Академический словарь башкирского языка. Том VIII. Страница 492


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТРАНСИВЕР
ТРАНСИВЕР [ингл. transceiver < transmitter ‘тапшырыусы’ + receiver ‘ҡабул итеүсе’] (Р.: трансивер; И.: transceiver; T.: alıcı verici radyo) u.
Сигнал тапшырыу һәм алыу яйланмаһы.
□ Трансивер. Оптик трансивер. Автономлы трансивер. Тышҡы трансивер. Эске трансивер.
ТРАНСКОНТИНЕНТАЛЬ (Р: трансконтинентальный; И.: transcontinental; T: kıtanın öte tarafındaki) c.
Континент-ара, ҡитғалар аша. □ Трансконтинентальный. Трансконтиненталь ракета. Трансконтиненталь осош. Трансконтиненталь рейс. Трансконтиненталь тимер юлы.
ТРАНСКРИПЦИЯ [лат. transcriptio күсереп яҙыу’] (Р: транскрипция; И.: transcription; T: transkripsiyon) и.
1. лингв. Телдәге өндәрҙе махсус хәреф, тамғалар менән дөрөҫ итеп биреү тәртибе һәм шундай тамғалар системаһы. □ Транскрипция. / Транскрипционный. Фонетик транскрипция. Һуҙҙең транскрипцияһын биреу. ■ [Саҡ-Суҡ бәйете] 1973 йылда Институттың Г. Хөсәйенов етәкселегендә уткәрелгән беренсе археографик экспедиция материалдарынан алып, экспедицияның ғилми отчетына транскрипция яһап индерелгән. М. Сәғитов. Башҡорт мәҡәлдәренең тәу башлап матбуғатта баҫылған был кескәй йыйынтығы башҡорттоң уҙ телендә (шул замандағы шартлы русса транскрипцияла) бирелеуе менән дә әһәмиәтле ҡомартҡы булып тора. Ә. Харисов.
2. муз. Бер төр музыка ҡоралы йә тауыш өсөн яҙылған әҫәрҙе икенсе төр музыка ҡоралына йәки тауышҡа яраҡлаштырыу.
□ Транскрипция. Музыкала транскрипция. Музыкаль әҫәрҙең транскрипцияһы. Транскрипция яһау.
ТРАНСЛИТЕРАЦИЯ [лат. trans ‘аша’ + littera ‘хәреф’] (Р.: транслитерация; И.: transliteration; T: transliterasyon) и. лингв.
Бер яҙма хәрефтәренең икенсе яҙма хәрефтәре менән бирелеше. □ Транслитерация. һуҙҙәргә транслитерация. Латиницаға
транслитерация. Транслитерация менән би-релеу.
ТРАНСЛЯЦИЯ [лат. translatio ‘күсереү’] (Р.: трансляция; И.: translation; T: yayınlama) и.
1. Телмәрҙең, музыканың, һүрәттең һ.б. радио, телевидение йәки сымлы бәйләнеш аша туранан-тура эш-хәрәкәт урынынан (театрҙан, стадиондан һ.б.) алыҫ араға тапшырыл ышы. □ Трансляция. / Трансляционный. Спектакль трансляцияһы. Музыка трансляцияһы. Трансляция радиоуҙәге. Трансляция селтәре.
2. Шул ысул менән алыҫ араға тапшырылған нәмә. □ Трансляция. Концерт трансляцияһын тыңлау. Хоккей трансляцияһын ҡарау.
ТРАНСЛЯЦИЯЛАНЫУ (трансляциялай-) ҡ. төш. ҡар. трансляциялау, страд, от трансляциялау. Үҙәк телеканалдарҙа трансляцияланған тапшырыу. Йәнһурәт-тең премьераһы БСТ-ла трансляцияланды.
ТРАНСЛЯЦИЯЛАУ (трансляцияла-) (Р: транслировать; И.: translate; T: yayın yapmak) ҡ.
Трансляция (1) менән биреү. □ Транслировать. Ярышты трансляциялау. Фильмды трансляциялау. Был тапшырыуҙы «Юлдаш» каналы трансляциялай.
ТРАНСМИССИЯ [лат. transmissio ‘тапшырыу’] (Р: трансмиссия; И.: transmission; T: transmisyon) и.
Хәрәкәтте двигателдән машинаға күсереүсе махсус ҡулайлама. □ Трансмиссия. / Трансмиссионный. Завод трансмиссияһы. Механик трансмиссия. Трансмиссия ҡайышы. ■ Станоктар тоташ трансмиссия ярҙамында хәрәкәткә килтерелә. Ә. Вәли. Трансмиссияны нисек эшләтеуҙәре тураһында һөйләп анһатты Атаулла ағай. И. Ғиззәтуллин.
ТРАНСНАЦИОНАЛЬ (Р: транснациональный; И.: transnational; T: uluslarö-tesi) с.
Халыҡ-ара, бер дәүләт сигенән сыҡҡан, бер дәүләт менән генә сикләнмәгән. □ Транснациональный. Транснациональ банкылар.
492