төймә
ТӨЙЕЗ и. диал. ҡар. туҙ. Ҡайын төйезе. 1дйез һыҙырыу. Төйез һағыҙы.
ТӨЙЛӨГӨҮ (төйлөк ) (Р.: давиться чем', 11.: gulp; T.: tıkanmak, boğulacak gibi olmak) ҡ.
'Гамакҡа төйөн булып ултырған нәмәгә быуылыу. □ Давиться чем. Төйлөгөп ултырыу. ■ Кемдер төйлөгөп яуапланы. Һ. Дәүләтшина.
ТӨЙЛӨГӘН (Р.: коршун; И.: milvus; Т.: çaylak) и.
1. Ҡарсығалар ғаиләһенә ҡараған оҙон киң ҡанатлы, киң ҡойроҡло, ҡара көрән төҫлө йыртҡыс ҡош. □ Коршун (лат. MU-vinae). Төйлөгән ояһы. ■ Солтан биш-алты йәшендә инде, .. йорттағы ваҡ-төйәк эштәрҙе лә башҡара, ҡаҙ бәпкәләрен шәйләгәндәрҙән һаҡлай. Ә. Байрамов. Күктә, бик бейектә, төйлөгән әйләнеп йөрөй. 3. Биишева. Беҙҙең ихатаға төйлөгән килеп төштө. Ә. Бикчәнтәев. Әтәс, күккә ҡарап, ҡыртыш күҙен хәйләле шекәрә менән ҡаплап, төйлөгән күренмәһә лә, ҡурҡыныс янауҙы иҫкәрткән тауыш менән көтөрләп ҡуйҙы. Т. Ғарипова. Мәүсилә, үҙе лә һиҙмәҫтән, юлда ятҡан таяҡ ишаратын төйлөгән олаҡҡан тәңгәлгә быраҡтырҙы. Д. Бүләков. Гөлбәҙәр ҡаҙҙарҙы тиҙ эҙләп тапты, тик өс бәпкәне төйлөгән алған булып сыҡты. Д. Исламов.
2. миф. Тотем, ырыу ҡошо. □ Коршун, тотемная родовая птица. ■ Бөрйәндәрҙең изге ҡоштары — төйлөгән, яғалбай. «Башҡорт мифологияһы»нан.
ТӨЙЛӘК (төйләге) (Р: пучок; И.: bunch; T.: bir tutam yün) и. диал. ҡар. көнйәлә 1.
Иләргә тетелгән йөн, мамыҡ йәки сүбәк йомарламы. □ Пучок (льна или шерсти). Ике төйләк йөн. Иләргә әҙерләнгән төйләк. Етен төйләге.
ТӨЙМҮЛӘН (Р: кошачьи лапки; И.: cat’s-foot; T.: kediayağı) и. диал. ҡар. бесәй-табан.
Түңәрәк япраҡлы, һиҙәп орлоҡло күп йыллыҡ һары сәскәле үлән; төймәҫен. □ Кошачьи лапки (лат. Helichrysum arenarium). Төймүлән йыйыу. Төймүлән үҫкән урын.
ТӨЙМӘ I (Р: молотый; И.: milled; powdered; T.: çekilmiş) с.
Төйөлгән нәмә. □ Молотый, отбивной. Төймә um. Төймә борос.
ТӨЙМӘ II (Р: пуговица; И.: button; Т: düğme) и.
1. Тышҡы кейемде ҡаушырып элә торған тупалсаҡ нәмә; эре һиҙәп. □ Пуговица. Ағас төймә. Еҙ төймә. ■ Саръян, .. төймәләрен ысҡындырып, өҫтөндәге ҡарҙы ҡаҡҡылай-ҡаҡҡылай, Шакиров артынан китте. Ә. Байрамов. Ә һулдараҡ, йәшел елән төймәләрен хәтерләтеп, үҙәнде йәмләп аҡ тирмәләр теҙелгән. Р. Байымов. Тройканан йылтыр төймәле, ҡара кейемле, ҡылыслы, мылтыҡлы өс кеше һикерешеп төштө. 3. Биишева. Лоҡман, ҡапыл ҡалҡынып, тун төймәләрен ҡаптыра башланы. Т. Ғарипова. • Тегеүсенең төймәһе булмаҫ. Мәҡәл. Тейгәнгә — тейен башы, теймәгәнгә — төймә башы. Мәҡәл. Дөйә лә — бүләк, төймә лә — бүләк. Мәҡәл. Етем ҡыҙға — еҙ төймә. Мәҡәл. Иҫке төймә, яңы тун. Әйтем. Дөйәне күрмәгән төймәне күрмәҫ. Мәҡәл. Төймә урлаған да — бур. Мәҡәл.
2. Уртанан тишеп, епкә йәки тимерсыбыҡҡа теҙгән йомро нәмә. □ Костяшка, шарик (на счётах и т.п.). Тиҫбе төймәһе. М Миңъямал, башын ҡыйшайтып, счёт төймәләрен тарта. С. Агиш. Кыҙ, һул ҡулын счёт төймәләренән алмаған килеш, тыйнаҡлы ғына итеп яуап ҡайтарҙы. Ә. Вәли. Береһе быларҙың — Ихсанбай ҙа, икенсеһе — идарала төймә тартҡан Ишмәмәт. Т. Ғарипова.
3. Түңәрәк кенә бәләкәй баҫмаҡ. □ Кнопка, клавиша. Гармун төймәләре. Баян төймәһе. Төймәгә баҫыу. ■ Минең ҡулдарым күректе тартҡансы, бармаҡтарым төймәләргә баҫҡансы, йөрәгем йырлай башлаясаҡ. И. Абдуллин. Председатель өҫтәл башындағы бер төймәне баҫты. Яр. Вәлиев.
4. миф. Ҡурсалау, һаҡлау көсөнә эйә предмет. □ Пуговица (мифологизированный предмет). ■ Күҙгә ҡылау һалһа, төймә йә йөҙөк аҡығы ҡулланылған. «Башҡорт мифологияһы » нан.
♦ Төймә морон төймә кеүек бәләкәй танау. □ Маленький нос. Төймә морон малай.
423