Академический словарь башкирского языка. Том VIII. Страница 488


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТРАДИЦИОНАЛИСТ
Һынлы сәнғәттә традиционализм. Фәндә традиционализм.
ТРАДИЦИОНАЛИСТ (традиционалисты) [рус.] (Р.: традиционалист; И.: traditionalist; T.: gelenekçi) и.
Традициялар яҡлы кеше. □ Традиционалист. Традиционалист ҡарашы. Рәсәй традиционалистары.
ТРАДИЦИЯ [лат. traditio} (Р.: традиция; И.: tradition; T.: gelenek) и.
1. Тарихи нигеҙҙә барлыҡҡа килеп, быуындан быуынға күсә килгән төрлө йола, ғөрөф-ғәҙәт һ.б. □ Традиция. Традицияны боҙоу. Традицияны һаҡлау. ■ һәйбәт традицияларҙы ватып, уйланып еткермәгән яңы тәртиптәр индереү ҡыйын түгел дә ул. Н. Мусин.
2. Көнкүреш һәм ҡылыҡта урынлашҡан тәртип. □ Традиция. Традицияға инеү. Традицияға әйләнеү. ■ Колонияла ошондай яҡшы традиция йәшәй: иң ауыр эш иң почетлы һанала, һәм ундай эшкә тик алдынғы кешеләр менән алдынғы отряд ҡына өмөт итә ала. Ә. Бикчәнтәев. Традиция бит усаҡта көл һаҡлау түгел, ә ҡуҙҙы һүндермәү, усаҡтан утты өҙмәү. Т. Ғарипова.
ТРАЕКТОРИЯ [лат. traectus ‘күсеш’] (Р: траектория; И.: trajectory; T.: yörünge) и.
1. Есемдең йәки нөктәнең арауыҡта хәрәкәт иткән юлы. □ Траектория. Электрондың траекторияһы. Баллистик траектория. Айҙың Ер тирәһендә әйләнеү траекторияһы. ■ Ҡояш, күк йөҙөндә сираттағы траекторияһын һыҙып, алыҫта күренгән тауҙар артында юғалды. «Ағиҙел», № 1, 2013.
2. хәрби. Атылған нәмәнең осоу юлы. □ Траектория. Снарядтың траекторияһы. Пуляның траекторияһы. ■ Ысынлап та, Правдинға снаряд, пуля траекториялары күренеп ҡалғандай, миналар, туптар туҡтауһыҙ яуғанғалыр, был тирәне ҡором баҫҡан, төтөн, туҙан ҡуйыра. А. Мағазов.
ТРАЙБАЛИЗМ [ингл. tribalism} (Р.: трайбализм; И.: tribalism; T.: kabilecilik) и.
Ырыу-ҡәбилә бүленеше нигеҙендә сәйәси айырымланыуға ынтылыш. □ Трай
бализм. Трайбализм күренеше. Африкалағы трайбализм. Трайбализмды еңеү.
ТРАК (трагы) [ингл. track} (Р: трак; И.: track; T.: tırtıl) и.
Тәгәрмәс сылбырының бер быуыны. □ Трак. Танк трактары. Трактор трактары. Трактарын алмаштырыу.
ТРАКТ [лат. traho ‘һөйрәтәм’] (Р: тракт; И.: highway; T.: otoban) и.
1. Машина һ.б. менән үтерлек оло юл. □ Тракт. Өфө — Ырымбур тракты. ■ Дүртенсе тәүлек тигәндә, Мостафа, юл ыңғай иҫке газик кузовына ултырып, Тобол буйынан һалынған трактынан, саҡ ҡына тулҡынлана төшөп, Зелов тауҙары етем иткән сабыйҙар, Валентина Марковна эргәһенә ашҡынды. Д. Исламов.
2. Күп күҙәнәклеләрҙең аҙыҡты эшкәртеү өсөн тәғәйенләнгән ағзаһы. □ Тракт. Аш һеңдереү тракты.
ТРАКТАТ [лат. tractatus} (Р.: трактат; И.: treatise; T.: tez) и.
1. Айырым бер мәсьәләне ҡараған ғилми хеҙмәт. □ Трактат. Сәйәси трактат. ■ Беҙгә тиклем әллә нисә меңәр йылдар буйы иң яҡты аҡыллы, алтын башлы философтар томтом трактаттар яҙып та, донъяның айышына төшөнә алмағанды, беҙҙең бәхәс кенә мәсьәләне хәл итмәҫ. «Ағиҙел», № 4, 2013.
2. иҫк. Халыҡ-ара килешеү. □ Трактат. Трактат төҙөү. Трактатты боҙоу.
ТРАКТИР [лат. tracto ‘һыйлайым’] (Р: трактир; И.: tavern, inn; T.: taverna) и.
1. иҫк. Ресторанлы ҡунаҡхана. □ Трактир. ■ Сәғит трактирҙың бер башындағы дүрт номерға килеүселәрҙе ҡабул итеп, уларға аш ташып, номер таҙартып тора башланы. А. Таһиров.
2. Түбән разрядлы ресторан. □ Трактир. Я Трактир һаҫыҡ, ҡараңғы, әшәке, төтөн, унда халыҡ мыжғып тора. Ғ. Дәүләтшин.
ТРАКТИРСЫ (Р: трактирщик; И.: innkeeper; T.: otelci) и.
Трактир тотоусы, трактир хужаһы. □ Трактирщик. Трактирсы ҡунаҡтарҙы ҡаршы ала. Трактирсы булып эшләү. Трактирсы эшселәре.
488