СЫЙЫЛДАШЫУ
урынлашҡан тынлыҡта эт сыйнағаны айырым-асыҡ ишетелде. Ғ. Хисамов.
2. Үҙәк өҙгөс әсе тауыш менән ҡысҡырыу; сыйылдау. □ Пищать. // Писк. Сыйнап илау. ■ Юл ситендә ятҡан ҡараҡ Ғәрифулла: «Үлтертмәгеҙ!» — тип сыйнап ҡысҡырҙы. М. Ғиләжев. Ҡысҡырып, сыйнап тугел, ниндәйҙер әҙәп-тыйнаҡ менән иланы ул бала. М. Кәрим.
3. Әсе тауыш сығарыу. □ Визжать. // Визжание, визг. Тәгәрмәстәр сыйнай. ■ Тегендә лә, бында ла уҫал сыйнап снарядтар ярыла, шартлаусы пулялар шатыр-шотор бейешә. Д. Исламов, һәр яҡтың да еҙ борғоһо сыйнаны, барабандар ҡолаҡ пәрҙәһен йыртырҙай дөңкөлдәне. Й. Солтанов.
СЫЙ-СЫЙ (Р.: подражание многократному громкому визгу; И.: sound imitative word; T.: cıyak cıyak) оҡш.
Ҡабат-ҡабат сый иткән тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание многократному громкому визгу. Сый-сый итеу. Сый-сый ҡысҡырыу. ■ Әллә нәмәләр сый-сый килеп сыйылдаша, әллә нәмәләр сырылдаша. Ғ. Дәүләтшин. Ер ҡыртышы уҙе йәнләнгән, сый-сый ҡысҡыра, һуғыша, мыжғый, алға ынтыла. Б. Рафиҡов.
СЫЙЫҠ (сыйығы) (Р: линия; И.: line; T.: çizgi) и.
1. Ҡәләм йәки осло нәмә ҡалдырған эҙ; һыҙыҡ. □ Линия. Тигеҙ сыйыҡ.
2. Сатнаған эҙ. □ Трещина. Сынаяҡтың сыйығы.
3. кусм. Ниндәйҙер бер насар яҡ, яман-ларлыҡ сәбәп; бәйләнерлек урын. □ Изъян. Кешенән сыйыҡ эҙләу. Сыйыҡ табыу.
♦ Йөрәккә сыйыҡ сығыу йөрәк ярылыу, шартлау. □ Разрыв сердца. Йөрәккә сыйыҡ сығып улеу.
СЫЙЫЛДАҠ (Р: писклявый; И.: squeaky; T.: ince, keskin sesli) с.
Сый-сый итеп торған, сый-сый ҡысҡырған. □ Писклявый, визгливый. / Пискун, пискля, визгун. Сыйылдаҡ тауыш. Сыйылдаҡ сусҡа. ■ «һандуғас» ҡушаматын йөрөткән Николай Соловьев һәр аҙым ыңғайына тейешле баҫым яһап, яңғыра
уыҡлы, сыйылдаҡ тауыш сығарҙы. Я. Хамматов.
СЫЙЫЛДАҠ СӨРӘГӘЙ (Р.: чирок-свистунок; И.: Eurasian теа1; T.: çamurcun) и. зоол.
Ваҡ ҡыр өйрәге. □ Чирок-свистунок (лат. Anas creccd). Сыйылдаҡ сөрәгәйҙәр менән кул тулған.
СЫЙЫЛДАТЫУ (сыйылдат-) ҡ. йөкм. ҡар. сыйылдау, понуд. от сыйылдау. ■ Ҡаты ҡарҙы сыйылдата баҫып, өйгә Иштуған йугереп килеп инде. 3. Биишева. Ауылдың теге осонда бер гармунсы тырыша-тыры-ша уҙенең кис уйнаясаҡ көйҙәрен сыйылдата. С. Ҡудаш. Ғөбәйҙуллин байтаҡ иҫкергән хромканы ҡулына алды, яйын таба алмайынса, тәуҙә тартҡылап-һуҙғылап ҡараны, сыйылдатты, бәйләнешһеҙ тауыштар сығартты. Я. Хамматов. Төлкө шул ике арала бер ҡуян балаһын сыйылдатып тотоп алып та килгән. Әкиәттән.
СЫЙЫЛДАУ (сыйылда-) (Р: визжать; И.: scream; T: keskin çığlıklar atmak) ҡ.
1. Сый итеү, сый-сый килеү; сый-сый ҡысҡырыу. □ Визжать, взвизгивать, пищать. // Визг, взвизгивание, писк. Сыйылдаған сусҡа тауышы. Сыйылдап ҡысҡырыу. Сысҡан сыйылдай. ■ Мартаның сыйылдап ҡысҡырыуы, әрәм тамаҡтан һалдырып әрләуе ишетелә. Ә. Хәкимов. Ихсанбайҙың тауышы был юлы ярайһы көр сыҡты, хатта ғәҙәттәге ғыжлау-сыйылдауы кәмегән кеуек булды. Т. Ғарипова. Бына бер ваҡыт саң кутәрелә, һыҙғырыу, аҡырыу, сыйылдау, һайтылдау башлана. И. Абдуллин. Ҡурҡышынан ҡото осҡан Марсель сыйылдап илап ебәрҙе. Р. Байбулатов. Йыланды кургәс, ҡуяндың ҡото оса: ҡалтырай, сыйылдай, артҡа сигенә. Ғ. Лоҡманов. • Ҡойроғона баҫһаң, сысҡан да сыйылдай. Әйтем.
2. Сый-сый иткән тауыш сығарыу. □ Издавать звук, похожий на визг. Арба тәгәрмәсенең сыйылдауы. ■ Ауыр йөклө сана сыйылдап, шығырлап ишек алдына уҙҙы.
3. Биишева. Солан ишеге сыйылдап асылды. Яр. Вәлиев.
СЫЙЫЛДАШЫУ (сыйылдаш-) ҡ. урт. ҡар. сыйылдау, взаимн. от сыйылдау.
733