СЫҒАРЫУ
33. Нимә менәндер тәьмин итеү, индереү; ҡулға биреү. □ Уделять, выделять часть чего-л. Өлөш сығарыу. ■ [Абыстай:]Ризыҡҡа яҙып, насип булһа, ғөшөрөн, закатын сығарырға кәрәк. Ғ. Ғүмәр.
34. кусм. Ниндәйҙер эш-хәлде барлыҡҡа килтереү, тыуҙырыу. □ Провоцировать (умышленно вызвать событие). Бола сығарыу. Ғауға сығарыу. Дау сығарыу. Тауыш сығарыу. • Ата һуккән аш юйыр, әсә һуккән йәш ҡойор; дау сығарған ҡан ҡойор. Әйтем. Яр аҫтынан яу сығарыу. Мәҡәл.
35. Ниндәйҙер эште тормошҡа ашырыу, ғәмәлгә индереү. □ Выносить (постановление, решение, приговор). Бойороҡ сығарыу. Декрет сығарыу. Ҡарар сығарыу.
36. Ташҡа баҫып донъя күрһәтеү. □ Издавать, выпускать. // Издание, выпуск. Китап сығарыу. Һуҙлек сығарыу. ■ Дур-тенсе курстан редколлегия ағзаларын да йыйып алып, газетаны нисегерәк сығарыу тураһында кәңәшләштек. Н. Мусин.
37. Нимәнелер ижад итеү, ижад емеше булараҡ барлыҡҡа килтереү. □ Выдумывать, сочинять, творить (мелодию, рассказ, художественное произведение и т. п.). Кой сығарыу. Шиғыр сығарыу. Әкиәт сығарыу.
■ Иң элек майҙанға Иштәу ҡарт сығып, уҙе сығарған ҡобайырҙарын йырланы.
3. Биишева. Кем сығарҙы икән ул йырҙарҙы? Йырҙар мине уйға ҡалдырҙы. С. Кулибай. [Ғибаҙулла:] Гөлсәсәккә ғашиҡ булып йөрөгәндә көн дә эш араһында, ваҡытын табып, бишәр-алтышар шиғыр сығара торғайным. Д. Исламов.
38. Нимәнелер етештереү, яһау, уйлап табыу. □ Производить, выпускать (продукцию). Көнкуреш әйберҙәре сығарыу. ■ Завод сығарған ярманы тоҡтарға тултырып, автомашиналарға тейәп, шул емерек купер аша сығып, складҡа илтеп бушаталар. М. Ғиләжев.
39. Кемдеңдер ниндәйҙер яғын асыу, кемдер итеп танытыу. □ Ославить, прославить.
■ Йырлайыҡ, дуҫтар, йырлайыҡ, сығарайыҡ дандарҙы. Халыҡ йырынан.
40. Кем йәки нимә өсөндөр тотоу, сарыф итеү. □ Тратить, расходовать. Аҡса сығарыу. Ҡулдан мал сығарыу.
41. Нимәнелер өҫтө-өҫтөнә һалып, берәй нәмә эшләү, төҙөү. □ Класть (печь, трубу). // Кладка. Мөрйә сығарыу. ■ Бурәнә-ләр ташыла, бурала, һәм ҙур бер йорт барлыҡҡа килә, .. мейестәре сығарылып бөтөп бара. Ғ. Ғүмәр.
42. Йомортҡа баҫып, себеш булдырыу, килтереү. □ Высиживать птенцов. // Высиживание. Себеш сығарыу. ■ Ҡариҙел яр-ҙарындағы ҡаяларға бөркөттәр оя ҡора. Шунда бала сығара улар, осорға өйрәтә ҡошсоҡтарын. Яр. Вәлиев. Сәрбиямалдың бер оя өйрәге бәпкә сығарҙы. 3. Биишева. Кеше генәме ни,.. ҡоштар ҙа бала сығара. Ғ. Сәләм.
43. Нимәнеңдер сығышын, тәмен һ. б. белендереү, биреү (аш-һыуға ҡарата).
□ Дать проявиться, настояться (о соли, чае). Аштың тоҙон сығарыу. ■ [Сәйле шишмә] һыуы йомшаҡ, сәй сығара. Р. Низамов.
44. Купмелер күләмдән нимәлер алыу, хасил итеү. □ Получать что из чего. Ике метр тауарҙан кулдәк сығарыу. Бер кило йөндән дурт пар бейәләй сығарыу. Бер тутәлдән ике кунәк кишер сығарыу.
45. мат. Тейешле математик һөҙөмтәне табыу, мәсьәләне һ. б. сисеү. □ Решать (задачу и т. д.). // Решение. Мәсьәләне сығарыу. Табышмаҡты сығарыу. Тигеҙләмәне сығарыу.
46. Тикшереү, хәл итеү өсөн тәҡдим итеү.
□ Выносить (решение, резолюцию и т. п.). // Вынесение. Мәсьәләне йыйылышҡа сығарыу. Эште судҡа сығарыу.
47. Ниндәйҙер хәлдән икенсе бер хәлгә күсереү. □ Выводить (из терпения, из спокойствия). Туҙемлектән сығарыу. ■ Артиллеристар уҙ ҡоралдарын яҡшы белә ине. Уларҙың мәргән уты дошманды сығырынан сығарҙы. Ә. Ихсан. Мулла .. самауырсыны сыҙамынан сығара яҙыуын шәйләп алды. Ә. Вахитов.
48. Фекер йөрөтөү, тикшереү һ. б. нигеҙендә ниндәйҙер һығымта яһау, ҡарарға килеү. □ Принимать решение. Ҡарар сығарыу. ■ Институттың һаман киңәйә ба
718