Академический словарь башкирского языка. Том VIII. Страница 485


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТӨШӨҮ
Апай, миңә бурәнә ҡырҡҡан өсөн бер aş аҡса төшкән булырға тейеш. Н. Мусин.
36. Билдәле бер күләмдән купмелер алыныу, сығыу. □ Получать, добывать, иметь (урожай, прибыль и т. д.). ■ Арыштың гектарынан егермешәр, хатта егерме бишәр ңентнер төшкән урындары бар. Ә. Вәли.
37. Тотҡан урын, дәрәжәнән яҙып, түбәнгә ҡалыу. □ Сниматься с должности. Директорлыҡтан төшөу. Етәкселектән төшөу. Мөдирлектән төшөу.
38. кусм. Кемдеңдер йәки нимәнеңдер өҫтөнән алыныу. □ Падать, сваливаться с плеч чьих. Өҫтән йөк төшөу. М Бойороҡ утәлде, өҫтән тауҙай йөк төштө. Ә. Хәкимов. Хәбәр һалынды, өҫтән бурыс төштө. М. Кәрим.
39. Ҡағыҙҙа һ.б. нәмәлә берәй төрлө кәүҙәләнеш табыу, эҙ ҡалдырыу. □ Быть нарисованным. Эре биҙәк төшкән тауар. ■ Ишегебеҙ яңағына купме ҡулдың эҙе төшкән. Р. Бикбай. Йәшел ерлеккә әллә нисәмә төрлө төҫтәге сәскәләр биҙәге төшкән. Н. Мусин.
40. Кино эшләгәндә берәй ролде башҡарып, ҡатнашлыҡ итеү. □ Сниматься (в кино). Киноға төшөу. Билдәле сериалда төшөу. Телеспекталдә төшөу.
41. Фотографияла кәүҙәләнеү. □ Фотографироваться, сниматься (на фото). Фотоға төшөу. ■ [Арынбаҫаров:] Мин фотоға төшөргә яратмайым. Д. Бүләков. Хәрби учениелар башланыр алдынан маршал етәкселегендәге был төркөм иҫтәлек өсөн фотоға төшә. Р. Өмөтбаев.
42. кусм. Ниндәйҙер хаҡ, баһаға килеү. □ Обходиться во что. Арзанға төшөу. Анһатҡа төшөу. Кыйбатҡа төшөу. ■ Зәйнәп Еарифтан бик яҡшы ҡотолһа ла, был ҡотолоу Зәйнәпкә бик арзанға төшмәне. М. Ғафури. Ирҙе ҡарау, иргә ярау ҙа еңелгә төшмәй. Яр. Вәлиев. [Рәшиҙә — Сәғиҙәгә:] Класыңда тәртип шәптән тугел икән, балаларыңа дурт көн буйы дәрес биреу бер сирек буйы уҡытҡандан да ауырға төштө. М. Тажи.
43. кусм. Нимәнәндер аша йәшерен үтеп, ҡайҙа ла булһа инеү. □ Прокрадываться; тайно влезать, залезать (с целью грабежа, кражи и т. д.). Өйгә төшөу. Фатирға төшөу. ■ Шәнгәрәй урамда эт талаштырып, әбей-
һәбейҙең кәртәһенә төшөп йомортҡаһын урлап, баҙына төшөп ҡаймағын ялап, эт өрҙөрөп, кеше көлдөрөп, ауылда йәшәне. Т. Ғарипова.
44. кусм. Башта билдәләгән хаҡты кәметеү. □ Опускать, снижать, скидывать (о цене). ■ Яҙға табан ит ҡиммәтләнгәс, ул [up] тушкәләрен тейәй ҙә китә ҡала баҙарына. Кире алып ҡайтһа ҡайта, һорағанынан төшмәй. Р. Солтангәрәев.
45. Кемдәндер йәки нимәнәндер башлау.
□ Приступать, начинать. Баштан төшөп ҡарау. Беренсе биттән төшөп уҡыу. М Бына ул [Өмөгөлсөм] хатты уҡып сыҡты. Шул уҡ ашҡыныу һәм ҡабаланыу менән тағы ла баштан төшөп уҡыны. Ғ. Лоҡманов.
46. Һәр саҡ ҡайҙалыр булыу, тороу, дауам итеү (ғәҙәттә, юҡлыҡ формаһында).
□ Находиться, быть (постоянно). Буреге башынан төшмәй. Өйоғо аяғынан төшмәй. Самауыры өҫтәлдән төшмәй. ■ Каршыһын-да башынан ҡара шәле мәңге төшмәгән, ут шикелле янған ҡара куҙҙәрен уҙенә төбәгән Фәузиә ҡарсыҡты кургәс, Гөлбаныу ҡурҡып артҡа тайшанды. Т. Ғарипова.
47. -п формаһындағы хәл ҡылымға ҡушылып, ярҙамлыҡ ҡылым сифатында эш-хәрәкәттең ҡапыл киҫкен рәүештә бөтәүен, тамам булыуын белдерә. □ В функции вспомогательного глагола передаёт значение внезапности действия, обозначенного основным глаголом. Алып төшөу. Ауып төшөу. Барып төшөу. Ишелеп төшөу. ■ Хашим, ҡайтып төшөу менән, Ихсанбайҙы ҡалаҡ һөйәгенә һалды. Т. Ғарипова.
48. -а формаһындағы хәл ҡылымға ҡушылып, ярҙамлыҡ ҡылым сифатында эш-хәрәкәттең сикле булыуын белдерә. □ В сочетании с деепричастием на -а в роли вспомогательного глагола обозначает ограниченность действия. Арта төшөу. Тыныслана төшөу. Ҙурая төшөу. ■ Шәһәрбаныу, буш өйҙөң ҡаҡ урындығында кәкрәйеп кенә ятҡан ҡыҙын кургәс, йөрәген баҫып, иҙәнгә ултыра төштө. Т. Ғарипова. «Алға» колхозы колхозсыларының ер һатыу мәсьәләһен хәл иткән дөйөм йыйылышы шулай бер шаулап, бер тынып байтаҡ дауам итте, оҙаҡҡа
485