СЫҒЫЛЫУ
рыуын иҫкә алып, ҡала советы институтҡа дөйөм торлаҡ өсөн бина биреу хаҡында ҡарар сығарған. Ә. Вәли. Ҡарар сығарҙылар, парторг менән бригадир икәу һөйләшкәс. Р. Ниғмәти.
49. кусм. Күңелдән, баштан алып ташлау, юйыу. □ Выкинуть, выбросить (из головы, из сердца, из памяти). Хәтерҙән сығарыу. ■ Ауылды баштан сығарырға тырышам. Ә [кис] ауыл иҫкә төшә. Д. Юлтый. Педагог өсөн закон булған ошондай ҡағиҙәне хәтерегеҙҙән сығармағыҙ: тәрбиәләнеусенән куп нәмә талап иткән кеуек, уға курһәтә торған хөрмәтебеҙ ҙә ҙур булырға тейешле. Ә. Бикчәнтәев.
♦ Алға кеше сығарыу эштә, тормошта алдынғылыҡты биреү. □ Давать первенство. ■ Эш яғына килгәндә лә, алдына кеше сығарғандары юҡ. Һ. Дәүләтшина. Баҫҡан ерҙән ут сығарыу {йәки сәсрәтеү) көс, дәрт менән елкенеү. □ Быть энергичным. ■ Баҫҡан еренән ут сығарып, маңлайынан тир сығарып эшләмәгән ир — ир тугел ул. М. Тажи. Бирәм тигән ҡолона сығарып ҡуйыр юлына теләгәнең, уйлағаның алдыңа килеп торғанда әйтелә. □ соотв. На ловца и зверь бежит. ■ Бирәм тигән ҡолона сығарып ҡуйыр юлына тигәндәй, шыптырлап ваҡ ҡына ямғыр яуырға тотондо. С. Ильясов. [Гөлнур:] Бирәм тигән ҡолона сығарып ҡуйыр юлына, ти ҡартәсәйем. Һиңә лә Хоҙай уҙе юл асҡан, Кәбир. Г. Яҡупова. Исем сығарыу насар эш, ҡылыҡ тураһында хәбәр таратыу; яманатын һатыу. □ Приобрести дурную славу, ославиться. Исем сығарып йөрөмә. ■ [Зәйнәп:] Алмаһаң һәм минең исемемде сығарып йөрөр булһаң, мине курсу тугел, хат та яҙма. М. Ғафури. Кәзә майын сығарыу 1) беләк итен киҫә һуғып ҡабартыу. □ Резким ударом выпучивать бицепсы; 2) хәлдән тайҙырыу. □ Уморить, измотать (тяжёлой работой). ■ Урмандан ҡоро-һары һөйрәп алып ҡайтабыҙ. .. Бейек ярҙы менгәндә, кәзә майҙарын сығара. Яр. Вәлиев. Ҡаш төҙәтәм тип күҙ сығарыу бер эште эшләйем тип, икенсе эште боҙоу. □ Налаживая одно, испортить другое, соотв. Оказать медвежью услугу. ■ Кемдеңдер
иҫ киткес ғәмһеҙ ҡулы менән ҡаш төҙәтәм тип куҙ сығарылған. Р. Ғарипов. Мөгөҙ сығарыу килешмәгән, кәрәкмәгән бер нәмә килтереп сығарыу. □ Испортить какое -л. дело излишним старанием. ■ [Шаһнияз:] Бик ирмәк кеше ул беҙҙең Кәләмдир. Бер эште лә мөгөҙ сығармай ғына эшләмәҫ. Ә. Мирзаһитов. Халыҡтың, халыҡтың ғына тугел, Сабираның уҙ әсәһенең дә, юҡ нәмәгә мөгөҙ сығарыуы мөмкин. И. Насыри. [Нурислам — Журавлёвҡа:] Ошонан да мөгөҙ сығарырға уйлайһығыҙмы ни? Йәштәр бит улар. Ғәҙеллеккә баралар. Ә. Хәкимов. Соҡоп сығарыу 1) әллә ҡасан булғанды (ғәҙәттә, кире хәлде) иҫкә төшөрөү, яңыртыу.
□ Извлечь. Онотолғанды соҡоп сығарыу, 2) башҡа ла килмәгәнде уйлап әйтеү.
□ Выдумывать. ■ Тамъян ҡарт елкәһен тырнап ала ла икенсе бер сетерекле һорау соҡоп сығара. А. Ғирфанов.
СЫҒАР ШИШМӘ (Р: горный родник; И.: mountain spring; T.: dağ pınarı) и. диал.
Tay шишмәһе. □ Горный родник. Сығар шишмә тауҙан атылып сығып ята.
СЫҒАРЫШЫУ (сығарыш) ҡ. урт. ҡар. сығарыу 1—3, 6—8, 18, 21, 29. взаимн. от сығарыу 1—3, 6—8, 18, 21, 29. Бурәнә сығарышыу. Мейес сығарышыу.
СЫҒАТАЙСЫ Л ЫҠ ( сығатайсылығы ) (Р: движение за сохранение среднетюркского языка; И.: literary trend in Central Asia; T: çağataycılık) и.
Яҙма тел сифатында сығатай телен ҡулланып, шул ҡанундарын боҙмай һаҡлауҙы яҡлаған йүнәлеш. □ Движение за сохранение среднетюркского языка. ■ [Д. Юлтый] мәҙрәсәлә йөрөп, фарсы, сығатай телендә тәрбиә алыуына ҡарамаҫтан, уҙ ижадын ғәрәпселек, сығатайсылыҡтан бик саф тота. Ғ. Амантай.
СЫҒАТАЙ ТЕЛЕ (Р: чагатайский язык; И.: Chagataj tongue; T.: Çağatay dili) и.
Урта Азияла ҡулланылған элекке яҙма әҙәби төрки тел. □ Чагатайский язык. Сығатай теле алфавиты. Сығатай телендәге яҙма.
СЫҒЫЛЫУ (сығыл-) ҡ. төш. ҡар. сығыу 1—3, 5—8, 13, 32. страд, от сығыу 1—3,
719