СӘПЛӘҮ
СӘПЛӘҮ (сәплә-) (Р.: целиться; И.: aim, take aim; T.: nişan almak) ҡ.
1. Сәпкә (1) төҙәү, тоҫҡау. □ Целиться, прицеливаться. Сәпләп атыу. Башта сәпләп тороу. Tuş генә сәпләп алыу.
2. Сәпкә (2) төҙәп атыу йәки бәреү. □ Целиться, прицеливаться. Таш менән сәпләу. Сәпләп ебәреу. Атыр алдынан рәтләп сәпләмәне.
СӘПРӘ (Р.: родовое подразделение башкир; И.: one öf Bashkir clan subdivisions; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Ҡырҡ-өйлө-мең ырыуына ҡараған бер башҡорт аймағы. □ Название родового подразделения башкир племени кырк-уйле-мин. Сәпрә аймағы. Сәпрә аймағы тамғалары. Сәпрәләр араһынан сыҡҡан мец башы. Сәпрә аймағына ҡараған ерҙәр.
СӘПСЕК (сәпсеге) (Р: трясогузка; И.: wagtail; T.: kuyruksallayan) и. зоол.
1. Нәҙек оҙон кәүҙәле, бәүелсәк ҡойроҡло, йүгереп йөрөгән турғай. □ Трясогузка (лат. Motacilla). Тау сәпсеге. Һаҙ сәпсеге. Аҡ сәпсек, һарыбаш сәпсек. ■ Аҡ сәпсек — арҡаһы аҡһыл буҙ, туше, тубәһе ҡара, ҡорһағы менән бите аҡ төҫтәге ҡош.
Э. Ишбирҙин. Аҡ сәпсеккәй осоп килер ҙә шул, аҡ ҡойроғо менән боҙ ярыр. Р. Ғарипов.
2. диал. Сыбар көрән һыртлы, буҙ ҡорһаҡлы ваҡ ҡош; турғай. □ Воробей (лат. Passer domesticus). Сәпсек ояһы. Сәпсек балаһы. Сәпсектәр сырҡылдашыуы. • Илдә сәпсек улмәй. Әйтем. Сәпсек ҡоторһа, ябалаҡҡа ташланыр. Мәҡәл. Ҡарт сәпсек кәбәккә алданмаҫ. Мәҡәл.
3. миф. Кеше үлеүен алдан белдереүсе ҡош; яҙмыш ҡошо. □ Трясогузка (птица, имеющая отрицательную семантику); птица судьбы. П Тәҙрәне сәпсек суҡып китһә, кеше улә. «Башҡорт мифологияһы»нан.
СӘПСЕК ЕЛӘГЕ (Р: клубника; И.: strawberry; T: çilek) и. бот. диал.
Рауза сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған тамырынан сыҡҡан мыйыҡтары ярҙамында үрсей торған аҡ сәскәле, һутлы ҡыҙыл еләктең бер төрө; ер еләге. □ Клубника. / Клубничный (лат. Fragaria ciridis). Сәпсек
еләгенәбарыу. Сәпсек еләге бешкән мәл. Сәпсек еләге йыйыу. Сәпсек еләгенән ҡайнатма.
СӘПСЕК МӘГЕ (Р: дикий мак; И.: coprose; T: gelincik) и. бөт. диал.
Йыл да орлоғо ҡойолоп, үҙе үҫеп сыға торған бер йыллыҡ ялан мәге. □ Дикий мак, мак самосейка (лат. Papaver rhoeas). Сәпсек мәге уҫкән болон. Сәпсек мәге сәскә атҡан. Сәпсек мәге хуш еҫ таратып елгә тулҡынлана.
СӘПСЕНЕҮ (сәпсен-) (Р: горячиться; И.: get heated, excited; T: kızmak) ҡ.
Ярһыу, туҙыныу; сәпсеп китеү, сәпсәләнеү. □ Горячиться, кипятиться, сердиться. Сәпсенеп китеу. Сәпсенеп алыу. Бушҡа сәпсенеу. Ярһып-ярһып сәпсенде. Тик торғандан сәпсенде. ■ Өс көн элек кенә һыу турғайҙары — аҡ сәпсектәр ҡойроҡтары менән боҙ ярырҙай булып сәпсенәләр ине. Г. Яҡупова. Ҡоҙаһыныц был һуҙен ишетеп ултырған ҡоҙағый сәпсенеп ҡараһа ла, ни әйтергә белмәй. Әкиәттән.
СӘПСЕҮ (сәпсе-) (Р: расплёскиваться; И.: spill; overflow; T: dökülmek) ҡ. диал.
1. Артылып ситкә һирпелеү; сайпылыу. □ Расплёскиваться, разливаться. Сәпсеп тугелеу. Сәпсеп бөтөу. Сәпсеп тороу. Һыуы сәпсеп килә. ■ Һыуҙан ҡайтҡанда килендец һыуы сәпсеһә, йыйнаҡ булмаҫ, һынамыш.
2. кусм. Ярһыу, ҡыҙып китеп ауыр һүҙҙәр әйтеү, туҙыныу. □ Горячиться, кипятиться, сердиться. Туҙемһеҙләнеп сәпсеу. Сәбәпһеҙ сәпсеу.
СӘП-СӨП (Р.: шлёп; И.: flop; Т.: сир!) оҡш.
Ҡабат-ҡабат сәп иткән тауышты белдергән һүҙ. □ Шлёп! (подражание звуку шлепка). Сәп-сөп иткән тауыш ишетелеп ҡалды. ■ Эйек тулҡындары бала һымаҡ сәп-сөп һуға текә ярҙарға. Ғ. Дәүләтов.
СӘПСӘЛӘНЕҮ (сәпсәлән-) ҡ. ҡар. сәп-сенеү. ■ [Зәлифә:] Беҙ бик сәпсәләнеп тә китмәйек әле, Мицлекәй. Илсенец суҡмары — сабырлыҡ, ти. М. Кәрим.
сәп-сәп оҡш. ҡар. сәп-сөп. Сәп-сәп килеу. ■ Сайпылышып шатлыҡ тулҡындары сәп-сәп бәрелә куцелем ярына. Ш. Бабич.
818