Академический словарь башкирского языка. Том VIII. Страница 491


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТРАНСГРЕССИЯ
ТРАНС [фр. transe ‘ҡатып ҡалыу’] (Р.: i ране; И.: trance; T: trans) и. мед.
1. Тирә-йүндәге ситуацияны һәм эшләгән эшеңдең маҡсатын аңламай бер нисә минут йәки оҙағыраҡ ваҡыт автоматик рәүештә ҡатмарлы шөғөлдө дауам итеүҙә сағылған аң буталыу күренеше. □ Транс. ■ Парапсихик проблемаларҙы өйрәнгән ҡайһы бер ғалимдар, транс хәлендә, кутәренке кәйефтә булыусылар ҡурсаҡ-һындарҙы «йәнләндереу» һәләтенә эйә, тип иҫәпләй. «Башҡортостан», 20 апрель 2012.
2. Гипноз, экстаз ваҡытында аң томаланыу. □ Транс (во время гипноза, экстаза). Трансҡа инеу. Транстан сығарыу.
3. Өйәнәк менән ауырыған кешенең ҡайҙалыр ашығыуы, өҫкө кейемен сисеп таш-лауы йәки башҡа төрлө хәрәкәт башҡарыуы менән характерлы психик күренеш. □ Транс. Транстан сығыу.
ТРАНС... [лат. trans ‘аша’] (Р.: транс...; И.: trans...; T.: trans...)
Ҡушма һүҙҙәрҙең ‘берәй арауыҡ аша йөрөү’ мәғәнәһен биргән беренсе киҫәге.
□ Транс... Трансген. Трансконтиненталь.
ТРАНСА [рус. драница} (Р.: драница; И.: lath; T.: lata) и.
Ярып эшләнгән йоҡа тар таҡта. □ Драница. / Драночный. Транса ярыу. Транса менән ябылған мунса. ■ Башы транса менән ябылған, һыулығы серей башлаған ике тәҙрәле өйөнән, яңғыҙ һыйыр һәм бер аттан башҡа Таип байлыҡ арттыра алмаған. Р. Өмөтбаев. Атайым һөйләй: «Аҡтарҙың мобилизацияһынан ҡасып, йәйләу яғына шылтайғанда, олатайың, әлеге кәртишкәне сепрәккә төрөп, соландың трансаһы аҫтына ҡыҫтырып китә. Аҙаҡ килеп ҡараһалар, һу-рәт зым-зыя юҡ». М. Ямалетдинов. Таҡта бысып, балта менән транса ярып, бер ай ваҡыт утеп тә китә. Хикәйәттән.
ТРАНСАВАНГАРД [рус.] (Р: трансавангард; И.: transavantgarde; T.: transavan-guardia) и.
Европа илдәрендәге һынлы сәнғәт ағымы.
□ Трансавангард. Трансавангард вәкилдәре. Трансавангард кургәҙмәһе. Трансавангард XX быуат аҙағында барлыҡҡа килә.
ТРАНСАКЦИЯ [лат. transactio ‘килешеү’] (Р: трансакция; И.: transaction; T.: işlem) и.
1. Бер-береһенә юл ҡуйыуға нигеҙләнгән сәйәси, юридик һ.б. килешеү. □ Трансакция. ■ Кешеләрҙең уҙ-ара мөнәсәбәттәре трансакцияға, йәғни килешеугә бәйле, тигән фекерҙә ул [Берн]. «Башҡортостан ҡыҙы», №2, 2010.
2. иҡт. Бер иҫәптән икенсеһенә аҡса күсереү буйынса банк операцияһы. □ Трансакция. Банк трансакцияһы. Бухгалтерия трансакцияһы. Ҡиммәтле ҡағыҙҙар баҙа-рындағы трансакция.
ТРАНСВЕСТИТ [лат. trans ‘аша’ + vestis ‘кейем’] (P: трансвестит; И.: transvestite; T.: transvesti) и. мед.
Хирургик операция ярҙамында үҙенең енесен үҙгәрткән кеше. □ Трансвестит. / Трансвеститный. Трансвеститтар шоуына барыу. Трансвеститтар кафеһы.
ТРАНСГЕН [лат. trans(ferre) ‘күсереү’ + гр. gen(os) ‘сығыш, ырыу’] (Р: транеген; И.: transgene; Т.: transgen) и.
Организмдың теге йәки был үҙенсәлеген үҙгәртеү маҡсаты менән гендар инженерия-һы ярҙамында билдәле бер гендарҙы күсереү. □ Транеген. / Трансгенный. ■ Беҙҙә транеген томаттар уҫтерелә. «Йәшлек», 9 июнь 2009.
ТРАНСГЕНЛЫ (Р: трансгенный; И.: transgenic; T.: transgenik) с.
Гендар инженерияһы ярҙамында булдырылған. □ Трансгенный. Трансгенлы уҫем-лектәр. Трансгенлы хайуандар. Трансгенлы ашамлыҡ. М Шуныһын иҫтә тотоу мөһим: трансгенлы аҙыҡтың зарарһыҙ икәнен ғалимдар иҫбатлаһа ла, уларҙы купләп ҡулланыу быуындар аша һаулыҡҡа зыян килте-peye мөмкин. «Башҡортостан», 11 ғинуар 2013.
ТРАНСГРЕССИЯ [лат. transgressio ‘аша сығыу’] (Р: трансгрессия; И.: overlap of oceans; T.: kıyı ilerlemesi) u.
Диңгеҙҙең ҡоро ер өлөшөн баҫып алыуы йәки ҡоро ерҙең диңгеҙ аҫтында ҡалыуы. □ Трансгрессия. Диңгеҙ трансгрессияһы. Көсөргәнешле трансгрессия.
491