Академический словарь башкирского языка. Том VIII. Страница 495


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТРАНШЕЯ
торы. ■ Ә инде икенсе тапҡыр госпиталгә эләккәс (контузия алғас), ул [Андраш], трансформатор аша уткән ток шикелле, бөтөнләй уҙгәрҙе. И. Абдуллин. Монтажсылар скважиналарҙы ебәрергә әҙерләй, торба һуҙа, булидтар ултырта, энергетиктар линия тарта, трансформатор пункттары ҡуя. Р. Солтангәрәев. Юғары вольтлы трансформатор будкаһы артында уҙҙәре-нең икенсе бер агенттары Ямалиевтең мәйетен тапҡас, фашистарҙың ярһыуы боғаҙына етте. И. Ғиззәтуллин.
2. кусм. Бер үк ваҡытта төрлө ролдәрҙе бер-бер артлы башҡарыусы актёр. □ Трансформатор (актёр, исполняющий попеременно роли нескольких действующих лиц). Бер спектаклдәге трансформатор.
3. кусм. Фокустар күрһәтеүсе; иллюзионист. □ Трансформатор (иллюзионист). Трансформаторҙар шоуы. Трансформатор ярышы. Трансформаторҙың фокусын ҡарау.
ТРАНСФОРМАЦИЯ [лат. transformatio ‘әйләнеү’] (Р: трансформация; И.: transformation; T: transformasyon) и.
1. Трансформатор ярҙамында электр то-гының үҙгәртелеше. □ Трансформация. Алмаш ток трансформацияһы. Ток һәм көсөргәнеш трансформацияһы.
2. Үҙгәреш, икенсе төргә әйләнеү. □ Трансформация. Трансформацияға бирелеу. ■ Был уҙгәрештәрҙән (тәнҡитсе дуҫым әйткәнсә, трансформацияларҙан), йәғни бишектәге -нең бишкә төрләнеуенән, ижад эшенә купме уңыш өҫтәлеуен автор белмәй, бары тик фараз ғына итә ала. Ә. Хәкимов. Соҡоройҙоң «Тәуарих-и Болгария, йәки Тәҡриб-и Ғари» әҫәрендә урыны-урыны менән әҙәби-ғилми тәнҡит элементтарының осрауы XIX быуат аҙаҡтарына тәуарих жанрының ҡырҡа уҙгәреш, трансформация кисерә башлауына ишаралай. «Ағиҙел», № 9, 2013. Аллаға шөкөр, ошондай ҡатмарлы трансформация ваҡытында милләтебеҙ уҙенең йөҙөн юғалтмай сығып килә. «Киске Өфө», № 24, 2009.
3. Тышҡы ҡиәфәтте бик тиҙ үҙгәртеп, төрлө ролдәрҙе башҡарыу йәки күрһәтеү. □ Трансформация. Трансформация алымдары. Спектаклдә трансформация ҡулланыу.
ТРАНСФОРМАЦИЯЛАНЫУ (трансформациялан-) ҡ. төш. ҡар. трансформациялау 1-2. страд, от трансформациялау 1-2. Трансформацияланған ток. Трансформацияланған куренеш. Я Яҙыусының һуҙ сәнғәте оҫтаһы булыуын иҫбат итеу өсөн һурәтләу-тасуирлау саралары, нигеҙҙә, өс төрлө яҫылыҡта ҡарала: халыҡ уҙе ижад иткән (традицион), уҙгәртелгән (трансформацияланған), әҙип уҙе уйлап тапҡан (индивидуаль) образдар менән оҫта, етди, мәғәнәле эш итеу. С. Поварисов.
ТРАНСФОРМАЦИЯЛАУ (трансформацияла-) (Р.: трансформировать; И.: transform; step; T: tahvil etmek) ҡ.
1. Трансформатор (1) ярҙамында алмаш электр тогын үҙгәртеү. □ Трансформировать. Токты трансформациялау. Трансформаторҙар даими токты трансформацияламайҙар.
2. Үҙгәртеү, икенсе төрлөгә әйләндереү.
□ Трансформировать. ■ Традицион эпитеттарҙы мәғәнә, стилистик, һуҙ-һурәтлелек, эмоционаллелек, экспрессивлыҡ маҡсаттарҙа уҙгәртеу, трансформациялау поэзиябыҙҙың шишмә башы булған «Ҡиссаи Йософ»-тан уҡ килә. С. Поварисов.
ТРАНСФОРМЕР [ингл. transformer ‘формаһын үҙгәртеүсе’] (Р.: трансформер; И.: transformer; Т: transformer) и.
Конструкцияһындасы өлөштәрен төрлөсә үҙгәртеп ҡуйыу мөмкинлеге булған нәмә, ғәҙәттә, балалар уйынсығы. □ Трансформер. Трансформер деталдәре. Трансформер һатып алыу. Трансформерҙы hymen яңынан йыйыу.
ТРАНШ [фр. tranche ‘өлөш’] (Р.: транш; И.: trance; T: kısım) и.
Ҡиммәтле ҡағыҙҙар, облигация заёмдары серияһының бер өлөшө. □ Транш. / Траншевый. Беренсе транш. Фондтан транш алыу. Хөкумәт регионға бюджет аҡсаһынан сираттағы транш кусерҙе.
ТРАНШЕЯ [фр. tranchee ‘ур, соҡор’] (Р: траншея; И.: trench; T: siper, hendek) и.
1. Оборона һыҙығының ут нөктәләрен бергә тоташтырған тар тәрән соҡор; урын.
□ Траншея. Траншея ҡаҙыу. ■ «Тыуған ил — әсәй», — тип ҡысҡырҙы Биктимеров һәм
495