Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 716


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СЫҒАРЫУ
Бөрөлә техникумда уҡығанда сығарылыш кисәһендә булғаны бар ине. И. Абдуллин. Фәрит, Лираның яҙыуын алып уҡығандан һуң, урта мәктәпте тамамлаусыларҙың сығарылыш кисәһенә барырға булды. Ф. Әсәнов.
СЫҒАРЫУ (сығар-) (Р.: вынимать; И.: take out; T.: çıkarmak) ҡ.
1. Нимәнелер ҡайҙандыр һөйрәп, тартып сығарыу. □ Вынимать, вытащить, извлекать откуда-л. Кеҫәнән кәнфит сығарып биреу. Ҡулдан шырау сығарыу. Һыуҙан бурәнәне сығарыу. ■ Һатыусы ҡатын яҙыуҙы уҡығас, эйелеп, аҫтан бер бөтөн икмәк, бер ҡап махорка сығарып, Сергейҙың алдына һалды. А. Абдуллин.
2. Ҡайҙандыр китергә мәжбүр итеү, ҡыуыу. □ Выгонять. Кластан сығарып ебә-реу. Өйҙән ҡыуып сығарыу. ■ Беҙҙең бурыс — илбаҫар гитлерсыларҙы һуңғы һалдаттарына тиклем илебеҙҙән ҡыуып сығарып, фашизмды юҡ итеу. Ғ. Аллаяров. • Аслыҡ бурене урмандан сығарыр. Әйтем.
3. Йорт, бүлмә кеүек һ. б. нәмәнең эсенән нимәнелер (кемделер) ҡайҙалыр күсереү. □ Извлекать, выносить, выводить, вынимать и т. п. // Извлечение, вывод, вывоз. Тушәктәрҙе тышҡа сығарып элеу. Өйҙәге әйберҙәрҙе ишек алдына сығарыу. Баланы урамға сығарыу. ■ Гөлдәр шунда уҡ өҫтәлгә сынаяҡтар сығарып теҙҙе. Р. Байбулатов.
4. Ниндәйҙер маҡсатта ҡайҙалыр йүнәлтеү. □ Выпускать, отпускать. // Отпускание, пропускание. Малдарҙы һарайҙан сығарыу. Балаларҙы уйынға сығарыу.
5. Нимәнелер киҫтереп үткәреү, аша йүнәлтеү, хәрәкәт иттереү. □ Переправлять, перевозить, переносить. // Переправление, перевоз, перенос. Йылға аша сығарыу. Кисеуҙән сығарыу. ■ [Шәмсетдин, Сәми, Хәләф] өсәуләп колхозсыларҙы паром менән аръяҡҡа сығарып ҡуйҙылар. Р. Байымов.
6. Оҙон итеп һуҙыу. □ Высунуть (язык, руку, голову). Машинаның тәҙрәһенән башты сығарып барыу. Телде сығарып усекләшеу. ■ Баҫыу юлына төшөп, уңға ҡайырылғансы, шофёр, кабинанан башын сығарып, арттағы машиналарҙы ҡарап алды. Ш. Бикҡол.
7. Кемдеңдер ҡайҙалыр ҡатнашыуын туҡтатыу йәки ағзалыҡтан ҡыуыу. □ Исключить. // Исключение. Партбюро составынан сығарыу. Уйындан сығарыу. Һуғыштан сығарыу.
8. Йәшәгән, эшләгән һ. б. урындан ебәреү, ҡыуыу. □ Снимать, уволить (с работы), выселить (из квартиры, города, территории и т. п.). // Снятие, увольнение. Фатирҙан сығарыу. Уҡыуҙан сығарыу. Эштән сығарыу. ■ [Әптеләхәтте] ятаҡтан да сығарҙылар, ярай унда комендант булып эшләгән ошо ҡатын өйөнә алып ҡайтты. Т. Ғарипова.
9. Ниндәйҙер бер урынға, арауыҡҡа килтереп ҡуйыу, саҡырыу. □ Вызывать. Уҡыусыны таҡтаға сығарыу. Батырҙарҙы майҙанға сығарыу. Тәртип боҙғандарҙы уртаға сығарыу.
10. Сит илгә оҙатыу, ебәреү. □ Вывозить за границу, экспортировать. // Вывоз, экспорт. Сит илгә сығарыу тыйыла.
11. Нимәнелер борҡотоп, ағым-ағым итеп юғары күтәреү. □ Выпускать пар, выпустить пар. Паровоз пар сығара. Самауыр боҫ сығарып ҡайнай. ■ Бына заводтың һауаға төтөн сығарып ултырған мөрйәләре. М. Ғафури.
12. Эштә, тормошта яңы шартҡа ҡуйыу. □ Отправлять. Иреккә сығарыу. Иркенгә сығарыу. Отставкаға сығарыу. Пенсияға сығарыу. Рәхәткә сығарыу.
13. Һүҙ, хәбәргә һ. б. ниндәйҙер мәғәнә, баһа биреүгә ҡарата. □ Обратить во что-л. Бушҡа сығарыу. Дөрөҫкә сығарыу. Насарға сығарыу. Юҡҡа сығарыу. Ялғанға сығарыу.
14. Нимәнелер урындан урынға күсереү. □ Вывозить (удобрение, навоз, мусор и т. п.). Баҫыуға ашлама сығарыу. Ҡала ситенә суп сығарып тугеу. ■ «Теләгән ереңә теләһә купме машина ебәр, тик ашлама сығара торған машиналарға теймә», — ти Гузәл [председателгә], бик туҙынып. И. Ғиззәтуллин. Техника ремонтлана, орлоҡ таҙартыла, баҫыуға ашлама сығарыла. Р. Солтангәрәев.
15. Нимәнелер йыл миҙгелдәренең береһенән икенсеһенә күсереү. □ Пережить (о сезонах года). Йәйҙе сығарыу. Ҡышты
716