Академический словарь башкирского языка. Том VIII. Страница 493


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТРАНСПОРТЁР
Транснациональ корпорациялар. Транснациональ компаниялар.
ТРАНСПАРАНТ [фр. transparent ‘үтә күренмәле’] (Р.: транспарант; И.: banner; Т.: pankart) и.
1. Берәй һүрәт төшөрөлөп йәки текст яҙылып, рамға кирелгән туҡыма йәки ҡағыҙ.
□ Транспарант. Демонстрацияға транспаранттар менән сығыу. ■ Башта дәрестән һуц Май байрамына әҙерләнелде, лозунгылар яҙылды, транспаранттар эшләнде, колонна менән йөрөргә, йырға өйрәнелде.
з. Биишева. Иц матур кейемдәрен кейеп, ал байраҡтар, транспаранттар тотоп төҙөүселәр, шахтёрҙар, юл эшселәре килгән. Ғ. Хисамов. Ҡала үҙәгендә Сауҙа майҙанында бер мөйөштән икенсеһенә ҡәҙәр «Мәктәп баҙары» тигән яҙыулы транспарант эленгән. Т. Сәғитов.
2. Ҡағыҙға тура яҙыу өсөн аҫтына һалына торған һыҙыҡлы махсус бит. □ Транспарант. Транспарантҡа һалып яҙыу. Транспарант менән тигеҙ яҙыла.
ТРАНСПИРАЦИЯ [лат. trans ‘аша’ + spiro ‘тын алам’] (Р.: транспирация; И.: transpiration; T: terleme) и.
Үҫемлектәрҙең һыуҙы парға әйләндереүе.
□ Транспирация. Үҫемлектәрҙә транспирация процесы. Транспирацияныц биологик әһәмиәте.
ТРАНСПЛАНТАТ [лат. transplantare ‘күсереп ултыртыу’] (Р: трансплантат; И.: transplantat; T: nakledilen organ veya doku)
и. мед.
Күсереп ултыртыу операцияһын башҡарғанда файҙаланыла торған ағза-туҡыма йә уларҙың өлөшө. □ Трансплантат. / Трансплантатный. Теш трансплантаттары. Тире трансплантаты. Күҙ мөгөҙсәһе трансплантаты.
ТРАНСПЛАНТАЦИЯ [лат. transplantare ‘күсереп ултыртыу’] (Р: трансплантация; И.: transplantation; T: organ nakli, transplantasyon) и. мед.
Дауалау маҡсатында туҡыма йә ағзаларҙың күсереп ултыртылышы. □ Трансплантация. Трансплантация яһау. Бөйөр
трансплантацияһы. Бауыр трансплантацияһы. Йөрәк трансплантацияһы. В Трансплантациянан һуц Гөлйөҙөмгә дауаланыу бик ауырға тура килһә лә, хәле кинәт ҡырҡыулашҡанда ла, ул үҙен сир менән япа-яцғыҙ ҡалдырмай, терәк булған кешеләрҙе онотмай. «Йәшлек», 28 ғинуар 2010.
ТРАНСПОЗИЦИЯ [лат. transpositio ‘урынын алыштырыу’I (Р: транспозиция; И.: transposition; T: yerini değiştirme) и.
1. мат. Бирелгән һан сиктәрендә элементтарҙың урынын алыштырыу. □ Транспозиция. Математик транспозиция.
2. лингв. Һүҙҙең бер һүҙ төркөмөнән икенсеһенә күсеүе. □ Транспозиция. Лингвистик транспозиция. Транспозиция категорияһы. Башҡорт телендә транспозиция.
3. муз. Музыкаль әҫәрҙең барлыҡ тауыштарын билдәле интервалға йә өҫкә, йә аҫҡа күсереү. □ Транспозиция. Музыкаль транспозиция. Әҫәрҙә транспозиция алымын ҡулланыу.
ТРАНСПОРТ [лат. transportare ‘күсереү’] (Р: транспорт; И.: transport; T: taşıtlar) и.
Халыҡ хужалығының йөк йәки кеше йөрөтөүгә бәйле тармағы һәм йөрөтөү сараһы.
□ Транспорт. / Транспортный. Ҡала транспорты. Дицгеҙ транспорты. Транспорт саралары. Тимер юл транспорты. В Ауылда халыҡ транспорт менән нисек хитланғанда, Ханбали малайы аҡса йыйып, кәсеп итеп йөрөгәне өсөн һабаҡ алһын әле бер. Р. Байбулатов. Транспорт йөрөү тыйылған, һирәк-мирәк кенә махсус машиналар үтеп китә, улары ла йә магазинға продукт килтерә, йә ошо тирәлә йәшәгән кешеләргә мебель-фә-лән индерәләр. Д. Бүләков. Транспорт Таулы менән Түбә араһында туҡтауһыҙ йөрөй. Т. Ғарипова.
ТРАНСПОРТЁР [фр. transporteur < лат. transportare ‘күсереү’] (Р: транспортёр; И.: conveyer; T: konveyör, taşıyıcı) и.
Йөк күсерә торған ҡоролма; конвейер.
□ Транспортер. / Транспортёрный. Бормалы транспортёр. Бушатыу транспортёры. Ҡыҫыу транспортёры. Йөҙмә транспортёр. В Ырҙын табағы буйлап тегеләй ҙә,
493