Академический словарь башкирского языка. Том VIII. Страница 494


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТРАНСПОРТИР
былай ҙа һуҙылған транспортёр таҫмалары елгәргестәргә табан шыуышып китте. Ф. Әсәнов. Котлобаевҡа, бүтән етәкселәргә рәхмәт яуҙы, һәр кем транспортёрҙы уҙе эшләтеп ҡарарға ынтылды. Ә. Хәкимов. Һауыу аппараттары, тиреҫ сығарыу өсөн транспортёрҙар, аҙыҡ таратҡыстар ҡуйылған. Р. Ханнанов.
ТРАНСПОРТИР [фр. transporteur < лат. transportare ‘күсереү’] (Р.: транспортир; И.: protractor; T.: iletki) и.
Мөйөш үлсәү һәм төҙөү өсөн градустарға бүленгән ярым түңәрәк менән линейканан торған һыҙыу приборы. □ Транспортир. Түңәрәк транспортир. Транспортир менән улсәу. Дәрестә транспортир менән һыҙыу.
■ Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: физика буйынса имтиханға фәҡәт линейка һәм программалаш-тырылмаған калькулятор, географиянан — линейка һәм транспортир .. алып инергә мөмкин. «Киске Өфө», № 22, 2009.
ТРАНСПОРТСЫ (Р.: транспортник; И.: transport worker; T.: ulaştırma işçisi) и.
Транспорт хеҙмәткәре. □ Транспортник.
■ Айырым хеҙмәт алымдарын һәм, транспортсылар эшен дә индереп, бетон йәйеу процесының бөтә циклын ентекләп өйрәнгәс, кесҡәй-кескәй төркөмдәргә буленеп эшләргә кәрәк, тигән фекергә килде Гәлиуллина. Ә. Байрамов. Ошо һөйләшеүҙән һуң, партком секретары төҙөүселәр менән транспортсылар араһындағы хеҙмәт бәйләнеше хаҡында ныҡ уйланды. Ш. Янбаев.
ТРАНССЕКСУАЛ [лат. trans ‘аша’ + sexual ‘енси’]м. ҡар. транссексуалист.
ТРАНССЕКСУАЛИЗМ [лат. trans ‘аша’ + sexual ‘енси’] (P: транссексуализм; И.: transsexualism; T.: transeksüelizm) и. мед.
Физик һәм рухи яҡтан үҙеңде икенсе енес кешеһе тип хис итеүгә нигеҙләнгән психик тайпылыш. □ Трансексуализм Транссексуализм күренеше.
ТРАНССЕКСУАЛИСТ [лат. trans ‘аша’ + sexual ‘енси’] (Р: транссексуалист; И.: transsexual; T.: transeksüel) и.
Транссексуализм менән ауырыған кеше. □ Транссексуалист. / Транссексуальный.
ТРАНСФЕР [лат. transferre ‘күсереү’] (Р: трансфер; И.: transfer; T.: transfer) u.
1. мед. 3. Фрейд психоанализында пациенттың үҙенең яҡын кешеләренә ҡарата хис-тойғоло мөнәсәбәтен психотерапевҡа күсереүҙе аңлатҡан термин (мәҫәлән, һөйөү, һоҡланыу, ихтирам, шулай уҡ дошманлыҡ, ҡурҡыу, нәфрәт кеүек тойғолар бер ниндәй сәбәпһеҙ, үҙенән-үҙе барлыҡҡа килеүе мөмкин). □ Трансфер. Позитив трансфер. Негатив трансфер.
2. иҡт. Билдәле бер сумманы бер банкының иҫәбенән алып икенсе банкыға күсереү. □ Трансфер (перевод определённой суммы денег со счёта в одном банке на счёт в другом банке). Аҡсаны трансфер менән ебәреү. Трансфер алыу.
3. спорт. Спортсының бер клубтан икен-сеһенә контракт буйынса күсеүе. □ Трансфер (переход спортсмена из одного клуба в другой). Трансфер аша күсеү. Трансфер килешеүе. Ике клуб араһындағы трансфер.
4. Туристар төркөмөн ял итеү урынына алып барыу. □ Трансфер (сопровождение туриста или туристической группы до места отдыха). Аэропорттан трансфер. Трансфер көтөү. Трансфер менән барыу.
ТРАНСФЕРТ [лат. transferre ‘күсереү’] (Р.: трансферт; И.: transfer deed; T: transfer) и.
1. Валютаны йәки алтынды бер илдән икенсе илгә күсереү. □ Трансферт. / Трансфертный. Бюджет өлкәһендәге трансферт. Индоссаментлы трансферт. Трансферт хаҡтарын билдәләү. Трансферт хаҡтары.
2. Ҡиммәтле ҡағыҙҙарға хоҡуҡтарҙы икенсе кешегә күсереү. □ Трансферт. / Трансфертный. Трансферт үткәреү. Валюта трансферты. Ҡиммәтле ҡағыҙҙар трансферты.
ТРАНСФОРМАТОР [лат. transformare ‘әйләндереү’] (Р.: трансформатор; И.: transformer; T.: transformatör) и.
1. Алмаш электр тогының көсөргәнешен күтәреү йә түбәнәйтеү ҡоролмаһы. □ Трансформатор. / Трансформаторный. Көсөргәнеш трансформаторы. Көс биреү трансформа-
494