СӘЙ ЕЛӘГЕ
Сәйгунде ҡайнатырға ҡуйыу. Сәйгунгә һыу ҡойоу. ■ Сәлмән ашыҡ-бошоҡ йыйынды ла, сәйгундәге ҡалдыҡ сәйҙе усаҡҡа һибеп, улын кирегә әйҙәне. С. Шәрипов.
2. ҡар. сәйнүк 1. Электр сәйгун. Сәйгун менән һыу ҡайнатыу.
СӘЙ ЕЛӘГЕ (Р: малина; И.: raspberry; Т.: ahududu) и. диал. ҡар. ҡурай еләге.
Рауза сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған сәнскәк һабаҡлы ҡыуаҡ үҫемлек һәм шул үҫемлектең хуш еҫле алһыу емеше; әберсә.
□ Малина. / Малинный, малиновый (лат. Rubus idaeus). Сәй еләге ҡайнатмаһы. Сәй еләге ашау. Сәй еләгенән һут.
СӘЙЕН (Р: до, вплоть до; И.: up to; down to; T: kadar) бәйл. диал. ҡар. тиклем.
Ваҡыт сиген белдереүсе бәйләүес; ҡәҙәр.
□ До, вплоть до. Көҙгә сәйен. Төнгә сәйен. Һуғымға сәйен. Арыш мәленә сәйен.
СӘЙЕНКӘ и. диал. ҡар. сайыр. Сәйенкә йыйыу. Ҡарағай сәйенкәһе. Сәйенкәһе тамсылап ҡына тама.
СӘЙЕР I [ғәр. j^] (Р: прогулка; И.: walk; T.: gezi) и. иҫк.
1. Тирә-йүнде тамаша ҡылып, ял итеп йөрөү мәле, хәрәкәт. □ Прогулка. Киске сәйер. Иртәнге сәйер. Бала-сағаны сәйергә алып сығыу.
2. Күҙәтеп, тамаша ҡылып торған хәл.
□ Наблюдение, обозрение. Сәйер итеу. Сәйер хәлендә тороу.
СӘЙЕР II [ғәр. j^>] (Р: странный; И.: strange; T.: tuhaf) с.
Ғәҙәттәгесә булмаған, ғәҙәттәгенән айырмалы, ят; ғәжәп, ҡыҙыҡ. □ Странный, чудной. Сәйер ҡараш. Сәйер кеше. Сәйер тынлыҡ. Сәйер уй. Сәйер ҡылыҡ. ■ Улының сәйер ятһыныуына туҙеп йөрөнө-йөрөнө лә Мансур, яйын табып, һөйләшеп ҡарарға уйланы. Ә. Хәкимов. Ике таш араһындағы соҡорҙа ҡалған куләуектә малайҙар ниндәйҙер сәйер йән эйәһенә тап булдылар. Б. Рафиҡов.
СӘЙЕР III [ғәр. (Р: странно; И.: strangely; T.: garip) р.
Ғәҙәттәгесә түгел, ят, ғәжәп рәүештә.
□ Странно, чудно. Сәйер көлөу. Сәйер
куренеу. Сәйер ҡыланыу. ■ Әле генә сыҡҡан ҡараңғы, еуеш йырындан һуң куктә янып торған ҡояшты куреу сәйер ҙә, ҡыуаныслы ла ине. Ш. Янбаев.
СӘЙЕР IV и. диал. ҡар. сайыр. Сәйер ағыҙыу. Сәйер йыйыу. Сәйер йыйырға йөрөу.
СӘЙЕР ИТЕҮ (сәйер ит-) ҡ. ҡар. сәйер ҡылыу. Сәйер итеп килеу. Сәйер итеп йөрөу. Сәйер итеп ҡайтыу. Урам буйлап сәйер итеу. М Теләйем шунда шул ерҙәргә китергә, барып рәхәттәр сигергә, сәйер итергә. М. Сабит.
СӘЙЕР ҠЫЛЫУ (сәйер ҡыл-) (Р: про гуливаться; И.: take a walk; T: gezmek) ҡ.
1. Тирә-йүнде тамаша ҡылып, ял итеп йөрөү. □ Прогуливаться, совершать прогулку. Йорт тирәһен сәйер ҡылыу. Сәйер ҡылып йөрөу. Сәйер ҡылып килеу. Паркта сәйер ҡылыу.
2. Ил гиҙеү, донъя күреп йөрөү. □ Путешествовать. Сит илгә сәйер ҡылыу. Республика буйлап сәйер ҡылыу. Йылы яҡҡа сәйер ҡылыу. Йәйгеһен сәйер ҡылыу.
3. Күҙәтеү, тамаша ҡылыу. □ Наблюдать, обозревать. Тәбиғәт куренештәрен сәйер ҡылыу. Кырмыҫҡа иләуен сәйер ҡылыу. Ғәжәпләнеп, сәйер ҡылып тороу.
СӘЙЕРЛЕК I (сәйерлеге) (Р: странность; И.: strangeness; T: gariplik) и.
Сәйер эш, сәйер ҡыланыш. □ Странность. Тауышында сәйерлек бар ине. И һағынбайҙың сәйерлеге Кашаповты ҡыҙыҡһындыра башланы. Яр. Вәлиев. Һуңғы бер-ике көндә ул [Хәнифә апай] былай ҙа Рәуфтең сәйерлегенә аптыраңҡырабыраҡ йөрөй ине. Р. Ғабдрахманов.
СӘЙЕРЛЕК II (Р: место, предназначенное для прогулок; И.: place for a walk; T: gezi yeri) и. иҫк.
Ял итеп йөрөй торған урын. □ Место, предназначенное для прогулок. ■ Улар сәйерлеккә сығып йөрөгәндә, батшаның ҡатыны: «Ауырландым, рөхсәт итһәң, ҡайтыр инем», — тигән. Әкиәттән.
СӘЙЕРСЕ (Р.: странствующий; И.: peregrinate; T: seyyar) и. иҫк.
786