сыл
терһең, Андрей Иванович хәҙерҙән походҡа әҙер. Р. Өмөтбаев.
СЫЛ и. диал. ҡар. сүпрә. Сыл менән эсетеу.
СЫЛАНДЫРЫУ (сыландыр-) ҡ. ҡар. сылатыу. ■ Үләндәрҙе сыландыр, яу, яу, ямғыр, яу, ямғыр. Ш. Бабич. Йәш тамсыһы, Гөлйөҙөм апайҙың һөрмәле куҙ төбөн сыландырып, бите буйлап һиҙҙермәй генә тубәнгә тәгәрәне. Ф. Әсәнов.
СЫЛАНЫУ (сылан-) (Р.: мокнуть; И.: become wet; T.: ıslanmak) ҡ.
1. Дым, һыу тейеп, яйлап еңелсә һыуланыу, еүешләнеү. □ Мокнуть, взмокнуть, вымокнуть. Иртәнге ысыҡҡа сыланып бөтөу. ■ Әлфиә-Жу жа, балтырына саҡлы сыланып, кәмәне һөйрәп килтерҙе. И. Абдуллин. Ҡала ситендәге оҙон-оҙон барактар янына килеп еткәндә, ҡыҙҙар ныҡ ҡына сыланып өлгөргәйнеләр инде. Ә. Байрамов.
2. Күҙ йәше менән бөтөнләй ҡапланыу, йәшләнеү. □ Наполниться, наливаться слезами; слезиться. ■ Уның [Хәмиҙәнең] куҙе ҡыҙарған, оҙон керпектәре сыланған, ике бите ағарған ине. М. Ғафури. Миләушә ни аралалыр йәшкә сыланып өлгөргән куҙ-ҙәренә урын таба алманы. Д. Исламов. Таңһылыу керпектәренең сыланыуын тойҙо һәм ҡулъяулығын сығарҙы. Т. Ғарипова. Шаҡмандың куҙҙәренең сыланғанын куреп, Вәлиев уны уңайһыҙлағыһы килмәне, ҡулын ныҡ ҡыҫып, хушлашты. Ғ. Хисамов.
СЫЛАТЫЛЫУ (сылатыл-) ҡ. төш. ҡар. сылатыу, страд, от сылатыу. Сылатылған кейем. Сылатылған таҫтамал.
СЫЛАТЫУ (сылат-) (Р: мочить; И.: soak; T.: ıslatmak) ҡ.
1. Һыу тейҙереп еүешләү, еңелсә һыулау. □ Мочить, промачивать, вымачивать. // Мочка, вымачивание. Кипкән ирендәрҙе сылатыу. ■ Иртәнге ысыҡ тиҙ арала гимнастёрка аша утеп, тәнде сылатып өлгөрҙө. Р. Байымов. Ямғыр ҙа етерлек яуҙы, тик шуныһы ғына оҡшап етмәй: ул кәрәгенән артыҡ сылата. Н. Мусин. Тугелгән һыу болдор өҫтөн дә, Иркәнең кулдәк итәген дә сылатып бөткән. Ә. Вәли. Иҙрисов теле менән иренен сылатты, ауыр көрһөндө. А. Мағазов.
2. Йәшкә батырыу. □ Плакать, утопать в слезах. ■ Айбикәнең керпектәрен йәш бөртөктәре сылатҡайны. Ә. Бикчәнтәев. [Людмила] йәш сылатҡан ике битен уң ҡул һырты менән тик әле генә һөртөп ҡуйҙы. М. Кәрим.
СЫЛБАРА и. зоол. диал. ҡар. селбәрә. Йылғаның һай еренә йыйылған сылбаралар.
СЫЛБЫР I (Р: цепь; И.: chain; T.: zincir) и.
1. Бер-береһенә кейҙерелгән ваҡ дүңгәләктәр теҙеменән торған, ғәҙәттә, аҫыл металдан эшләнгән бау. □ Цепь, цепочка. / Цепной, цепочный. Алтын сылбыр һатып алыу. Көмөш сылбыр тағыу. ■ Клава, ебәк кулдәктәрен шаулатып, ҡулындағы, муйынындағы алтын сылбырҙары менән уй-най-уйнай, тағы куп итеп ниҙер һөйләнде. Һ. Дәүләтшина. Мәрхумәнең .. тушендә бронза сылбыр менән .. бронза һырға табылды. Н. Мәжитов.
2. Ҡылдан, тарманан һ. б. ишелгән оҙон һыңар теҙген. □ Верёвка. ■ Алпамышаның инәһе ҡырҡ көнлөк аҙыҡ бешерә, һеңлеһе ҡырҡ ҡолас ебәк сылбыр ишә, ти. «Алпамыша». Ашҡынайым китте, сылбырын һөйрәп, тоттормаҫмы икән, йәйәу йугерһәм. Халыҡ йырынан.
3. диал. Теҙелеп торған бер төрлө нәмәләр йәки кешеләр рәте; теҙмә. □ Цепь, вереница. Кешеләр сылбыры. ■ [Йөҙшишмә ауылының] дурт тарафынан да бейек-бейек тауҙар әйләндереп алған, улар һыртында сылбырҙай теҙелешкән ғорур ҡаялар ел-ямғыр уткәрмәй баҫып тора. Д. Бүләков. Куктәргә бағып, төньяҡҡа юлланған ҡоштар сылбырын оҙатып, әллә ниндәй кисерештәргә тарыным. Р. Камалов. Алыҫта кугәреп ку-ренгән оҙон тау сылбырҙары артында ташҡын һыулы, матур Ханис-Тсхани аға. Ә. Чаныш.
4. диал. ҡар. сынйыр. ■ [Кунаҡҡол] этенә һөрлөгә-атлай, уның ауыр сылбырына урала-урала,.. йоҙаҡтарҙы һәрмәнеп тикшереп сыҡты. X. Ғиләжев.
5. Тотҡондағы кешеләрҙең аяҡ-ҡулына кейҙерә торған тимер ҡоршау. □ Оковы, кандалы. ■ Дошман һалдаты, курәһең, ҡас
736