ТРАП
дошмандың беренсе траншеяһына ташланды. Ә. Вәли. Бардыбаев бер нисә һалдат менән траншеяла ҡалды. Ә. Бикчәнтәев. Траншеяларға немецтар утеп ингән айырым урындарҙа эш ҡул һуғышына саҡлы барып етте. Я. Хамматов.
2. Нимәлер һала, һаҡлай торған тәрән оҙон соҡор; ур. □ Траншея. Траншеяла һаҡлау. Силосты траншеяларға һалыу. ■ Экскаватор сумесе ҡаҙған траншеяларҙа, фундамент соҡорҙарында, бетон яҫтыҡтар һалынасаҡ ояларҙа көрәккә эш етерлек ҡала. Ш. Янбаев. Бер нисә көн уҙғандан һуң Ҡыҙҙар тауы итәгендә траншея ҡаҙыусы эшселәр Губкиндың килеп төшөуе тураһында хәбәр иттеләр. Ә. Бикчәнтәев.
ТРАП (трабы) [гол. trap ‘баҫҡыс’] (Р.: трап; И.: ladder; T.: merdiven, iskele) и.
1. Карапҡа һәм самолетҡа менә һәм төшә торған баҫма. □ Трап. Трап төшөрөу. Трап буйлап менеу. Караптан трап буйлап төшөу. ■ Трап алынды, ишек ябылды, хәҙер моторҙар ҡабынасаҡ та һауаға кутә-реләсәктәр [Шәриповтар]. Ғ. Хисамов. Үҙ ғумерендә тәуге осһа ла, Сәмиға ҡайһы бе-рәуҙәр кеуек ҡурҡып, алан-йолан ҡаранманы, трап буйлап та белдекле генә кутәрелде, урынды ла иллюминаторға яҡындан һайланы. Ш. Янбаев. Бына трап ҡуйылды, ишек асылды, ҡатын-ҡыҙҙар, балалар, ир-ат бербер артлы ергә төшөп, вокзал алдындағы ҡаршы алыусылар йыйылып торған ҡапҡаға йунәлделәр. Р. Ханнанов.
2. Төҙөлөш, театр һ.б. урында ҡулланылған төрлө рәүештәге баҫҡыс. □ Трап. Төҙөлөш трабы. Цирк трабы. Трап ҡуйыу.
3. тех. Нефть ҡыуыу резервуары. □ Трап (резервуар для перегонки нефти). М Нефть ағып сыға торған торбалар ҙа, мерник-тар һәм траптар ҙа ап-аҡ буяуға буялған. Ә. Байрамов. Тирә-яҡтары һәйбәтләп таҙартылған, ҡоро тупраҡ, ҡом һибелгән, мерник һәм траптары ап-аҡ итеп ағартылған скважиналар тып-тын ғына ултыралар.
3. Биишева.
4. тех. Иҙәндә канализация өсөн махсус эшләнгән тишек. □ Трап (небольшое отверстие в полу для стока воды). Һыу ағып төшә
торған трап. Һыу йыйғыс трап. Иҙәндәге трап.
ТРАПЕЦИЯ [гр. trapezion ‘бәләкәй өҫтәл’] (Р: трапеция; И.: trapezium; T: trapez) и.
1. мат. Ике яғы параллель булған дүртмөйөш. □ Трапеция. Трапеция һыҙыу. Трапецияның майҙанын иҫәпләу. Трапеция менән миҫал. Трапеция ҡағиҙәһен уттек.
2. спорт. Ике бауға аҫылған арҡыры таяҡ рәүешендәге гимнастик снаряд. □ Трапеция. Трапецияла уйнау. Трапецияла кунегеуҙәр эшләу. Спорт залына трапеция ҡуйыу.
ТРАСОЛОГИЯ [фр. trace ‘эҙ’ + гр. logos ‘фән’] (Р: трасология; И.: trace evidence; T.: kriminalistiğin bir bölümü) u.
Эҙҙәрҙе табыу һәм уларҙы билдәләү, тикшереү алымдарын өйрәнеүсе криминалистика бүлеге. □ Трасология. Трасология өйрәнеу. Трасология буйынса белгес. Трасология менән ҡыҙыҡһыныу.
ТРАССА [нем. Trasse < фр. trace ‘һыҙыҡ’] (Р: трасса; И.: route, path; T.: yol) и.
1. Нимәнеңдер хәрәкәт итеү йә урынлашыу йүнәлешен картала йәки ер өҫтөндә билдәләгән һыҙыҡ. □ Трасса. Автомашина трассаһы. Тимер юл трассаһы. Һауа трассаһы. а Яурындарына мотобысҡы һалған, балта тотҡан егеттәр .. яңы трасса һалынасаҡ урындағы ағастарҙы киҫеу өсөн сопкаға табан йунәлә. Й. Мостафин. 1932 йылдың йәйендә ошо трассаны тәуге тапҡыр Отто Шмидт етәкселегендәге экспедиция «Александр Сибиряков» боҙватҡыс карабында 66 тәулек эсендә утә. «Башҡортостан ҡыҙы», № 6, 2005.
2. Утлы пуля йәки снарядтың һауала ҡалған эҙе. □ Трасса. Снаряд трассаһы. Трассалар һыҙып пулялар оса. К Пистолет, наган, карабин пуляларының осошо беленмәй, ә бына зенит пушкалары, пуле-мёттар трассалы снарядтар менән атҡас, уларҙың осҡан юлында утлы трассалар ҡала. «Йәшлек», 8 апрель 2010.
ТРАССАЛЫ (Р: трассирующий; И.: tracing; T: izli) с.
Осҡанда яҡты эҙ ҡалдырған. □ Трассирующий. Трассалы пуля. Трассалы снаряд. Трассалы патрон.
496