сәйлән
1. Тирә-йүнде тамаша ҡылып, ял итеп йөрөүсе кеше. □ Странствующий, бродячий. Сәйерсе булып йөрөу. Сәйерсегә әйләнеу.
2. Күҙәтеүсе, тамаша ҡылыусы. □ Наблюдатель, обозреватель. Сит сәйерсе. Билдәһеҙ сәйерсе. Сәйерсе булып ҡалыу. Сәйерсе булып тороу.
СӘЙЕР-СӘЙӘХӘТ (Р.: путешествие; И.: journey; T.: seyahat) и. йыйн.
Ил, донъя гиҙеү эше. □ Путешествие. Йылы яҡҡа сәйер-сәйәхәт. Сәйер-сәйәхәттә йөрөу. Сәйер-сәйәхәткә сығыу.
СӘЙЕРҺЕНДЕРЕҮ (сәйерһендер-) (Р.: удивлять; И.: astonish; T.: şaşırtmak) к.
Ғәжәпләндереү, аптыратыу. □ Удивлять. Сәйерһендереп ҡуйҙы. Бер аҙ сәйерһендерҙе. Кургән тамаша бик ныҡ сәйерһендерҙе. ■ Әле ныҡлап эшләнеп тә бөтмәгән был таш һынды ҡарттың таныуы мине тағы сәйерһендерҙе. Ә. Вахитов. Берәуҙәрҙе сәйерһендереп, икенселәрен аптыратып, ҡыҙ яғында туй утеп тә бара. Ғ. Ибраһимов.
СӘЙЕРҺЕНЕҮ (сәйерһен-) (Р.: удивляться; И.: be astonished; T.: şaşırmak) ҡ.
Нимәгәлер ғәжәпләнеп, бер аҙ аптырап ҡалыу. □ Удивляться. // Удивление. Сәйерһенә башланы. Сәйерһенеп төроу. Оҙаҡ сәйерһенеп йөрөнө. ■ Зәлифә лә ҡарттың был ҡылығынан сейерһенде булһа кәрәк, яран гөлөн балконға ҡуймай башланы. 3. Ураҡсин. Ҡатын сәйерһенеп ҡарап торҙо ла, ҡулбашын йыйырып, китергә ыңғайланы. Ә. Хәкимов.
СӘЙЕТ I [ғәр. (Р.: властелин, правитель; И.: lord, potentate; T.: seyit) и. иҫк.
1. Батша, хаким. □ Властелин, правитель. Бөйөк сәйет. Намыҫлы сәйет. Сәйеткә әйләнеу. Сәйет итеп тәғәйенләнеу.
2. Мөхәммәт пәйғәмбәр нәҫеленән булған кеше. □ Человек из рода пророка Мухаммеда. Сәйет булыу. Сәйет нәҫеле.
СӘЙЕТ II (Р. : название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan subdivisions; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Ҡара-табын ырыуына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племе
ни кара-табын. Сәйет ерҙәре. Сәйет аймағы башҡорттары. Сәйеттәрҙең нәҫел башы. Сығышы менән сәйет араһынан.
СӘЙЕФ [ғәр. (Р: сабля; И.: sabre; Т.: seyf) и. иҫк. кит. ҡар. ҡылыс.
Сабыу, сәнсеү өсөн ҡулланылған үткер йөҙлө һуғыш ҡоралы. □ Сабля. Исемләнгән сәйеф. Сәйеф мираҫ итеу. Нәҫелдән нәҫелгә кускән сәйеф. М Мостафа Сәйфелмөлөк, сәйефең — белек, юҡ һис хафа. Ш. Бабич.
СӘЙ ҠАЛАҒЫ (Р: чайная ложка; И.: tea spoon; T.: kaşık) и. диал. ҡар. балғалаҡ.
Бал, май алып ҡаба торған бәләкәй ҡалаҡ. □ Чайная ложка, ложечка. Көмөш сәй ҡалағы. Сәй ҡалағы менән болғатыу. Сәй ҡалағы менән сәйгә шәкәр һалыу. Сәй ҡалағы таратыу. Бер сәй ҡалағы супрә ҡабартыу.
СӘЙҠОМҒАН и. диал. ҡар. сәйгүн. Еҙ сәйҡомған. Тефаль сәйҡомған. Сәйҡомғанға сәй ҡайнатырға ҡуйыу.
СӘЙЛЕК (сәйлеге) (Р: чаевые; И.: tip; Т.: bahşiş) и.
Ваҡ-төйәк хеҙмәт күрһәткән өсөн бирелгән аҡса. □ Чаевые. Сәйлек биреу. Сәйлек аҡса ҡалдырыу. Мул сәйлек алыу. М Плотниктарға яңы өйҙө тиҙерәк эшләп бөтөрөу өсөн [Мырҙаш] бик мул ғына сәйлек төрттө. Д. Юлтый. Беренсе класс залда .. эш ауыр булһа ла, сәйлек тигән төшөм тамғылай. Ғ. Ғүмәр.
СӘЙЛӘН I (Р: бисер; И.: beads; Т.: boncuk) и.
1. Бик ваҡ быяла, таш йә башҡа төрлө яһалма материалдарҙан эшләнгән мәрйен.
□ Бисер, бисерина. Аҡ сәйлән. Көпшә сәйлән. Сәйлән менән сигеу. Сәйләндәрҙән беләҙектәр теҙеу. Сәйлән менән ҡайылған ҡалпаҡ. Сәйлән менән ҡапланған тушелдерек. ■ Бер башына сәйлән кейҙерелгән оҙон энәләр менән эш иткәндә, уның [Мәулиханың] ҡулдарына куҙ эйәрмәй. М. Кәрим.
2. диал. Шул мәрйендән яһалған мунсаҡ.
□ Бусы, бижутерия. Оҙон сәйлән. Кыҫҡа сәйлән. Муйынға сәйлән тағыу. Беләккә сәйлән тағыу.
787