Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 788


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

сәйлән
3. диал. Сын мәрйен. □ Природный мелкий коралл. Ынйы сәйлән. Йәшмә сәйлән. Гәрәбә сәйлән. Зөбәржәт сәйлән.
4. диал. Ваҡ һәҙәп. □ Мелкая пуговица. Сәйлән тағыу. Аҡ сәйләндәр. Иҙеүендә алһыу ғына сәйләндәре теҙелеп тора.
5. күсм. Нимәнецдер теҙеме. □ Цепь или ряд чего-л. ■ Марат Ҡәримовтың .. «Ағиҙелгә» шиғыры фәҡәт сағыштырыуҙар сәйләненә ҡоролған. Ғ. Хөсәйенов. Кешелек өсөн утлы сәйлән итеп теҙгем килә серҙәр бөртөгөн. М. Ғәли. Уйҙарымды ҡамай көҙ һалҡыны, ҡулдарымда һағыш сәйләне. Ә. Таһирова.
СӘЙЛӘН II (Р.: первый весенний дождь; И.: first spring rain; T: ilk bahar yağmuru) и. диал. ҡар. ләйсән.
Тәүге яҙғы ямғыр. □ Первый весенний дождь. Сәйлән яуып үтте. Сәйлән һибәләй башланы. Тәүге сәйлән тамсылары.
СӘЙЛӘНЛЕ (Р: бисерный; И.: having beads, bead type; T: boncuklu) с.
Сәйлән (1) менән сигелгән, биҙәлгән. □ Бисерный. Сәйләнле ҡашмау. Сәйләнле таҡыя. Сәйләнле ҡалпаҡ. I Ҡайыулы алъяпҡыстар бәйләп, сәйләнле ҡалпаҡтар кейеп сыҡҡан ҡатын-ҡыҙҙар төркөмө күренә. К. Мәргән.
СӘЙЛӘТЕҮ (сәйләт-) (Р: угощать чаем; И.: treat to tea; T: çay ikram etmek) ҡ.
Сәй эсереү, сәй менән һыйлау. □ Угощать чаем. Сәйләтеп алыу. Юлсыларҙы сәйләтеп ебәреү. V Сәхипгәрәй .. Сабир мулланы саҡыртып алды. .. Мулланы сәйләтеп торманы, тура лавкаһына алып китте. И. Ғиззәтуллин.
СӘЙЛӘТӘ (Р: в виде чая; И.: in kind, in the form of tea; T: çay ile) р.
Сәй көйө, сәй менән. □ В виде чая, чаем. Сәйләтә биреү. Сәйләтә түләү. Сәйләтә алыу.
СӘЙЛӘҮ (сәйлә-) (Р: пить чай; И.: have tea; T: çay içmek) ҡ.
Сәй эсеү. □ Пить чай, чаёвничать. // Чаепитие, чаёвничанье. Сәйләп алыу. Сәйләп ултырыу. Сәйләп бөтөү. ■ [Ғиззәт:] Бар
әле, әсәй,.. самауырыңды ҡуйып ебәр, сәйләп алырға кәрәк. X. Ибраһимов.
СӘЙНҮК (сәйнүге) [рус. чайник\ (Р: чайник; И.: tea-kettle; T: çaydanlık) и.
1. Сәй өсөн һыу ҡайната торған оло сәйгүн; баҡырса. □ Чайник. Сәйнүк тотҡаһы. М Суйын сәйнүктең һемәгенән, күпереп, ҡайнар һыу таша башланы. Ҡ. Даян. Электр сәйнүге бар уның [Сөнәғәттең], ләкин ҡарт унда ҡайнаған сәйҙе хушһынмай. С. Шәрипов.
2. диал. ҡар. сәйгүн 1. Сәйнүктә сәй бешереү. Сәйнүккә яңы сәй һалыу. Сәйнүкте самауыр башында йылыла тотоу.
СӘЙНӘЛЕҮ (сәйнәл-) ҡ. төш. ҡар. сәйнәү 1—3. страд, от сәйнәү 1—3. Сәйнәлеп тора. Йүнләп сәйнәлмәү. Быҙау муйынсағы сәйнәлеп бөткән. Яңы тешкә өйрәнмәгәс, аҙыҡ көскә сәйнәлә.
СӘЙНӘМ (Р.: кусочек; И.: morsel, bit; T: lokma) и.
Бер ҡабып сәйнәрлек аҙыҡ. □ Кусочек, на один укус. Бер сәйнәм икмәк. Бер сәйнәм һағыҙ. Бер сәйнәм нәмә ҡалған. • Ямандан бер сәйнәм ризыҡ ҡалыр. Әйтем.
СӘЙНӘМЛЕ (Р: пригодный жевать; И.: fit to chew; T: çiğneyecek) c.
Сәйнәп ашарлыҡ (тығыҙ, төйөрөм нәмәгә ҡарата). □ Пригодный жевать. Сәйнәмле аҙыҡ. Сәйнәмле ризыҡ. Сәйнәмле хәлдән сыҡҡан ризыҡ.
СӘЙНӘНЕҮ (сәйнән ) (Р: постоянно жевать; И.: be chewing; T: çiğnenmek) ҡ. һөйл.
1. диал. Бер туҡтауһыҙ көйшәп ашаныу. □ Постоянно жевать. Сәйнәнеп йөрөү. Сәйнәнеп ултырыу. Кис етһә, сәйнәнә башлай. Ҡулынан ризыҡ өҙөлмәй, гел сәйнәнә.
2. күсм. Ризаһыҙлыҡ белдереп һөйләнеү. □ Бубнить, сплетничать. Сәйнәнеп ултырыу. ■ Йәнтимер белмәй торһа ла ярар, йә сәйнәнә башлар. С. Агиш. [Әсәһе — Гәүһәргә:] Ҡайҙа барма, бисә-сәсә һинең хаҡта сәйнәнә. И. Абдуллин.
СӘЙНӘҮ (сәйнә ) (Р: жевать; И.: chew; masticate; T: çiğnemek) ҡ.
1. Ҡапҡан нәмәне теш менән ваҡлап иҙеү, өҙгәләү. □ Жевать, разжёвывать. //
788