СЫРЫШ
сырылдағы һымаҡ, йәйҙең дә ғумере ҡыҫҡа. Ә. Әминев.
2. Әҙ генә тейгәнгә лә ғауғалап барған. □ Визгливый. Сырылдаҡ булыу. Сырылдаҡҡа бер һуҙ әйтеу етә. М Таиба әбей, һаман ҡоро итеп: «Мә, имеҙ сырылдаҡтарыңды». 3. Биишева.
СЫРЫЛДАҠ III (сырылдағы) и. диал. ҡар. сәпсәү. ■ Сырылдаҡтың өс бөртөк кукһелһарыйомортҡаһыбула. Э. Ишбирҙин.
СЫРЫЛДАҠ IV (сырылдағы) (Р.: сверчок (домовый)', И.: house cricket; T.: ocak çekirgesi) и. диал. ҡар. өй сиңерткәһе.
Өй эсендә йәшәгән сиңерткә төрө. □ Сверчок (домовый или сверчок домашний) (лат. Acheta domesticus). Мейес артында сырылдаҡ сырылдай. Бер туҡтауһыҙ сырылдаҡ сырылдай. ■ Сырылдаҡтар ку-ңелле сырылдай башлаһа, бесән мәле етә. һынамыш.
СЫРЫЛДАҠ КИЛЕЙЕК (килейе-ге) и. ҡар. сырлауыҡ. ■ Сырылдаҡ килейек һайрауы яңғырауыҡлы, сылтырап аҡҡан йылға тауышын хәтерләтә. Э. Ишбирҙин.
СЫРЫЛДАТЫУ (сырылдат-) ҡ.
1. йөкм. ҡар. сырылдау 1. понуд. от сырылдау 1. Сырылдатып тороу. Һыбыҙғыны сырылдата башлау. Сырылдатып йөрөу. ■ Беҙҙең ротаның бер дневальныйы һыбыҙғыһын сырылдата башланы. А. Таһиров.
2. йөкм. ҡар. сырылдау 2. понуд. от сырылдау 2. Баланы сырылдатыу. Сырылдатып илатыу. ■ Бер шаян егет машинаның кузовынан төшөрөшкән арала ҡыҙҙарҙы сырылдата-сырылдата ҡытыҡлап та өлгөрҙө. С. Шәрипов.
СЫРЫЛДАУ (сырылда-) (Р.: стрекотать; И.: rap; T.: cırıldamak) ҡ.
1. Сыр-сыр итеү, сыр-сыр тигән тауыш сығарыу, сыр-сыр килеү. □ Стрекотать, верещать. // Стрекотание, верещание. Сиңерткә сырылдай. ■ Ҡыҙырас, ҡағынып-һуғынып, һабан турғайы булып сырылдарға тотондо. 3. Биишева. Тирә-йундә ял белмәй баҫыу сиңерткәләре сырылдай. Р. Байымов. Киндер
турғайы киҫкен тауыш менән сырылдап һайрай. Э. Ишбирҙин.
2. Әсе тауыш менән ғауғалап ҡысҡырыу.
□ Визжать. // Визг, визжание. Сырылдап ебәреу. Сырылдап ҡысҡырыу. Йәмһеҙ тауыш менән сырылдау. ■ Ғизелбанат кукле-йәшелле тауыштар менән сырылданы. Ғ. Ибраһимов.
СЫРЫЛДАШЫУ (сырылдаш-) ҡ. урт. ҡар. сырылдау 1, 2. взаимн. от сырылдау 1, 2. Турғайҙар сырылдаша. ■ Сиңерткәләр сырылдашһа — аяҙға, һынамыш.
СЫРЫМ и. диал. ҡар. серем. Сырым итеу. Сырымға китеу. Еңелсә генә сырым булды. ■ [Айһылыу:] Сырым итеп уянһам, ҡырҙа тойҙом уҙемде. «Урал батыр».
СЫРЫМТА (Р: осенний тонкий лёд; И.: autumnal thin ice; T.: sonbaharda ince buz) и. диал.
1. Көҙгө йоҡа боҙ. □ Осенний тонкий лёд. Кул өҫтөндә ялтырап ятҡан сырымта. Куләуек өҫтөндәге сырымта.
2. Ҡайнаған һөт өҫтөнә ултырған яры.
□ Плёнка на кипячёном молоке. Һөт сырымтаһын алыу. Ҡайнаған һөт өҫтөндәге сырымта.
СЫРЫШ I (Р: морщина; И.: wrinkle; Т: kırışık) и.
1. Бит, ҡулдағы ваҡ ҡына булып йыйырылған һырҙар; йыйырсыҡ. □ Морщина, складка (на лице, теле). / Морщинистый. Тәрән сырыштар. Куҙ төбөндәге сырыштар. Йөҙөн сырыш баҫҡан. ■ Әминә: «Ҡайтып, ҡайһылай арыу иттең әле, улым» — тине, сырыш баҫҡан ҡаҡса битендәге тирҙе һөртөп. Н. Мусин. Аҡ һаҡаллы, йөҙөн иҫәпһеҙ сырыштар ҡаплаған, әле теремек кенә куренгән бабай уның [Ғилман] янына яҡынланы. Д. Бүләков.
2. диал. Ойпаланыуҙан, йомарланғандан барлыҡҡа килгән һыр. □ Складка. / Со складкой. Сырыш кейем. Сырышҡа әйләнеу. Салбар сырышын утекләу. Итәктең сырышын һыпырып төҙәтеу. ■ Владимир ни әйтергә белмәйенсә, дивандағы сырыштарҙы һыпырғыларға кереште. Н. Мусин.
СЫРЫШ II (Р: морщинистый; И.: wrinkled; T: kırışık) с.
765