ТРАДИЦИОНАЛИЗМ
пункты. ■ Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын, йоғошло сирҙәрҙе дауалау, травматология, әсә һәм бала һаулығын яҡлау, сәләмәт йәшәу рәуеше уҙәктәрен асыу куҙ-ҙә тотола. «Башҡортостан ҡыҙы», № 2, 2011. «Әй» профилакторийында кардиология, пульмонология, неврология, ревматология, травматология, ортопедия һәм педиатрия буйынса медицина хеҙмәттәре курһәтелә. «Башҡортостан», 7 май 2013.
ТРАГЕДИЯ [гр. tragoidia ‘кәзә йыры’] (Р.: трагедия; И.: tragedy; T.: trajedi) и.
1. Нигеҙендә тормоштағы килешә алмаҫлыҡ конфликт, характер һәм мәнфәғәттәрҙең киҫкен бәрелеше ятҡан һәм күп осраҡта геройҙың һәләкәте менән тамамлана торған драма әҫәре. □ Трагедия. Шекспир трагедиялары. ■ Ролгә бөтөнләй ингән Саҙрый трагедияны, Сергей көтмәгәндә, уҙенсә тамамланы: Дездемонаны быумайынса, итек ҡунысынан оҙон һаплы бысаҡ һурып сығарҙы. А. Абдуллин.
2. кусм. Бик ауыр, ҡайғылы, тетрәткес ваҡиға; фажиғә. □ Трагедия. Я Был хәлдән трагедия яһарға кәрәкмәй. Д. Бүләков. Һуғышта кургән бөтә ауырлыҡтарға, трагедияларға, шул арҡала беҙҙә тыуған фекерҙәргә, беҙҙең эҙләнеуҙәргә минең өсөн ошо мәжлестә йомғаҡ яһалды. Д. Юлтый.
ТРАГИЗМ [рус.] (Р: трагизм; И.: tragedy element; T: feci olma) и.
1. Драматик йәки музыкаль әҫәрҙәге трагик һыҙат. □ Трагизм. ■ Куп бәйеттәр һалдаттың башынан уткәндәрен бәйнә-бәйнә һөйләуе, төрлө драматик, трагик тамашаларҙы ентекле хикәйәләуе менән киң эпик ҡолас ала, драматизм, трагизм менән тәрәнерәк һуғарыла. Ғ. Хөсәйенов. Был йырҙың эске бер трагизмы ла шунда бит: илде һағыныу тойғоһо шул тиклем көслө, хатта иң юғары дәрәжәләге дин әһеле йыр сығарып йырларға мәжбур. М. Ямалетдинов.
2. Нимәнеңдер ауыр, тетрәткес яғы; фажиғә. □ Трагизм. Тормош трагизмы. Ғаилә трагизмы. Ата һәм ул конфликты трагизмы.
ТРАГИК I (трагигы) [гр. tragikos] (Р: трагик; И.: tragic actor; T: trajedyen) и.
Трагедиялы ролдәр башҡарған актёр. □ Трагик. Оҫта трагик.
ТРАГИК II (Р: трагический; И.: tragic; T: trajedi) с.
1. Трагедия әҫәрҙәренә мөнәсәбәтле. □ Трагический. Трагик жанр. Трагик шәхес. ■ Ә тормош — шундай ҡатмарлы нәмә, ул ҡайһы бер бик ҡуйы трагик ваҡиғалар араһында уҙенең бәләкәй генә комедик картиналарын да курһәтеп утеп китә. һ. Дәүләтшина.
2. Фажиғәле. □ Трагический. Трагик яҙмыш. Трагик тормош. Трагик хәл.
ТРАГИКОМЕДИЯ [гр. tragöidia + kömö-dia\ (Р: трагикомедия; И.: tragicomedy; Т: trajikomedi) и.
Трагедия һәм комедия үҙенсәлектәрен эсенә алған драма әҫәре. □ Трагикомедия. Сәхнәлә трагикомедия ҡуйыу. ■ Был табын артында барған трагикомедия иң дан театр сәхнәләрендә ҡуйыуға лайыҡ булғандыр. «Башҡортостан ҡыҙы», № 12, 2008.
ТРАДЕСКАНЦИЯ [лат. tradescantia] (Р: традесканция; И.: tradescantia; T: telgraf çiçeği) и. бот.
Үрмә декоратив үҫемлек. □ Традесканция (лат. Tradescantia). Традесканция уҫте-реу. Традесканция һурәте. Традесканцияны кусереп ултыртыу.
ТРАДИЦИОН (Р: традиционный; И.: traditional; T: geleneksel) c.
Традицияға нигеҙле, традицияға мөнәсәбәтле. □ Традиционный. Традицион ҡараш. Традицион кейем. Традицион йола. ■ Был иртәлә Өфөләге бөтә спорт йәмғиәттәренең физкультурниктары Якутов исемендәге балалар паркына ҡала беренселеге өсөн уткәрелә торған традицион кросҡа йыйылдылар. Ә. Байрамов.
ТРАДИЦИОНАЛИЗМ [лат. traditio] (Р: традиционализм; И.: traditionalism; T: gele-nekselcilik) и.
1. Традицияларҙы һаҡларға ынтылыусы фәлсәфә йүнәлеше. □ Традиционализм. Традиционализм куренеше. Традиционализм тарихы.
2. Фәндә, сәнғәттә, диндә, ғөрөф-ғәҙәттәрҙә традицияларҙың ролен арттырыу. □ Традиционализм. Традиционализм яҡлылар.
487