СЫҠЫЛДАУ
сыйыу. ■ [Хәмит] шырпы артынса шырпы сыйып, ашыға-ашыға тауыш ишетелгән яҡҡа атланы. Д. Бүләков. Саяф, тыңлауһыҙға әйләнгән йыуан бармаҡтары араһына папирос ҡыҫтырып, шырпы сыйырға маташты. Т. Ғарипова. Әптерэй шырпы сыйҙы, пулемёт гильзаһына мамыҡ филтә тығып яһалған һуҡыр шәмде тоҡандырҙы. Й. Солтанов.
5. миф. Магик ысул менән һаҡланыу.
□ Магическое очерчивание. ■ Ҡырҙа йоҡлағанда, ен-шайтан теймәһен тип, сыйып ала инек. «Башҡорттарҙың мифологик һүҙлеге» нән.
СЫЙЫШ и. диал. ҡар. селбәрә. Сыйыш көтөүе.
СЫЙЫШЫУ (сыйыш-) ҡ.
1. урт. ҡар. сыйыу 1, 3. взаимн. от сыйыу 1,3. Сыйышып бөтөу.
2. күсм. Үҙ-ара талашыу, яғалашыу.
□ Ссориться друг с другом. Күршеләр менән беҙ бер ҙә сыйышып йәшәмәнек. ■ Өйҙә сыйышып китһәләр ҙә, урамға сыҡҡас, Күкһылыуға ул [Көнһылыу] ел-ямғыр тейҙермәй. Т. Ғарипова.
♦ Йөҙ сыйышыу әрләшеү, талашыу.
□ Ссориться. ■ [Миңһылыу:] Атайың фронтта, .. ситтә көрәшкәндә, мин бында Исхаҡ кулактар менән йөҙ сыйыштым. К. Кинйәбулатова.
СЫҠ (Р.: подражание звуку треснувшего стекла, удара железа обо что-л:, И.: sound imitative word; T.: cam kırılma, bir şeye demirle vurma sesi) оҡш.
Тимер менән ҡаты нәмәгә һуҡҡанда йәки сынаяҡ, быяла ватылғанда сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание звуку треснувшего стекла, удара железа обо что-л. Сыҡ итеп ҡалыу.
СЫҠҠЫЛАУ (сыҡҡыла-) ҡ. ҡар. сығыу. многокр. от сығыу. ■ Хужабикә апай башта Һарыбайға ипле генә ине: ваҡытында ашатты, кис көндәре үҙе менән урамға йөрөргә лә алып сыҡҡыланы. Р. Байбулатов. Яҡшылап ремонтланған машиналар ҙа, хатта яңылары ла, сафтан сыҡҡыланы. Ә. Вәли. Быға тиклем баҡсаға һирәк-мирәк кенә инеп сыҡҡылаған Гөлбаныу ҡарсыҡ ят сәскә тирәһендә әйләнә башланы. Р. Низамов. Юҡ-
юҡта урманда төрмәнән ҡасып йөрөгән бандиттар килеп сыҡҡылай. Р. Өмөтбаев.
СЫҠМА (Р: прыщ; И.: pimple; T: sivilce) и. диал. ҡар. һытҡы.
Эренләп сыҡҡан сабыртҡы. □ Прыщ, угорь. Сыҡма сығыу. Сыҡманы дауалау. Сыҡма име.
СЫҠМАЛЫҠ (сыҡмалығы) и. ҡар. сыған. ■ Яйыҡтағы сыҡмалыҡтарҙы атлы казактар ҡараған. Хикәйәттән.
СЫҠ-СЫҠ (Р: подражание многократному звуку треснувшего стекла, удара железа обо что-л:, И.: sound imitative word; T: cam kırılma, bir şeye demirle vurma sesi) оҡш.
Ҡабат-ҡабат сыҡ иткән тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание многократному звуку треснувшего стекла, удара железа обо что-л. Сыҡ-сыҡ бәрелеү. Сыҡ-сыҡ итеү. Сыҡ-сыҡ килеү.
СЫҠТА (Р: недоуздок; И.: headpiece; Т: yular) и. диал. ҡар. нуҡта.
Ауыҙлыҡһыҙ йүгән. □ Недоуздок. Сыҡта үреү. Кайыш сыҡтаһы. Атҡа сыҡта кейҙереү.
СЫҠЫЛДАҠ ҠОРТ (Р: гусеница-древоточец; И.: carpenter millers; T: tahta kurdu, ağaç kurdu) u.
Бүрәнә ярығында сыҡылдап тора торған ҡорт. □ Гусеница-древоточец (лат. Cossus cossus). Сыҡылдаҡ ҡорттарҙы бөтөрөү.
СЫҠЫЛДАТЫУ (сыҡылдат-) ҡ. ҡар. йөкм. сыҡылдау, понуд. от сыҡылдау. Кайсы сыҡылдатыу. Сыҡылдатып тимергә һуғыу. ■ Машинкала баҫҡан ҡыҙыҡайҙың бер кемдәлә эше юҡ, машинкаһын сыҡылдатыуын белә. Ғ. Ғәйнуллин.
СЫҠЫЛДАУ (сыҡылда-) (Р: звякать; И.: tinkle; T.: şıngırdamak) ҡ.
Сыҡ-сыҡ итеү, сыҡ-сыҡ килеү. □ Звякать; стучать. // Звяканье; стук. Йоҙаҡты сыҡылдатыу. ■ Йоҙаҡ ике әйләнештә ҡаты-ҡаты сыҡылдап асылды. Ә. Байрамов. Ара-тирә .. ат тояғына тейгән таштың сыҡылдау ы ишетелһә ишетелә, бүтән тауыш-тын юҡ. Ә. Хәкимов. Тик ғәжәп — пугачтар атмай, затворы ҡурғашҡа сыҡылдап тик тора. Д. Шәрәфетдинов. Майланған затворҙары сыҡылдап тора, әй-
735