Академический словарь башкирского языка. Том VIII. Страница 422


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТӨЙГӨСЛӘҮ
ишегенән эскә күрһәтте, һ. Дәүләтшина. [Ҡатын] ҡулына төйгөс алды, тары төйә башланы. Ш. Насыров.
ТӨЙГӨСЛӘҮ (төйгөслә-) (Р.: трамбовать; И.: beetle; puddle; T.: tokmaklamak) ҡ.
1. Төйөп тығыҙлау, ҡыҫтап-ҡыҫтап тығыу. □ Трамбовать, уплотнять, плотно набивать. // Трамбовка, утрамбовывание. Төйгөсләп тултырыу. Тупраҡты төйгөсләү. ■ Мәктәп халыҡ менән төйгөсләп тултырылған ине. И. Абдуллин. Ер иҙән йылыраҡ булһын өсөн, өй тирәһен ҡаҙып, унда серегән тиреҫ төйгөсләп тултырылған. Н. Мусин. Ҡасим йән асыуы менән бөжәкте тупраҡҡа ҡуша үксәһе менән төйгөсләне лә, хәлһеҙ ятҡан этен күтәреп, ҡайтыр яҡҡа ыңғайланы. Ғ. Хисамов.
2. Ҡабат-ҡабат һуғыу; төйөү, төйгөләү; йоҙроҡ, суҡмар һымаҡ нәмә менән һуҡ-ҡыслау, ныҡ бәргеләп туҡмау; дөмбәҫләү. □ Ударять, дубасить, лупить, колотить. Ҡабырғаһын төйгөсләү. ■ Шәүкәт шунда уҡ йоҙроҡтары менән стенаны төйгөсләй башланы. Р. Ғабдрахманов. Ҡүҙ йәштәре Фә-риҙәнең битен йыуҙы, тос йоҙроҡтары Зай-лаловтың кәүҙәһен төйгөсләне. Ш. Янбаев. Зәлифә, үксәһе менән аттың ҡабырғаһын төйгөсләп, сабырға тотондо. Р. Низамов. Хәҙер инде ул [Ҡыҙырас] үҙен Юлдашты өйрәтеп, ҡабырғаһын төйгөсләп алырға ла хаҡлы һананы. 3. Биишева. Эре тамсылы ямғыр ерҙе төйгөсләне. Б. Рафиҡов.
ТӨЙҘӨГӘН и. диал. ҡар. төйлөгән. Төй-ҙөгән ауы. ■ Уларҙың [бәпкәләрҙең] ике-һен төйҙөгән типте. Ғ. Ғүмәр. Үҙ табышын һағалаусы төйҙөгәндәр менән ҡарсығалар ҙа бөтәһе түгел ине бында. Я. Хамматов. Баярҙың атҡа менеп алған приказчиктары, бәпкә аулаған төйҙөгәндәр кеүек, баҫыу буйлап йөрөп торалар, ураҡсыларға бәйләнәләр, уларҙы ашыҡтыралар. Б. Хәсән.
ТӨЙҘӨРГӘН и. диал. ҡар. төйлөгән. Төйҙоргән тауышы. Төйҙөргән типкән сибеш. Һауалағы төйҙөргән.
ТӨЙҘӨРӨҮ (төйҙөр-) ҡ. йөкм. ҡар. төйөү 1,2. понуд. от төйөү 1, 2. Тары төйҙө-рөү. Төйҙөрөп алыу. Төйҙөрөп ҡуйыу.
ТӨЙҘӘ (Р: обух; И.: back; peen; T: dövdü) и.
1. Үткер ҡоралдың тупаҡ яғы. □ Обух, приклад. Балта төйҙәһе. Бысаҡ төйҙәһе. ■ «Һай, ағасы!» — тип ҡуйҙы ул [бабай], әрселгән ҡарағайға балта төйҙәһе менән һуғып алып. Ә. Бикчәнтәев. һолтанбай ырғып торҙо, ҡайын төбөнә сабып ҡуйған балтаһын һәрмәп алып, төйҙәһе менән олонға һуҡты. Н. Мусин. [Рәмил] балтаны яңынан һабына ҡуйҙы, кабинаһынан тимер сәйҙәр алып, төйҙәһен нығытты. Р. Низамов. Ағасты балта төйҙәһе менән һуғып ҡараһалар, ҡупылдап тора, ти. Әкиәттән.
2. Сүкеш, кәйлә кеүек нәмәнең тупаҡ яғы. □ Обух. Сүкеш төйҙәһе. ■ Һуңынан Санька килгән дә: «Һеҙгә эш хаҡы булмаҫ, яҙмайым», — тип тора. Шуға асыуым ҡабарып, кәйлә төйҙәһе менән ниңә бирмәнем? Т. Хәйбуллин.
3. Ҡулдан ата торған ҡорал һабының төп, тупаҡ яғы. □ Приклад. Мылтыҡ төйҙәһе. Автомат төйҙәһе. ■ Муйынға аҫылған автомат ҡамасауланы, уны көбәгенән һәм төйҙәһенән ике ҡуллап тоторға кәрәк ине. И. Абдуллин. Вәли, мылтығының төйҙәһен ҡулбашына нығыраҡ терәп, яғыусыға яңынан төҙәне. И. Ғиззәтуллин. Мотаһар Ғәлин танкының люгын асып, автомат төйҙәһе менән водителдең башына ҡундырҙы. Ә. Ихсан. Эт өрөп килеп, һалдатҡа ташлана, һалдат уны-быны ҡарап тормай, мылтыҡ төйҙәһе менән эткә берҙе тондора. Әкиәттән.
ТӨЙҘӘК (төйҙәге) и. диал.
1. ҡар. төргәк 1. Ҡағыҙ төйҙәге. Төйҙәк-тәге әйбер. Төйҙәк итеп төрөү.
2. ҡар. төркөм 1. Торналар төйҙәге. Төй-ҙәктәге ҡоштар. О Бында шундай матур көҙгө төндә төйҙәк-төйҙәк ҡоштар үтәләр. X. Ғәбитов.
3. ҡар. көнйәлә 1. Төйҙәктәге йөн. Бер төйҙәкте иләп бөтөү.
ТӨЙҘӘКЛӘҮ (төйҙәклә-) ҡ. диал.
1. ҡар. төргәкләү. Йөндө төйҙәкләү. Ҡағыҙҙы төйҙәкләү. Төйҙәкләп һаҡлау.
2. күсм. ҡар. төйнәү. Төйҙәкләп ҡуйыу. Төйҙәкләнгән еп.
422