Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 734


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СЫЙЫЛЫУ
■ Көсөктәр, сыйылдашып, кире ояларына йугерҙе. Т. Ғарипова. Сусҡалар .. чанға кермәй интектерҙеләр; дурт аяҡтарын да иҙәнгә терәп, һөрән һалып сыйылдаштылар. Д. Исламов. Иҫке манара эсендә сысҡандар ғына ни нәмәнелер булешә алмай сыйылдаша. Й. Солтанов. Ҡайһы аттар кешнәй, ҡайһылары сыйылдашып тибешә. А. Таһиров. Һыу өҫтө сыйылдашҡан балалар менән ҡаплана. Ғ. Әмири.
СЫЙЫЛЫУ (сыйыл-) ҡ.
1. төш. ҡар. сыйыу 1, 4. страд, от сыйыу 1, 4. Машина сыйылған. ■ Төрлө урындарҙа шырпылар сыйылды, тәмәкеләр тоҡандырылды. Д. Юлтый. Ҡашҡа айғыр, беҙҙең ауырлыҡты һиҙмәгән һымаҡ, Урал итәктәре буйынса сыйылған юлдан сапты. И. Абдуллин.
2. Осло нәмә тейеп эҙ ҡалыу, һыҙырылыу.
□ Поцарапаться. Сыйылған иҙән. ■ Зифаның ҡулдары сыйылып бөттө. Ә. Бикчәнтәев.
3. һыҙған һымаҡ оҙон буй булып һуҙылыу, һыҙылыу. □ Тянуться, вытягиваться линией. Сыйылған ҡаш. ■ [Көҙгөнән] ҙур сабыр ҡара куҙле, сыйылып киткән ҡара ҡашлы, ҡуңырыраҡ аҡ йөҙлө, әле һаман һутын юғалтмаған һуҙынҡы ҡалын иренле мөләйем йәш ҡатын ҡараны. Д. Бүләков.
СЫЙЫРСЫҠ (сыйырсығы) (Р.: скворец; И.: starling; T: sığırcık) и. зоол.
1. Турғайҙар ғаиләһенә ҡараған, йәшкелт ҡара төҫтәге һайрар күсмә ҡош. □ Скворец. / Скворечий; скворечный (лат. Stumus vulgaris). Сыйырсыҡ балалары. Сыйырсыҡтар оя ҡора. ■ Ҡарама башында, яҙға ҡыуанып бөтә алмай, сыйырсыҡ талпына. А. Абдуллин. Бер аҙҙан сыйырсыҡ һайрауы ишетелде, әммә теге ваҡыттағы кеуек ярһып тугел, ә яй ғына. И. Абдуллин. Урамда, тәҙрә төбөндә генә, өҙөлөп-өҙөлөп сыйырсыҡ һайрап ебәрҙе. 3. Биишева. Мин яратҡан йәйҙәр кире ҡайтты, сыйырсыҡтар тапты ояһын. Г. Ҡотоева.
2. миф. Изгеләштерелгән ҡош, тотем.
□ Тотемная птица. Сыйырсыҡты ултерһәң, зыянланаһың.
СЫЙЫРСЫҠ БУРАНЫ (Р.: апрельские метели; И.: blizzards in April; T: Nisan fırtınası) u.
Апрель айында булған һуңғы бурандар.
□ Апрельские метели; поздние бураны. Сыйырсыҡ бураны осоро. ■ Буран башланды, ҡыштың һуңғы ғәрәсәте — сыйырсыҡ бураны, тиҙәр уны. Ғ. Хисамов.
СЫЙЫРСЫҠ КҮҘЕ (Р.: незабудка болотная; И.: forget-me-not species; T: unutmabeni) и. бот.
Күгәрсен күҙе һымаҡтарға ҡараған, ваҡ ҡына зәңгәр сәскәле, күп йыллыҡ үҫемлек.
□ Незабудка болотная (лат. Myosotis scor-pioides). Сыйырсыҡ куҙе йыйыу.
СЫЙЫРСЫҠ ҺЫУЫҒЫ (Р: весен ние заморозки; И.: spring light frosts; T.r ilkbahardaki don(lar)) и.
Сыйырсыҡ килгәс була торған яҙғы һыуыҡ. □ Весенние заморозки (обычно, после прилёта скворцов). Быйыл сыйырсыҡ һыуығы оҙаҡҡа һуҙылды.
СЫЙЫУ (сый-; сыя) (Р: царапать; И.: scratch; T: çizmek) ҡ.
1. Осло нәмә менән нимәгәлер эҙ һалыу.
□ Царапать. Машинаны сыйып бөтөу. ■ [Уҡытыусы] бәке осо менән сыйып, партаға «К» хәрефен яҙғаным өсөн оҙон ағас линейка ҡыры менән ҡул һыртыма һуҡты. М. Кәрим. Аҡһак Тимер .. ҡынынан хәнйәрен һурып алып, тәгәсте сыя. Хикәйәттән.
2. Кәрәкһеҙ һанап, һыҙып ташлау. □ Зачёркивать; вычёркивать, вычеркнуть что. // Зачёркивание, вычёркивание. Яҙғанды сыйыу. Исемлектән сыйып ташлау.
3. Осло нәмә менән эҙ ҡалдырып, йәрәхәтләү; һыҙырыу. □ Царапать. Гөлйемеш сәнскәгенә сыйылыу. ■ Биткә ағас ботаҡтары бәрелде, ҡулды сыйҙы, ләкин Камалова быға иғтибар итмәне. И. Абдуллин. Ватыҡ быяла сәселеп, Устюжаниндың битен сыйып китте. Ғ. Ғиззәтуллин. Снаряд ярсыҡтары теткеләгән зәғиф ағас ботаҡтары аяҡҡа эләкте, биттәргә төртөлдө, ҡулдарҙы сыйҙы. Я. Хамматов.
4. Нимә менәндер ҡайҙалыр һыҙыу (ут тоҡандырыу өсөн шырпыны һыҙыра тартыу һ. б.). □ Чиркать что чем. Сыбыҡ менән ерҙе
734