СЫҒЫУ
сығыу. Эштең аҙағына сығыу. ■ Мистерҙың .. байлығының осона сыға алмай һис кем. Ф. Иҫәнғолов.
17. Ниндәйҙер дини йоланы һ. б. атҡарыу, уҡып үткәреү. □ Выполнять, исполнить. // Выполнение, исполнение. ■ Мин атайымдың ауыр хәлдә икәнен, ясин сығып ҡалыуҙарын ишетеп, ныҡ ҡайғырҙым. М. Ғафури.
18. Нимәнеңдер эсенән икенсе бер нәмә һурып, тартып алыныу. □ Извлечение, выемка. Мейестән яңы сыҡҡан икмәк.
19. Нимәлер бушап, ҡубып йәки һурылып төшөү. □ Разболтаться, выскочить. Тәгәрмәс кусәренән сыҡҡан. ■ Булманы был нәмәнән дә, ҡәһәр һуҡҡан, әллә һынған, әллә берәй сөйө сыҡҡан. М. Ғафури.
20. Ҡайҙандыр, кемдәндер йәки нимә-нәндер башланғыс алыу. □ Происходить, выходить. // Происхождение (из какой-л. среды). Ауылдан сыҡҡан яҙыусы. Эшсе ғаиләнән сығыу.
21. Ҡайҙандыр, кемдәндер йәки намәнәндер нигеҙ алыу, таяныу. □ Исходить из чего, основываться на чём. Закондан сығып эш итеу. Логиканан сығып иҫбатлау. Яңы мәғлумәттәрҙән сығыу. ■ Донъя һыуҙан сыҡҡан, тип инанған баш бабалар. Т. Ҡарамышева.
22. Ниндәйҙер бер сығанаҡтан тирә-яҡҡа таралыу (еҫкә ҡарата). □ Выходить, исходить (о запахе). Өйҙә еҫ сыҡҡан. Хушбый еҫе сыҡҡан.
23. Ҡайҙалыр хасил булып яңғырау, таралыу, ишетелеү (тауыш, өнгә ҡарата).
□ Звучать, прозвучать, раздаваться. Йырсының тауышы көслө сыға. Ҡыңғырау тауышы сыҡты. ■ Сәғиҙә балалар ауыҙынан сыҡҡан һуҙҙең асылына төшөнөргә тырышты. М. Тажи.
24. Әйтелеү, ишетелеү (һуҙ, хәбәргә ҡарата). □ Распространяться (о вестях, слухах). Насар һуҙ сығыу.
25. Ниндәйҙер хәлдән арыныу, ҡотолоу.
□ Выходить, избавляться, спасаться, освобождаться. // Избавление, освобождение. Ғазаптан сығыу. Һәләкәттән сығыу. ■ Бө
гөн беҙҙә бөтә ҡыйынлыҡтан сығыу юлын таба кешеләр. X. Ҡунакбай.
26. Ҡайҙандыр эстән, төптән тышҡа сығыу; аҫтан тибеү. □ Выступать, показываться. Ағып сығыу. Маңлайға тир сығыу. Шишмә сығыу. ■ Тимерғәле ҡарт тайгалар тулҡыны эсендә һуҙһеҙ ҡалған, тамағы төбөнә куҙенән сығырға ынтылған йәштәре төйнәлгән. Т. Хәйбуллин. Уның [командирҙың] яурынынан атылып сыҡты ҡара ҡуйы ҡан. Р. Ниғмәти. Гөлбаныу маңлайынан, арҡа буйынан һалҡын тир бәреп сығыуын тойҙо. Т. Ғарипова. Рәшит ҡапыл уҙенең ҡотолғоһоҙ рәуештә һыуға тартылыуын тойҙо, арҡаһына һалҡын тир бәреп сыҡты. Б. Рафиҡов.
27. Үҙ сигенән артылыу, ташыу (һыуға, йылғаға ҡарата). □ Выходить (из берегов). Ярҙан сыҡҡан йылғалар.
28. Тәндә ниндәйҙер бер нәмә үҫеү, ҡалҡыу. □ Появляться, вскакивать (о прыще, фурункуле и т. п.). Шешек сығыу. ■ [Хужағәле:] Ә, тимен мин һеҙгә, телегеҙгә тилсә сыҡҡыры нәмәләр. .. Ниңә өндәшмәйһегеҙ? С. Агиш.
29. Ниндәйҙер ерлектән үҫеп күренеү, барлыҡҡа килеү. □ Пробиться, прорезаться. Мөгөҙ сығыу. Мыйыҡ сығыу. Теш сығыу. Себештең ҡанаты сыҡҡан.
30. Тәбиғи хәленән ҡаймығып йәки бүтән сәбәптән ситкә тайыу, урынынан күсеү; тышҡа тибеү, ҡалҡыу (кендеккә ҡарата). □ Вывихнуться; увеличиваться (о пупке). Ҡендеге сыҡҡан. Аяғының быуыны сыҡҡан.
31. Буйға күтәрелеү; үҫеп сығыу. □ Появиться, расти, развиваться. Йәшел улән сыҡты. Ужым сығып килә. Орлоҡ шытып сыҡты. ■ Сәскән арыш сыҡты ла инде. Ғ. Ғүмәр. Суп-cap араһынан ҡалҡып сыҡҡан матур сәскәләй, Сәлимә лә, аҙбарҙағы бесән өҫтөндә тыуып, ҡый араһында уткәрҙе бала сағын. Я. Хамматов.
32. Нимәнеңдер өҫтөндә күренеп башҡа нәмә барлыҡҡа килеү. □ Высыпать, проступать, появляться, выступать. Биткә ҡыҙыл тап сығыу. ■ Аҡназар аҙ-маҙлап ауыҙына аш ала башлай, йөҙөнә ҡыҙыллыҡ сыға. Әкиәттән.
24*
723