СЫҒЫУ
СЫҒЫУ I (сыҡ-) (Р.: выходить; И.: go out; T.: çıkmak) ҡ.
1. Нимәнецдер эсенән ситкә йүнәлеү. □ Выходить, выезжать. // Выход, выезд. Баҡсанан сығыу. Өйҙән сығыу. Ҡапҡанан сығыу. ■ Сәлимә лә, күңеле үтә нескәләнеп киткән араларҙа, илап алырға соланға сыҡҡылап инә. Ф. Иҫәнғолов. Ялбыр йөнлө Алабай йорт-ерҙәрҙе һағалай, сит-ят кеше килә ҡалһа, һаулап сығып абалай. Ғ. Амантай. Ғәли, әлеге серле йорттоң соланына инеп, бысҡы, балта алып сыҡты. 3. Ураҡсин. • Инереңдән элек сығырыңды уйла. Мәҡәл.
2. күсм. Нимәнеңдер эшмәкәрлегендә ҡатнашыуҙан туҡтау йәки ағзалыҡтан китеү. □ Выйти, перестать участвовать в чём-л., перестать быть членом чего-л. Партбюро составынан сығыу. Уйындан сығыу. Һуғыштан сығыу.
3. Йәшәгән, эшләгән һ. б. урындан бөтөнләй йәки оҙаҡҡа китеү. □ Выйти (на пенсию, в отставку), выписаться (из больницы); освобождаться (из заключения), увольняться (с работы). Пенсияға сығыу. Дауахананан сығыу. Иреккә сығыу. Эштән сығыу.
4. Ниндәйҙер маҡсатта ҡайҙалыр йүнәлеш алыу, барыу. □ В сочетании с некоторыми существительными: выйти на ... (добычу, охоту и т. п.). Көрәшкә сығыу. Ярышҡа сығыу. Эшкә сығыу. Юлға сығыу. Яуға сығыу. ■ Олоғатай менән Балағатай, .. ағай-энеһен эйәртеп, Ирәндеккә һунарға сыҡҡан. Н. Иҙелбай. • Иртә сыҡҡан юл алыр. Әйтем.
5. Нимәнелер киҫеп үтеү, аша хәрәкәт итеү. □ Переходить, перейти, переезжать, переправляться; проходить, пройти, лезть. // Переход, переезд, переправа. Фронт һыҙығы аша сығыу. Ҡойма аша сығыу. Йөҙөп сығыу. Йылғаны кисеп сығыу. Урманды сығыу. Үрҙе сығыу. ■ [Гаян:] Шпиондарҙың сикте сығырға маташы-уы буранлы йәки ҡаты томанлы көндәрҙә була. Б. Дим. Ат, шаптырлап, ҡытырмаҡ боҙ менән ҡапланған йылғаны кисеп сыҡты. Т. Ғарипова.
6. Бер яҡтан икенсе яҡҡа күсеү. □ Перейти от кого-чего-л. к кому, чему. Дошман
яғына сығыу. Ҡыҙылдар яғына сығыу. Ярлылар яғына сығыу.
7. Ҡайҙалыр бейеккә, юғарыға үрләү, күтәрелеү. □ Подниматься, возвышаться. Түбәгә сығыу. Ярға сығыу. ■ Иренеп күккә сыҡҡан күк Ирәмәл. X. Ғәбитов.
8. Офоҡтан күтәрелеү, ҡалҡыу (күк есемдәренә ҡарата). □ Всходить, появляться. // Восход, появление (о светилах, небесных явлениях). Ҡояш сыҡты. Йәйғор сыға. ■ Йәйге оҙон көндөң ҡояшы сығып өлгөрмәгән булһа ла, Ирәндек тауы уның нурына битлеген ҡуйған. Ғ. Дәүләтшин. Ҡояш сыҡты. Үҙ ҡабығын ҡарышлауыҡ сыҡты тишеп. Р. Бикбаев.
9. Борҡоп, ағым-ағым булып өҫкә күтәрелеү, бейегерәк кимәлгә килеү. □ Подниматься (о паре). Паровоз ҡаҙанынан пар сыға. ■ Һарайҙан төтөн сыға, тәмле аш еҫе танауға бәрелә. Д. Юлтый.
10. Ярышып эшләп, ниндәйҙер урын алыу, яулау. □ Получить, завоевать. Ярышта беренсе урынға сығыу.
11. Ниндәйҙер баһа алыу, шул баһаға тиң һөҙөмтә менән бөтөү. □ Выходить, получаться. Дөрөҫкә сығыу. Насарға сығыу. Ялғанға сығыу. ■ Беҙ һеҙҙе көттөк, килер тип өмөт иттек, ләкин көтөүебеҙ бушҡа сыҡты. Д. Юлтый.
12. Ниндәйҙер бер үҫеш осорона етеү; күпмелер йәш сиген үтеү. □ Пойти, перевалить (о возрасте). Етмешкә сығыу. ■ Балалыҡтан сығып, яҡшы уҡ егет булып килгән ваҡыт ине. Т. Йәнәби.
13. Йыл миҙгелдәренең береһенән икен-сеһенә күсеү. □ Доживать до (о сезонах года и т. п.). Ҡышҡа сығыу. Яҙға сығыу.
14. һөйл. Бөтөү, тамамланыу (йыл миҙгеленә ҡарата). □ Кончаться, проходить; быть на исходе (о месяце, о временах года). Март сыҡты.
15. Билдәләнгән ваҡыттың аҙағы, ахыры етеп үтеү. □ Истекать, иссякать, окончиться; выходить (о сроке). // Истечение, окончание. Билеттың срогы сығыу. Командировканың срогы сығып бара.
16. Нимәнеңдер һуңғы сигенә тиклем етеү, үтеп бөтөү. □ Дойти. Бәхәстең осона
722