СЫҒАРЫУ
сығарыу. Яҙҙы сығарыу. ■ Ғәләуи кеуек кадрҙар менән малдарҙы ҡыш сығарыуы ни тиклем ауыр буласағын куҙ алдына килтереп, Билалов тағы көрһөнөп ҡуйҙы. Д. Исламов.
16. Билдәләнгән ваҡытты үткәреү, белмәй ҡалыу. □ Пропускать, упускать (о сроке). Командировка срогын сығарыу.
17. Ниндәйҙер дини йола атҡартыу, уҡытыу. □ Выполнять, исполнить. // Выполнение, исполнение. Ясин сығарыу. ■ [Мулла — Заһиҙәгә:] Мине саҡырырһың, атайың мәрхумгә Ҡөрьән сығарырмын. Ғ. Хәйри. Әсәй, .. Фәхри бабайҙар менән кәңәш итеп, Ҡөрьән сығарып өшкөртөргә ҡарар иткәндәрен атайға һөйләне. М. Ғафури.
18. Нимәнелер урынынан ҡуҙғатыу, тайҙырыу. □ Вывихнуть (например, руку, ногу). Быуынды сығарыу. ■ Ғәлиәхмәт ағай, бер ҙә көтмәгәндә йығылып, ҡулының быуынын сығарғайны. Ф. Рәхимғолова.
19. Нимәнелер бушатып, ҡуптарып йәки һурып алыу. □ Выдернуть. Ҡаҙауҙы һурып сығарыу. Ишек тотҡаһын аҡтарып сығарыу.
20. Тупланған, йыйылған, барлыҡҡа килгән нәмәне бүлеп алыу, айырыу. □ Вывести (грязь). Кейемдең керен сығарыу.
21. Тирә-яҡҡа таратыу (еҫте). □ Испускать, издавать, распространять (запах). // Выделение, распространение. Өйгә еҫ сығарыу. Хушбый еҫе сығарыу.
22. Хасил итеп яңғыратыу, таратыу (тауышты, өндө, һуҙҙе, хәбәрҙе). □ Производить, вызвать (шум). Шомло тауыш сығарыу. ■ Тимерҙең эш көйлө: станок бер тигеҙ тауыш сығарып, зырлап әйләнә. Б. Бикбай. • Тауыш сығарған һуҙҙән татыулаштырған ялған хәйерле. Әйтем.
23. Ниндәйҙер хәлдән арындырыу, ҡотолдороу. □ Избавлять, спасать, освобождать. // Избавление, спасение, освобождение. Ғазаптан сығарыу. Ҡыйынлыҡтан сығарыу. Һәләкәттән сығарыу. ■ Тик ошо [йыуаныслы] ваҡиға ғына ҡартты ниндәйҙер ауыр һулпәнлек, куңел төшөнкөлөгөнән сығарҙы. Ә. Чаныш.
24. Ҡайҙандыр эстән, төптән тышҡа ағыҙыу, тамыҙыу; аҫтан типтереү, урғылтыу.
□ Выделять, испускать, проливать. // Выделение, распространение. Ағыҙып сығарыу. Йәш сығарыу. Тир сығарыу. Ҡойма ямғыр йылғаны ярынан сығарҙы. ■ Куңеле йомшарып киткән Ҡаҙнабаев ҡапыл куҙ йәштәрен сығарып илап ебәрҙе. Д. Бүләков. • Аҡыллы тирләһә лә, тир сығармаҫ. Әйтем.
25. Ниндәйҙер ерлектә үҫтереү, барлыҡҡа килтереү. □ Прорезать(ся). // Прорезывание. Теш сығарыу. Себеш ҡанат сығарған. ■ Бала теш сығарған мәлдә бик борсоулы, тынғыһыҙ, мыжыҡ була. «Башҡортостан ҡыҙы», №9,2012.
26. Ниндәйҙер кисереште күрһәтеп сағылдырыу. □ Отразить. // Отражение. Асыуҙы йөҙгә сығарыу. Шатлыҡты тышҡа сығарыу. ■ Көнбикә юрый ғына йөҙөнә ҡурҡыу сығарған булды. С. Агиш. Ғәйнулла, Ныязғол һымаҡ, төҫөнә йомшаҡ йылмайыу сығарып, нәҙек тауышын Ҡөрьән уҡыу көйөнәрәк һалып һөйләй. Һ. Дәүләтшина.
27. Ниндәйҙер һәнәргә эйә итеү. □ Выпускать. Яҡшы табип итеп сығарыу. Композитор итеп сығарыу.
28. Нимәнеңдер сифатын, эшләнешен еренә еткереү йәки килтереп еткермәү.
□ Изготовлять. Насар сығарыу. Тоноҡ сығарыу. Шәп сығарыу.
29. Нимәнеңдер һөҙөмтәһе итеп барлыҡҡа килтереү, тыуҙырыу. □ Производить. Тотҡарлыҡ сығарыу. Төрлөсә килтереп сығарыу.
30. Ниндәйҙер эш һ. б. һөҙөмтәһендә берәй хәл тыуҙырыу. □ Вызывать, порождать. Бәхәс сығарыу. Талаш сығарыу. ■ Кузьма тағы уҙенең ҡыҙыҡтарын ҡуптарып сығарҙы,.. бындай темаға уның бер ҙә һөйләгәне юҡ ине. С. Агиш. [Еңгә:]Ниғмәтйән ҡайтып йөрөмәһен, йә тәмәке төшөрөп ут-куҙ сығарып ҡуйыр. Ф. Иҫәнғолов.
31. Нимәлер булдырыу, бар итеү; табыу. □ (С)делать. Табыш сығарыу. Файҙа сығарыу.
32. Нимәнелер ҡайҙандыр эҙләп, ҡаҙып һ. б. алыу. □ Добывать (руду, нефть и т. п.). Тәбиғи газ сығарыу. ■ Нефть сығарырға килеусе инженерҙар араһында ла буйҙаҡтар барҙыр. И. Абдуллин
717