ТӨШӨҮ
ливаться. Биҙрәнең төбө төшөү. Теш төшөү. Тырнаҡ төшөү. ■ Зөләйха тағы ла һарғая, теше төшөп бөтә. «Йософ һәм Зөләйха».
20. Нимәнең дә булһа көсө, күләме һ.б. әҙәйеү; кәмеү, түбәнәйеү. □ Падать, снижаться. Ҡан баҫымы төшөү, һыуҙың кимәле төшөү. ■ [Рәшит] баланың температураһы төшмәҫме тип көттө. Ф. Әсәнов.
21. Һирәгерәк булыу (пульсҡа ҡарата). □ Снижаться (о пульсе). Пульс төшөп китеү. Ауырыуҙың пульсы төшмәү.
22. Кимәл, дәрәжә йәһәтенән түбәнерәк булыу. □ Снижаться, падать, уменьшаться в стоимости. Һөткә хаҡ төшөү. Я [Берәү:] Беҙгә ҡом күп ҡатышҡан сифатһыҙ тоҙ килә башланы, сит илдә хаҡы төштө. 3. Ураҡсин.
23. Абруй, дәрәжә йәһәтенән түбәнерәк булыу; кәмеү. □ Терять, утрачивать. Абруй төшөү. Дәрәжә төшөү. Я Малайҙар [Рәмзилдең] күҙҙәрен дә астырмаҫтар. Был инде уның дуҫ-иштәре араһында абруйы төштө тигәнде аңлата. Д. Бүләков.
24. күсм. Бошонҡо, төшөнкө хәлгә килеү. □ Падать, ухудшаться. Кәйеф төшөү. Танау төшөү.
25. Етлекмәҫ борон, көн элгәре үле тыуыу. □ Случиться (о выкидыше). Ҡатындың ауыры төшөү. В Гилмиязаның ауыры йәнә төшөп, бала таба алмауына бошоноп йөрөүен белә ине Көнбикә. Н. Мусин.
26. Нимәнәндер барлыҡҡа килеү, алыныу. □ Сбиваться (о масле). Май төшөү. В Бына хәҙер май ҙа төшә. Н. Нәжми.
27. Ваҡытлыса тороу йәки ҡунып сығыу өсөн урынлашыу, инеү. □ Останавливаться у кого-л., устраиваться. Ҡунаҡханаға төшөү. Фатирға төшөү. В Ә ул [Әүхәҙи] килгән дә муллаға фатирға төшкән. А. Таһиров. Баһау бай инде губернаторға бер нисә ҡортло умарта биреп,.. Өфөгә бал һата барған саҡта уға фатирға төшөргә .. уйланы. Ж. Кейекбаев. Егет әсәһе менән ҡыҙ күҙләй сығып китә. Әсәһе менән бер ауылда яҡын бер кешегә барып төшә. М. Буранғолов.
28. Ҡатын булып килеү. □ Выходить замуж. Килен булып төшөү. В Әле теге ваҡытта уҡ, Сабура килен булып төшкәс тә, Әсғәт уның хаҡында: «Сабура — сама
уыр бейеклеге», — тигәйне. М. Кәрим. Би-беш тәүҙә, килен булып төшкән йылдарҙа, бейеменән ни хәтле ҡурҡһа, хәҙер уны шул хәтле тәрән ихтирам итә. 3. Биишева.
29. Эйәләшеү (көйә, ҡорт кеүеккә ҡарата). □ Появляться, возникать, заводиться; нападать. Тунға көйә төшкән. Картуфҡа ҡорт төшкән. В Йәм-йәшел туғайҙы ҡайһылай йырғыслап бөтөргәндәр — көйә төшкән хәтфәме ни! Р. Солтангәрәев. Көнсөл күңелгә ҡорт төштө. И. Ғиззәтуллин.
30. Зарар итеү, боҙоу (ауырыуға, зарарлы нәмәгә ҡарата). □ Появляться, возникать. Күҙгә аҡ төшә. Тимергә тут төшә. В «Телеңә телсә төшкөрө!» — тип әрләп алдым мин үҙемде эстән генә. Р. Ғабдрахманов.
31. Ниндәйҙер хәлгә ҡалыу. □ Впадать в какое-л. состояние. Ҡайғыға төшөү. Ҡара тиргә төшөү. Хурлыҡҡа төшөү. В [Майор:] Әгәр теләгән берәү танкыға йәки броне-транспортёрға ултырып кире яҡҡа елдерә башлаһа, ниндәй көнгә төшөрбөҙ? М. Кәрим. Ағаһының шундай хурлыҡҡа төшөп ялба-рыуы Алтынбайға бигерәк тә ауыр тойолдо. 3. Ураҡсин.
32. Ниндәйҙер эшкә, нимәлер эшләргә тәүләп тотоноу, башлау. □ Приниматься за что-л., начинать делать что-л. Бесәнгә төшөү. Ураҡҡа төшөү. В Беренсе класҡа уҡырға төшкән Гөлбаныу, уйлап та тормай, өсөнсөлә уҡып йөрөгән Ихсанбай эргәһенә килеп ултырҙы. Т. Ғарипова. Ололарҙың ҡайһы берҙәре парланышып, йәштәр һымаҡ бейергә төшөп китте. Р. Байбулатов.
33. Тотҡон хәленә ҡалыу. □ Попасться; быть пойманным. Ҡулға төшөү. Пленға төшөү. В Шул ваҡыт беҙ үҙебеҙҙең пленға төшөүебеҙҙе һиҙҙек. Д. Юлтый. [Григорий Семёнович:] Нисек кенә булғанда ла, дошманға пленға төшөү — рус офицеры өсөн ғәрлек. Я. Хамматов.
34. Тота торған ау ҡоралына эләгеү. □ Попасться; быть пойманным. Мурҙаға балыҡ төшкән. Ауға бәрҙе төшкән.
35. Берәй төрлө юл менән табылыу, ҡулға килеп эләгеү. □ Доставаться. В Бер-ике көндән кейәү, мәжлестә төшкән бүләктәрҙе алып, кәләшкә китә. М. Буранғолов. [Таһир:]
484