ТӨПЛӘНДЕРЕҮ
биреүе, ашыҡмай ғына атлап йөрөүе уның етдилеге тураһында һөйләп тора. Р. Байбулатов. «Молодец!» — тине Кәбир, Саматтың өлкәндәрсә төплө фекер йөрөтөуенә һоҡланып. Яр. Вәлиев. Григорий Айбулаттың төплө һүҙҙәренә тағы ла нығыраҡ кинәнде. Һ. Дәүләтшина. [Алдар] шулай оҙаҡ баш ватһа ла, бер төрлө лә төплө фекергә килә алмай. «Зөһрә менән Алдар».
4. кусм. Эшлекле, етди. □ Серьёзный, надёжный, дельный (о человеке и его характере). Төплө кеше. ■ Гәуһәр уға [Зәкигә] ғәжәпләнеп тә, һоҡланып та ҡараны: «Ниндәй төплө, һалмаҡ кеше ул». И. Абдуллин. Байназаров — төплө һәм аҡыллы адвокат. X. Зарипов. Ҡадир — еткән егет, төплө егет, уйҙы төптән, тәрән алдыра. Ғ. Амантай.
ТӨПЛӨ II (Р.: дельно; И.: seriously; business-like; T.: ciddi) р.
Етди итеп. □ Дельно, серьёзно; продуманно, обоснованно. Төплө итеп уйлау. Төплө итеп һөйләу. ■ Һуғышҡа тиклем кафедра мөдире Матевасян уҙенең төплө уйлана белеуе яғынан кешене уҙенә тиҙ яҡынлаштыра. Ғ. Аллаяров. Шакир уҙенең сәйәси ышанысһыҙлығы нимәлә икәнлеген аңлап бөтмәне, шулай ҙа хикмәт политэкономияны төплө белеү-белмәүҙә тугел икәнлеген төшөндө. Ғ. Хисамов. Әхтәм әлегә бик уҡ төплө уйланып бөтмәгән планын куңеленән ҡабат барларға кереште. Ә. Хәкимов. [Кәшфи:] Мәрйәм, Яубаҫаровҡа әйт, төплө итеп сығыш яһарға әҙерләнһен. Д. Бүләков.
ТӨПЛӨКӘЙ (Р.: большие шаньги; И.: sort of a large bun; T: bir tür pide) и. кул. диал.
Ҙур шәңкә. □ Большие шаньги. Төплөкәй бешереу. Төплөкәйгә эремсек әҙерләу.
ТӨПЛӨЛӨК (төплөлөгө) (Р.: дельность;
И.: seriousness; T.: ciddilik) и.
Төплө (I, 4) булыу хәле. □ Дельность; надёжность, серьёзность. Төплөлөгө менән айырылып тороу. Төплөлөккә өйрәнеу. Төплөлөк етешмәү.
ТӨПЛӨТУРА (Р.: шмель; И.: bumble-bee; T.: toprak yabanarısı) и. диал. ҡар. иңкеш I.
Бал ҡорттары ғаиләһенә ҡараған йомро йөнтәҫ эре бөжәк. □ Шмель. / Шмелиный (лат. Bombus). Төплөтуралар гөжләй. Төплө-тура ояһы. Төплөтура сағыу.
ТӨПЛӨ ШЕШЕК (шешеге) (Р: чирей;
И.: boil; T: çıban) и. диал. ҡар. сиҡан.
Тәнгә сыҡҡан шеш. □ Чирей. Төплө шешекте дауалау. Төплө шешек сығыу. Төплө шешекте имләү.
ТӨПЛӘГЕС (Р: корчеватель; И.: stubbing machine; T: kök sökme makinesi) u.
1. Ағас төпләй торған машина. □ Корчеватель, корчевальная машина (на лесоразработках). Төпләгес һатып алыу.
2. Китап, дәфтәр һ. б. нәмәләрҙең биттәрен бергә тегеп, ҡатырға, ҡалын ҡағыҙ һ. б. менән тышлау ҡорамалы. □ Переплётная машина. Төпләгес ҡулланыу. Төпләгесте йүнәтеү. Төпләгесте эшләтеп ебәреу.
ТӨПЛӘКI (төпләге) (Р: топляк; И.: sunken timber; T: batık ağaç) и. диал.
һал ағыҙғанда батҡан ағас. □ Топляк. Төпләкте һыуҙан һөйрәп сығарыу. Төпләккә эләгеу. Төпләктәрҙе йыйыу.
ТӨПЛӘК II (төпләге) (Р: маленькое ведёрко из полого ствола дерева; И.: small pail; T: küçük ahşap kova) и. диал. ҡар. күнәсек.
Бәләкәй генә ағас күнәк. □ Маленькое ведёрко из полого ствола дерева. Бер төпләк ярма. Төпләккә һалып ҡуйыу. Майҙы төпләккә тултырыу.
ТӨПЛӘМ (Р: подшивка; И.: file; T: koleksiyon) и.
Тәртибе менән һалып, бергә тегелгән гәзит-журнал йәки башҡа ҡағыҙ. □ Подшивка (журналов, газет и т. д.). Документтар төпләме. Гәзиттәр төпләмен ҡарап сығыу. Яңы төпләм туплау.
ТӨПЛӘНДЕРЕҮ (төпләндер-) (Р: давать возможность обосноваться; И.: let take root; T: yerleştirmek) ҡ.
Ныҡлап урынлашыуға мөмкинлек, шарт биреү. □ Давать возможность обосноваться, помочь обосноваться кому где. Кешене ауылда төпләндереү. М Саръянды тиҙерәк башлы-күҙле итеп, тыуған нигеҙҙә төпләндереү тураһында һуҙ ҡуҙғатҡас, табын кинәт
447