Академический словарь башкирского языка. Том VIII. Страница 486


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТӨШӘНДЕРЕҮ
һуҙылыуҙан халыҡ та ялҡа төштө, арыны, сәхнәләгеләр ҙә йөнсоно. Ә. Әминев.
♦ Айышына төшөү аңлау, төшөнөү. □ Понимать, вникать. ■ «Куреу генә етмәй, айышына төшөргә кәрәк», — тине Йәмғи. X. Ғиләжев. Ауыҙҙан төшмәү йыш телгә алыныу, йыш һөйләнеү. □ Не сходить с языка. Өҫтән төшмәү нимәнелер талап итеп, маҙаһыҙлау. □ Требовать, беспокоить, наседать. Төбөнә төшөү асылына, мәғәнәһенә төшөнөү. □ Дойти до истины, докопаться. Эштең төбөнә төшөу.
ТӨШӘНДЕРЕҮ (төшәндер-) ҡ. эйһ. ҡар. төшәнеү 1. безл. от төшәнеү 1. Бөгөн төндә ниңәлер төшәндерҙе. Аҙна буйына төшәндерҙе.
ТӨШӘНЕҮ (төшән-) (Р.: видеть сон; И.: dream; T: rüya görmek) ҡ.
1. Төш күреү; төшәү. □ Видеть сон. Төнө буйы төшәнеу. Төшәнеп, ҡурҡып уяныу. М Төшәнеп уянманымы икән Зәриәһе? С. Шәрипов.
2. Йоҡоно өн икән тип, нимәлер эшләү; һаташыу. □ Бредить, быть в бредовом состоянии. Төшәнеп, тороп йөрөу. М Хәстә ҡатын был һуңғы һуҙҙәр менән төшәнә башланы. Ә. Таңғатаров.
ТӨШӘҮ (төшә-) (Р.: видеть сон; И.: have a dream; T: rüya görmek) ҡ.
Төш күреү. □ Видеть сон. ■ Таңда төшәгән төштө яҡшыға юрайҙар. «Башҡорт мифологияһы»нан.
ТӨШ ЮРАҒЫС и. ҡар. төшлөк II. Төш юрағыс китабы. Төштөң мәғәнәһен төш юрағыстан ҡарау. Шәреҡ илдәрендә таралған төш юрағыс. Зигмунд Фрейдтың төш юрағыс китабы.
ТӨШ ЮРАУ (төш юра-) (Р: толковать сон; И.: interprete a dream; T: rüyayı yorumlamak) ҡ.
Төштөң мәғәнәһен, асылын аңлатыу. □ Толковать сон. // Толкование сна. Һәр төштө изгегә юрарға кәрәк. ■ һәр кеше төштө уҙенсә юрай, изгегә булһын тип әйтегеҙ ҙә ҡуйығыҙ, теләһә кемгә һөйләмәгеҙ. «Башҡорт мифологияһы»нан. Туҡтамыш хан төшөн һөйләгән. Әбей төш юрай башлаған, ти. «Иҙеүкәй менән Мораҙым».
ТӨШ ЮРАУСЫ (Р: толкователь снов; И.: interpreter of dreams; T: rüya yorumcusu) и.
Төш юрау оҫтаһы, белгесе. □ Толкователь снов. Төш юраусыға барыу. Төш юраусыға ышаныу. Борон һәр батшаның уҙ төш юраусыһы булған. ■ Хан һарайына төш юраусы саҡыртҡан, ти. Әкиәттән.
ТӨШ ЯҒЫ (Р: юг; И.: south; T: güney) и. һөйл. ҡар. көньяҡ.
Донъяның дүрт яғының береһе: төньяҡҡа ҡаршы булған яҡ; йылы яҡ, йәнүб, ҡибла.
□ Юг. / Южный. Йорт ихатаһы төш яҡтан урынлашҡан. Ҡояш куптән инде төш яҡҡа ауҙы.
ТРАВМА [гр. trauma] (Р: травма; И.: injury; T: travma) и.
1. Тышҡы берәй тәьҫир (яраланыу, бәре-леу, бешеу һ.б.) һөҙөмтәһендә туҡымаларҙың йәки тән ағзаларының зарарланыуы.
□ Травма. Травма алыу. Ябыҡ травма. Производстволағы травма. Баш һөйәгенең травмаһы. ■ Бер йәш егет ауыр травмаларҙан һуң улеп ҡала. Д. Бүләков. Медиктарҙың район-ара семинарына йыйылғандар, Әнисә Дамирова шуларҙы «һирәк осрай торған куҙ травмаһын нисек итеп лазер менән дауалауҙы» курһәтергә алып ингән. Й. Солтанов.
2. Нервы ҡаҡшауы. □ Травма. Психик травма. ■ Травманан һуң тыныс шарттар булдырырға кәрәк. X. Зарипов.
ТРАВМАТИК (Р: травматический; И.: traumatic; T: travmalı) с.
Травмаға мөнәсәбәтле. □ Травматический. Травматик яра. Травматик пистолет.
ТРАВМАТОЛОГ [рус.] (Р: травматолог; И.: traumatologist; T: travmatoloji uzmanı) и.
Травматология буйынса белгес, врач. □ Травматолог. Тәжрибәле травматолог. Йәш травматолог. Травматолог рецебы.
ТРАВМАТОЛОГИЯ [гр. trauma (trauma-tos) ‘яра’ + logos ‘фән’] (Р.: травматология; И.: traumatology; T: travmatoloji) и.
Медицинаның ағзаларҙың һәм туҡымаларҙың травматик зарарланыуын, уларҙы дауалау һәм иҫкәртеү менән шөғөлләнгән бүлеге. □ Травматология. Травматология
486