Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 766


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СЫРЫШЛАНЫУ
1. Сырыш баҫҡан, сырыш ҡаплаған, сырышы күп булған. □ Морщинистый. Сырыш бит. Сырыш ҡулдар. Сырыш япраҡлы үҫемлек. ■ Шулай ҙа ҡуҙ йәше, уны [Ғәй-никамалды] тыңламай, сырыш бите өҫтөнән супырлап тәгәрәне. Ш. Янбаев.
2. диал. Беше, ҡаты. □ Плотный. Сырыш ағас. Сырыш туҡыма. Сағыу төҫлө сырыш күлдәклек.
СЫРЫШЛАНЫУ (сырышлан-) ҡ. тош. ҡар. сырышыу, страд, от сырышыу. Сы-рышланып бөткән. Ҡартайып сырышланыу.
СЫРЫШЛЫ с. ҡар. сырыш. Сырышлы ҡулдар. Сырышлы сикәләр. ■ Әсәйемдең тальян күреге кеүек сырышлы киң маңлайына, танау ҡанаттарына бөрсөк-бөрсөк тир бәреп сыҡты. Яр. Вәлиев.
СЫРЫШТЫРЫУ (сырыштыр-) (Р.: морщить; И.: wrinkle; T.: kırıştırmak) ҡ.
1. Сырышлы итеү, йыйырсыҡландырыу. □ Морщить. Сырыштырып тороу. Сырыштырып бөтөрөү. ■ Сәбилә былай ҙа сомтор танауын юҡҡа ҡалдырып тигәндәй сырыштырҙы. Т. Ғарипова. Барый, маңлайын сырыштырып, башын түбән эйҙе. Й. Мостафин.
2. диал. Ойпалап, йомарлап таушалдырыу. □ Мять, сминать. Шымартылған урын ерен ултырып сырыштырыу. Итәген сырыштырып бөткән.
СЫРЫШЫУ (сырыш-) (Р.: морщиться; И.: wrinkle; T.: kırışmak) ҡ.
1. Сырышлыға әйләнеү, сырыш менән ҡапланыу; йыйырсыҡланыу. □ Морщиться. Сырыша башлау. Сырышып тороу. Йөҙө сырышып бөткән. ■ Байҙың бисәһе шундай һөрөнтөп бөткән буламы? Биттәре сырышҡан, тештәре ҡырылған. Ғ. Ибраһимов. Пеньковтың аҡһыл һары йонсоу йөҙө асыулы сырышты. Я. Хамматов.
2. диал. Ойпаланып бөтөү, йомарланыу, таушалыу. □ Мяться. Бөтәрләнеп сырышып бөтөү. Күлдәк итәктәре сырышҡан. Таушалып сырышып бөтөү. ■ Уның [Зөһрәнең] сәстәре туҙғыған, оҙаҡ илауҙан күҙ ҡабаҡтары шешенгән, оҙон керпектәре уҡмашып бөткән, койкала оҙаҡ аунағандыр,
ахырыһы, пальтоһы мамыҡҡа һырылған, сырышып бөткән ине. Д. Исламов.
3. диал. Ит-май кәмеп, тән йоҡарыу, ҡаҡсаға әйләнеү; ябығыу. □ Худеть. Йөҙө һурылып, кәүҙәһе сырышып киткән. Һын-торошо сырышып бөткән.
СЫРЬЁ [рус.] и. ҡар. сеймал. Минераль сырьё етештереү. Химик сырьё. Нефтте сит илгә сырьё итеп һатыу. ■ Беҙҙең заводтар ҡулланыу тауарҙары етештермәй, сырьё бирә. Д. Бүләков. Башҡортостан геология идаралығы тарафынан һуңғы һигеҙ-туғыҙ ай эсендә генә оборона сәнәғәте өсөн мөһим сырьё булған боксит, марганец, баҡыр рудаһы, никель ятҡылыҡтары асылды. Я. Хамматов.
СЫР ЯЛАНҒАС (Р: совсем голый; И.: stark naked; T.: çırılçıplak) p.
1. Өҫтөндә бөтөнләй кейеме булмаған, яланғас. □ Совершенно голый, нагой. Сыр яланғас тән. Сыр яланғас йөрөү. Сыр яланғас тороп ҡалған.
2. Кейем-Һалымы насар; кейемһеҙ, ярлы.
□ Совсем бедный. ■ Икегеҙ ҙә сыр яланғас инегеҙ, кейем бирҙек, һ. Дәүләтшина.
СЫСАЙЫУ (сысай-, сысая) ҡ. диал. сусайыу. Сысая башлаған. Сысайып сыҡҡан. Тамыры сысайып сығып тора.
СЫСАНЛАУ (сысанла-) ҡ. диал. ҡар. сусанлау. Сысанлап йөрөү. Сысанлай башлау. Сысанлап тороу. Сысанлап килеп сығыу.
СЫСҠАҠ ҺУНА (Р: разновидность дикой утки; И.: sort of mallard species; T.: yeşilbaş) и. ҡар. һоро өйрәк.
Ерәнһыу һоро төҫтәге, ҡауырһындары ерән һәм аҡ таптар менән сыбарланған йорт өйрәге ҙурлығындағы ҡыр өйрәге.
□ Разновидность дикой утки (лат. Anas platyrhynchos). Сысҡаҡ һуна йомортҡалары. Сысҡаҡ һуна бәпкәләре. ■ Сысҡаҡ һуна һуна өйрәктән төҫө һәм көҙгөһөн аҡ булыуы менән айырыла. Э. Ишбирҙин.
СЫСҠАН I (Р: мышь; И.: mouse; Т.: sıçan) и.
1. зоол. Осло моронло, яланғас оҙон ҡойроҡло бәләкәй генә кимереүсе йәнлек. □ Мышь (лат. Mus musculus). Баҫыу сысҡаны.
766