сәпәкәй
СӘП-СӘП ИТЕҮ (сәп-сәп ит-) (Р.: купать; И.: bathe; T.: yıkamak) ҡ. бала.
1. Йыуындырыу, һыу йә мунса индереү (балалар телмәрендә). □ Купать. Сәп-сәп итеп алыу. Сәп-сәп итә башлау. Сәп-сәп итеп тороу. Сәп-сәп итеп йыуындырыу.
2. Йыуыныу, һыу йә мунса инеү (балалар телмәрендә). □ Искупаться. Сәп-сәп итеп ултырыу. Сәп-сәп итеп сығыу. Сәп-сәп итергә барыу.
СӘПСӘҮ (Р.: кулик; И.: stint; sandpiper; T.: benekli düdükçün) и. зоол.
Турғайҙар ғаиләһенә ҡараған оҙон ҡыҙыл аяҡлы, оҙон моронло, йәшкелт һоро сыбар арҡалы, күгәрсендән бәләкәйерәк һыу ҡошо; сәтерйән. □ Кулик (лат. Tringa). Ваҡ сәпсәу. Ҙур сәпсәу. Һаҙ сәпсәуе. Төн сәпсәуе. Алағанат сәпсәу. Ала сәпсәу. Ҡашҡа сәпсәу. Аҡмуйын сәпсәу. Кыҙылаяҡ сәпсәу. ■ Сәпсәу ояһын ергә соҡор ҡаҙып, мук һәм япраҡ тушәп эшләй. Э. Ишбирҙин.
СӘПТЕР (Р: подражание звуку льющейся струйкой жидкости; И.: trickling sound imitation; T.: şırıl şırıl) оҡш.
Һыу нәҙек кенә булып атылып аҡҡанда сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание звуку льющейся струйкой жидкости. Сәптер итеп ҡалыу. Сәптер итеп тороу.
СӘПТЕРЕҮ (сәптер-) (Р: брызгать струйкой; И.: jet; T.: su sıçratmak) ҡ.
Нәҙек кенә булып атылып сығыу, бәреп ағып тороу (шыйыҡ нәмәгә ҡарата). □ Брызгать струйкой. Туҡтауһыҙ ҡан сәптерә. Һыу сәптерә. һөт сәптерә башлау.
СӘПТЕРЛӘТЕҮ (сәптерләт-) (Р: плескать; И.: plash; T.: çalkalandırmak) ҡ.
Сәптер-сөптөр иттереү; сәптер-сөптөр иткән тауыш сығарыу. □ Плескать. Сәп-терләтеп ағыҙыу. Һыу сәптерләтеу. Сәп-терләтеп ишкәк ишеу. Һыуҙы сәптерләтеп кисеп килеу.
СӘПТЕРЛӘҮ (сәптерлә-) (Р: плескаться; И.: splash; T.: çalkalanmak) ҡ.
Сәптер-сөптөр итеү, сәптер-сөптөр килеү. □ Плескаться. Элекке шишмә сәптер-ләп кенә ағып ята. М Кулдең төшлөгөнән
сәптерләптәй аға бер йылға. Халыҡ йырынан.
СӘПТЕРЛӘШЕҮ (сәптерләш-) ҡ. урт. ҡар. сәптерләү. взаимн. от сәптерләү. Сәптерләшеп йыуыныу. Сәптерләшеп һыу кисеу. Һыу эсендә сәптерләшеу.
СӘПТЕР-СӨПТӨР (Р: подражание звуку плещущейся воды; И.: splash; T.: su sıçratma sesi) оҡш.
Нәҙек кенә булып атылып сыҡҡан һыу тауышын йәки һай ғына һыуҙы кисеп барғанда сыҡҡан йомшаҡ тауышты белдергән һүҙ.
□ Подражание звуку плещущейся воды. Сәптер-сөптөр итеу. Сәптер-сөптөр һыу кисеп йөрөу. Өйрәк бәпкәләре сәптер-сөптөр килеп яһалма кулдә йыуына.
СӘП тә сөп оҡш. ҡар. сәп-сөп. Сәп тә сөп итеу. Сәп тә сөп һуғыу. ■ Тиҙ генә эшләп өлгөртөлгән волейбол майҙанында сәп тә сөп туп сәпәнеләр. Ф. Иҫәнғолов.
СӘП ТӘ СӘП оҡш. ҡар. сәп-сөп. Сәп тә сәп килеп миндек менән сабыныу. Сәп тә сәп тамсы тамыу.
СӘПӘК I (сәпәге) (Р: кизяк; И.: kizyak; T.: tezek) и.
һыйыр тиҙәген тиреҫкә, һаламға ҡушып баҫып, сәпәп киптерелгән яғыулыҡ. □ Кизяк. Сәпәк яғыу. Сәпәк киптереу. Сәпәк эшләу. Кипкән сәпәк.
СӘПӘК II (сәпәге) и. диал. ҡар. сәпәмә II. һөйән сәпәк. Сәпәк менән кер йыуыу. Сәпәге һөйән ағасынан эшләнгән. Сәпәген тотоп, һыу буйына төштө.
СӘПӘКЛӘҮ (сәпәклә-) (Р: шлёпать; И.: slap; T.: avuçla vurmak) ҡ.
1. Ус менән бер нисә тапҡыр һуғыу.
□ Шлёпать, бить. Сәпәкләп алыу. ■ Гөлйемеш Хәмиттең ике яҡ сикәһен уңлы-һуллы сәпәкләргә тотондо. Ф. Рәхимғолова. Балалары тыңлауһыҙланһа, айыу уларҙы сәпәкләп ала. Н. Мусин.
2. диал. ҡар. сәпәкәйләү. Сәпәкләп ултырыу. Ҡул сәпәкләп ҡаршы алыу. Сәпәкләп ҡуйыу.
СӘПӘКӘЙ (Р: хлопок в ладоши; И.: handclap; T.: bir el çırpma) и.
819