Академический словарь башкирского языка. Том VIII. Страница 445


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

төпкөл
1. Ҡайны йорто. □ Дом свёкра. Төп йортҡа йыйылыу. Төп йортҡа ҡунаҡҡа ҡайтыу. Топ йортҡа күсеп килеү. Төп йортто һағыныу.
2. Ата йорто. □ Отчий дом. Төп йортта ҡалыу. Төп йортҡа килен төшорөү. Төп йортто юҡһыныу.
ТӨП КИЛЕШ (Р.: именительный падеж; И.: nominative; T.: ismin yalın hali) и. лингв.
«Кем?», «нимә?» һорауҙарына яуап биргән килеш. □ Именительный падеж. S Төп килештең башҡорт телендә, башҡа төрки телдәрҙәге кеүек, формаль күрһәткесе юҡ, һөйләмдә эйә, хәбәрҙең төп компоненты һәм аныҡлаусы функцияларында ҡулланыла. В. Псәнчин.
ТӨПКӨ I (Р.: находящийся дальше других, дальний; И.: distant; T.: iç) с.
1. Төп яҡтағы, эстәге. □ Находящийся дальше других, дальний. Төпкө мөйөш. М Төпкө яҡ бүлмәнән тирләп ҡыҙара бүрткән, битенә мендәрҙән бәпкә йөндәре йәбешеп бөткән Михайло килеп сыҡты. Б. Бикбай. Төпкө мөйөштә ап-аҡ итеп аҡланған ҙур мейес. Ә. Вәли. Төпкө ҡапҡа асылыу менән, һарыҡтар эркелешеп ялан кәртәгә ябырылды. Яр. Вәлиев.
2. һыуҙың түбәнге ҡатламындағы; төбөндәге. □ Глубинный. Төпкө тулҡын.
3. Төпкә егеүле. □ Основной (лошадь при запряжке в пристяжку). Төпкө ат. ■ Икенсе көн, ваҡыт кискә һарыҡҡас, Солтанмәх-мүт, хужаның төпкө ҡолаһын еңел кырандасҡа егеп, бисәһен ултыртып, юлға сыҡты. Р. Өмөтбаев.
ТӨПКӨ II и. диал. ҡар. төп I.
ТӨПКӨ БҮЛМӘ (Р: большая светлая половина дома; И.: ben, chamber; T: oturma odası) и.
Алты мөйөшлө өйҙөң ҙур яғы; яҡты, матур бүлмә. □ Большая светлая половина дома; горница. ■ Сәлихтең квартираһы Әүбәкер ҡарттың төпкө бүлмәһендә ине. С. Агиш. Мәҙинә, май шәмен тотҡан килеш, төпкө бүлмәгә инде. Т. Ғарипова. Юлия әллә ниндәй ваҡ-төйәк өй эштәре менән төпкө бүлмәлә шыптырлай ине. Һ. Дәүләтшина. Сәйҙән һуң
ҡыҙҙар төпкө бүлмәгә уйнарға инен китте. Й. Солтанов.
ТӨПКӨЛ I (Р: глубина; И.: depth; boondocks; T: derinlik) и.
1. Нимәнеңдер алдынан ҡарағанда иң эс тәге алыҫ урын. □ Глубина. Урман төпкөлө. Диңгеҙ төпкөлө. Шырлыҡ төпкөлө. Я [Йәмил:] Ауылығыҙ ғәжәп матур, урман төпкөлө булғас, әкиәт донъяһына оҡшаш. Р. Байбулатов Ҡояш .. салт аяҙ, асыҡ зәңгәр күк төпкөлөнән йылы нурҙарын йомарт һибә. Д. Исламов. Айыу тэүҙә йәйләү яланы яғынараҡ барып торҙо ла, киҫкен боролоп, ҡабат урман төпкөлө яғына ыңғайланы. Н. Мусин.
2. Кеше әҙ йөрөгән алыҫ урын. □ Глушь, захолустье. Я Урал тауҙары, ҡуйынын йыртып, ете ҡат ер аҫты төпкөлөнән яҡты донъяға килеп сыҡҡан көмөш шишмәләрҙең һыуын эсә-эсә күп күрҙеләр донъяны [Фәрит менән Заһит]. С. Поварисов.
3. Мәҙәни үҙәктән алыҫтағы урын. □ Глушь, захолустье. / Глухой, захолустный.
■ Был совхоздың төпкөлдә ятыуын Сергей белә ине. А. Абдуллин. Йәмил олатаһы йәшәгән төпкөлгә — Үҫәргөл ауылына кискә табан аяҡ баҫты. Р. Байбулатов. Республиканың төпкөлдәге бер районынан тау-геология ғилми -тикшеренеү институтына ниндәйҙер серле таш киҫәге ебәргәндәр икән. Н. Мусин.
4. күсм. ‘Күңел’, ‘йөрәк’ кеүек һүҙҙәр менән килеп, берәй төрлө хис-тойғоноң шундағы символик урынын белдерә. □ Глубина (души, мысли и т.п.). Күңел төпкөлө.
■ Ғәлиәхмәттең хәтер ебенең дә рәте-сираты юҡ, әле алға, әле артҡа йүгерә, күңел төпкөлөнән йә тегенеһен, йә быныһын һурып сығара. Р. Байымов. Ҡараһаҡал Бәпәнәй абыз йортонда йыш ҡына татып ҡараған, әммә бында онотолоп торған таныш шатлыҡлы тойғоноң йылы тулҡын булып ҡайҙандыр күңел төпкөлөнән күтәрелә башлағанын һиҙҙе. Б. Рафиҡов.
5. ‘Быуаттар’, ‘йылдар’, ‘тарих’ һүҙҙәре менән килеп, бик күптәнге, алыҫ ҡалған заманды белдерә. □ Давние времена, давно
445