СӘЙНӘҮ
Жевание. Сәйнәп йотоу. Ныҡ сәйнәу. Сәйнәп бөтөу. Сәйнәй башлау. Оҙаҡ сәйнәу. V Кәлсәне сәйнәп йотҡас, Зиннәттең быуындарына хәл ингәндәй булды. 3. Ураҡсин. Баҙыян менән ҡәнәферҙән, сәйнәп кенә бөткәс, тәм ҡала. Халыҡ йырынан. • Ауыҙыңа кергәнде сәйнәргә иренмә. Мәҡәл.
2. Теш менән ҡымтып алып ҡыҫҡылау. □ Прикусывать. Ауыҙлыҡты сәйнәу. Мыйыҡ осон сәйнәу. Урт сәйнәу. Башмаҡ морондоғон сәйнәгән. ■ Беҙ, дуртенсе команда, .. ауыҙлыҡтарын сәйнәп торған аттарға ултырып, станцияға юл алдыҡ. Ш. Бикҡол. Әнуәр, эсенә һыймаҫ билдәһеҙ асыуҙан бер ағарып, бер ҡыҙарып, уртын сәйнәр, ҡанатҡансы иренен тешләр ине. Ә. Хәкимов. Аҡ кубеккә төштө атым. Ауыҙлығын сәйнәп, сапсып китте. Р. Назаров. • Балыҡ бирһәң, бәйләп бир, башын-куҙен сәйнәп бир. Мәҡәл.
3. Теш менән иҙгеләп, йотмайынса ауыҙҙа тотоу (һағыҙға һ. б. ҡарата). □ Жевать, разжёвывать. // Жевание. Балауыҙ сәйнәу. Үлән сәйнәу. Һағыҙ сәйнәп йөрөй. Кәзә керҙәрҙе сәйнәгән. ■ Ҡарағас һағыҙы бында ҡыҙ-ҡырҡын араһында иң ҡиммәтле сәйнәу әйбере иҫәпләнә. 3. Биишева. Фәтихов ҡарағай энәләрен өҙөп алып ҡапты, сәйнәне — ауыҙҙағы тәмһеҙ тәм юҡ булғандай тойолдо, аҙ ғына хәл кергәндәй итте. И. Абдуллин.
4. Нимәнелер өҙгәләргә теләгәндәй, тешләй-тешләй алыу. □ Кусать. Кешене сәйнәп ырғытырҙай уҫал эт. Йыртҡыс малдың боғаҙын ғына сәйнәгән. ■ Быға тиклем бер нәмәгә ҡыҫылмаған Ниғмәтулла ла, уҙ байлығын ҡулынан ыскындырған кеше һымаҡ, йоҙроҡ һыртын сәйнәне. Я. Хамматов. Шмуль (ул уҙен Саша тип йөрөтә) Гитлерҙың боғаҙын сәйнәргә әҙер. И. Абдуллин. • Ҡоторған эт уҙ ҡойроғон уҙе сәйнәй. Әйтем.
5. кусм. Өҙмәй ҙә ҡуймай бер нәмәне һөйләү, тылҡыу. □ Твердить о чём, повторять одно и то же. Юҡты сәйнәу. Ҡуп сәйнәу. Юҡ-бар сәйнәу. ■ Ул [Ялаев] бер ук мәғәнәһеҙ һуҙҙе сәйнәргә тотондо. Ғ. Әхмәтшин.
• Бер балыҡ башын ҡырҡ ҡабат сәйнәмә. Мәҡәл.
6. кусм. Ваҡ-төйәкте ғәйеп итеп, яманлап һөйләү. □ Сплетничать о ком, перемывать косточки кому. // Сплетня. Кеше сәйнәу. Артыҡ хәбәр сәйнәу. Н Белгәне тик кеше сәйнәу, бушты бушҡа ауҙарыу. А. Игебаев. • Ғәйбәт сәйнәгәнсе, субәк сәйнә. Мәҡәл.
7. диал. ҡар. тешләү 1. Ҡаяу, морон менән яралау (бөжәктәргә ҡарата). □ Кусать, жалить (о насекомых). Себен сәйнәй. Серәкәй сәйнәй.
♦ Бер балыҡ башын сәйнәү бер үк хәбәр һөйләү. □ Тянуть одну и ту же песню. N Гел генә бер балык башын сәйнәйһегеҙ. Ә. Вәли. Ҡолаҡ итен сәйнәү {йәки ашау) күп һөйләү.
□ Прожужжать все уши. Көнө буйы бер ук хәбәр һөйләп, ҡолаҡ итемде сәйнәне. Сәйнәп ҡаптырғанды йота алмай әҙер нәмәне файҙалана, ҡуллана белмәгән кешегә ҡарата әйтелә. □ Беспомощный, доел. Готовое не может проглотить. Сәйнәп ҡаптырғанды йота алмай йөрөу. Сәйнәп ҡаптырыу кешегә уйланырға, үҙенә эшләргә урын ҡалдырмай, тамам әҙер итеп, аңлатып биргәндә әйтелә.
□ Подать в готовом виде. доел. Разжевать и в рот положить. И Дәуләтте икмәк, ит, һөт, май продукттары менән тәьмин итеу өсөн ҡайһы культураны ҡайҙа, купме сәсергә, малдың ниндәйен һәм нисә баш тоторға кәрәклекте юғарынан сәйнәп ҡаптырыу бер ҙә мотлаҡ тугел. Р. Байымов. Донъя кургән кешегә сәйнәп ҡаптырыу кәрәкмәй. Ә. Хәкимов. Тел сәйнәү юҡ-бар һөйләү; ләстит һатыу. □ соотв. Лясы точить. ■ [Нәғим:] Йә, тел сәйнәмә, сығар папиросыңды. И. Насыри. Урт сәйнәү тышҡа сығармай, эстән көйөү, эстән асыуланыу. □ Таить злобу. ■ Бригада йортонда Ғәбделхәкимов уртын сәйнәй ине. Яр. Вәлиев. Һине курһәм, урттарымды сәйнәп, боролормон ситкә тиҙерәк. Р. Бикбаев. Яға сәйнәү бер-бер эш йәки уҫаллыҡ ҡылырға тырышыу.
□ Посеять вражду. ■ [Сурағол:] Яға сәйнәп, .. ғауға һалып мине йотмаҡ булһалар ҙа, барыбер эш ҡыра алманылар. Т. Хәйбуллин.
789