СЫҒЫУ
33. Ниндәйҙер кисереш күҙгә күренеп сағылыу. □ Отражаться. // Отражение. Асыуы йөҙөнә сыҡҡан. Шатлығы тышҡа сыҡҡан. ■ Емештең ярһыуы, тулҡынланыуы төҫөнә сыҡты. 3. Биишева.
34. Ниндәйҙер сифатҡа эйә булыу. □ Получаться, выходить. Был кешенән рәт сыҡмаҫ. ■ Музыкаға өйрәткән кешеләр, Мәрйәмдән ҙур композитор сығыр, тигәйнеләр. Д. Юлтый.
35. Нимәнеңдер сифаты, эшләнеү рәүеше еренә етеү йәки килеп етмәү. □ Получаться, выходить, удаваться. Ап-асыҡ сығыу. Яҡшы сығыу. Насар сығыу.
36. Нимәнеңдер һөҙөмтәһе булып барлыҡҡа килеү, тыуыу. □ Возникать, выходить, получаться. Тотҡарлыҡ сығыу. Төрлөсә килеп сығыу. Төрлө бәхәстәр сығыу. ■ Нишләйем һуң, башлы кәлтә сыҡманы шул гел генә: нимә сәскән халҡыбыҙ — тик мин шуны урҙым ғына. Ш. Бабич.
37. Нимәлер булыу, булып тороу; табылыу. □ Получаться, выходить. Файҙа сығыу. Эш сығыу. ■ Тирә-яҡта дан тотҡан был һунарсы [Аҡназар]. Уға тиңдәш сыҡмаған. Әкиәттән.
38. Кемдер булып танылыу. □ Становиться кем. ■ [Мәсем хан — һәубәнгә:] Дәртең булһа, ҡатнаш майҙанымда, батыр сыҡһаң, ҙур дан алырһың. Эпостан.
39. Ҡайҙандыр нимәлер табылыу. □ Обнаруживаться где. Юғалған документтар килеп сыҡты.
40. Ер аҫтынан табылыу, табып алыныу (файҙалы ҡаҙылмаларға ҡарата).
□ Добываться. Тәбиғи газ сыҡҡан урын. Скважинанан нефть сыға.
41. Нимәлер ҡулға эләгеү, тейеү; нимәгәлер юлығыу. □ Получаться, представляться, выпадать. Отош сығыу. Миңә лә өлөш сыҡты. Мөмкинселек сығыу.
42. Нимәнәндер башҡа нәмәгә күсеү, йоғоу. □ Приставать, прилипать; пачкать, мазать. Үләндең йәшеле сыға. Мейестең ағы сыға.
43. Нимәлер башланып китеү, күтәрелеү, ҡубыу (ел-дауылға, болаға һ. б. ҡарата).
□ Возникать, начинаться; разразиться. //
Возникновение, начало. Янғын сыҡты. Өйөрмә сыҡты. Ғауға сыҡҡан, һуғыш сыҡты. ■ Яҙғы көн ни — ярты аҡыл, .. төнөн буран сыҡты ла китте. Р. Солтангәрәев. Кешеләр, уҙамандан ҡыуышып, ут сыҡҡан яҡҡа йугерешә башланы. Ғ. Дәүләтшин.
44. Ниндәйҙер эш тормошҡа ашырылыу, ғәмәлгә инеү. □ Выходить. Бойороҡ сыҡҡан. Декрет сыҡҡан. Ҡарар сыҡҡан. Яңы фильм сыҡҡан.
45. Баҫылыу, баҫылып донъя күреү.
□ Опубликоваться, издаваться. // Опубликование, издание. Был ваҡиға баҫылып сыҡты. Яңы журнал сыҡҡан. Ун томлыҡ һуҙлек сыҡҡан.
46. Ижад ителеү, ижад емеше булып барлыҡҡа килеү. □ Появляться (о песнях, поговорках, частушках, анекдотах). Яңы көләмәс сыҡҡан.
47. Йәмәғәтселеккә билдәле булыу, танылыу (хәбәргә һ.б. ҡарата). □ Прославиться. Даны сыҡҡан. ■ [Шаһнияз:] Һин, Ғәндәлип, — ҡомһоҙлоғоң менән тирә-йунгә яманатың сыҡҡан кеше. Ә. Мирзаһитов.
48. Кемдер йәки нимәлер өсөн тотолоу, сарыф ителеү (аҡса, малға һ.б. ҡарата).
□ Расходоваться, истрачиваться, тратиться. // Расходование, истрачивание. Туйға куп аҡса сыҡты. Ҡулдан мал сығыу. • Еңел табылған мал тиҙ сыға. Әйтем.
49. Иргә, кейәүгә барыу; тормош ҡороу. □ Выходить замуж. // Замужество. Кейәугә сығыу. ■ «Кейәугә сығырға йыйы-ныуы ла тойолмай Таңһылыуҙың», — тине уҡытыусы, тамам аптырап. Ә. Хәкимов. Мине уға [атайығыҙға] бирергә риза булманылар. .. Бер төндө ҡастым да сыҡтым. Ғ. Хәйри.
50. Йомортҡанан яралыу, донъяға килеү (себешкә ҡарата). □ Вылупляться, вылупиться. Тауыҡ себештәре сыҡты.
51. Нимәнеңдер сығышы, тәме, таты беленеү (аш-һыуға ҡарата). □ Выходить, завариваться, һурпаның тоҙо сыҡмаған. Урман сәйе яҡшы сыҡҡан. ■ Туҡтағол ҡатынының ашы тоҙломо, тоҙо сыҡмағанмы — бөтәһенә бәйләнде. Ғ. Ибраһимов.
724