҡ. Сығарсайымдың тырнағы төшкән.
СЫҒАРТЫУ (сығарт ) ҡ. йөкм. ҡар. сығарыу 1-3, 5, 7, 8, 21-24, 29, 30, 32. понуд. от сығарыу 1—3, 5, 7, 8, 21—24, 29, 30, 32. ■ Яңы йорт бөтөрөп ингәс, хатта элекке оҫта ла, ҡыҙышып китеп, мейесен Шәкур ағайҙан сығарта. Ш. Бикҡол. Мағазов начальниктың фарманы буйынса аҙна башында уҡ Ҡыҙыл Ярҙағы ҡунаҡхананан бөтә кешеләрҙе сығартып бөткәйне. Р. Солтангәрәев.
СЫҒАРЫЛЫУ (сығарыл) ҡ. төш. ҡар. сығарыу 1—3, 5—8, 15, 18, 19, 21—25, 29—33. страд, от сығарыу 1—3, 5—8, 15, 18, 19, 21-25, 29-33. ■ «Катюша» көйөнә тиҫтәләгән яңы йырҙар сығарылды. И. Абдуллин. Сит илдән килгән әҙәм һу-рәтендәге яуыз йыртҡыстар Тыуған илебеҙҙән ҡыуып сығарылырға һәм юҡ ителергә тейеш. Ғ. Аллаяров. Ҡайтанан сығарылған мейестән яңы балсыҡ еҫе сығып торһа ла, мәктәп йылы, бөхтә ине. 3. Биишева. Ай самаһы ваҡыт уҙғас, йылҡы көтөуен ҡыуыуҙа ғәйебе юҡлығы асыҡланып, Аҡмулла иреккә сығарылды. Я. Хамматов. Ҡасып киткән управляющийға улем хөкөмө сығарылды. Ғ. Хөсәйенов. Ҡараңғы төшөугә бөтә техника Оло Эйектең икенсе ярына сығарылып бөттө. Ш. Янбаев.
СЫҒАРЫЛЫШ (Р: выпуск; И.: graduation; issue; T.: mezunlar; cüz) и.
1. Уҡыу йортон бер ваҡытта тамамлаған уҡыусылар төркөмө. □ Выпуск. / Выпускной. 2000 йылғы сығарылыш.
2. Бер юлы баҫып ғәмәлгә сығарылған бер үк төрлө китап йәки башҡа нәмә. □ Выпуск. Лотореяның сираттағы сығарылышы. ■ Отош, һәр ваҡыттағыса, уға [Рөстәмгә] төшмәгәйне һәм, быға һис тә хәуефләнмәйенсә, яңы сығарылыштан өс билет алды. М. Садиҡова.
СЫҒАРЫЛЫШ КИСӘҺЕ (Р: выпускной бал; И.: senior prom; T.: mezuniyet partisi) и.
Уҡыу йортон тамамлағандан һуң үткәрелә торған байрам. □ Выпускной бал. Сығарылыш кисәһенә әҙерләнеу. ■ Нурҙың
715