Академический словарь башкирского языка. Том VIII. Страница 497


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТРЕВОГА
ТРАСТ (трасы) [ингл. trust ‘ышаныс’] (Р.: траст; И.: trust; T.: tröst) и.
Теге йәки был эшмәкәрлек әлкәһендә операция алып барыуға ышаныс ҡағыҙы.
□ Траст. Әүҙем траст. Трасҡа ҡул ҡуйыу. Траст килешеүе.
ТРАТТОРИЯ [ит. trattoria] (Р: траттория; И.: trattoria, restaurant; T: İtalyan tarzında restorant) u.
Көнбайыш Европа илдәрендә (мәҫәлән, Италияла) ресторан. □ Траттория. Траттория хужаһы. Траттория менюһы. Траттория асыу тантанаһы.
ТРАУЛЕР [ингл. trawler < trawl ‘трал, йылым’] (Р: траулер; И.: trawler; T.: trol teknesi) и.
Трал менән балыҡ тотҡан карап; тралер.
□ Траулер. / Траулерный. Траулер капитаны. Траулер менән диңгеҙгә сығыу. Траулер балыҡсылары.
ТРАУР [нем. Тгаиет ‘ҡайғы, хәсрәт’] (Р: траур; И.: mourning; T: yas) и.
Кеше үлгәндә йәки афәт килгәндә белдерелгән ҡайғы; матәм. □ Траур. / Траурный. Траур гимны. Траур маршы. Траур иғлан итеү. Траур көнө. И Оркестр траур маршы уйнап ебәрҙе, малайҙар ҡайғылы йыр йырланылар. Ә. Бикчәнтәев. Ҡайғы арҡаһында шашынырға етә яҙған, башынан хатта траур яулығын да сисмәгән Зинаида Алексеевна, ризалыҡ белдереп, эйәк ҡаҡты. Д. Бүләков. Зоя траур кейемен һалған да тантаналы-байрамса кейенеп өлгөргән. Т. Сәғитов.
ТРАФАРЕТ [ит. traforetto < traforo ‘тишеү’] (Р: трафарет; И.: stencil; stereotyped pattern; T: şablon) и.
1. Нимәгәлер һалып төшөрөү өсөн уйып яһалған әҙер һүрәт йәки яҙыулы йоҡа металл, пластмасса, ҡатырға һ.б. пластинка; өлгө. □ Трафарет. / Трафаретный. Трафарет менән биҙәк төшөрөү. Стена биҙәү өсөн трафарет. М Күрше ҡатырға трафарет, бумала тотҡан, муйынына дефицит аҡ буяу һауыты аҫҡан, тирләп-бешеп дүртенсе ҡатҡа менеп бара. Р. Кинйәбаев.
2. Шул ҡатырғаны һалып төшөргән һүрәт йәки яҙыу. □ Трафарет. / Трафаретный.
Сәскә трафарет. Трафарет яҙыу. ■ Вагондарҙың уң яҡтарына яҙылып ҡуйылған трафареттарға ҡарап, поездың Мәскәүҙән Силәбегә барыуын белеп була ине. Ә. Бикчәнтәев.
3. күсм. Эш-ҡылыҡта ҡабул ителеп нығынған өлгө; ҡалып. □ Трафарет. / Трафаретный. Трафаретҡа ҡоролған мәҡәлә. Трафарет алым. Трафарет һөйләм.
ТРАФИК (трафигы) [ингл. traffic] (Р: трафик; И.: traffic; T: trafik) и. инф.
Билдәле ваҡыт эсендә сервер аша тапшырылған мәғлүмәт күләме. □ Трафик. Интернет трафигы. Мәғлүмәт трафигы. Трафикты килобайтта үлсәү.
ТРАХЕЯ [гр tracheios ‘ҡурылдай’] (Р: трахея; И.: trachea; T: nefes borusu) и. анат.
Тын алыу аппараты ағзаһы; боғарлаҡ (лайла тиресәле кимерсәк торбанан тора; боғаҙҙан башлана һәм төп үпкә көпшәләренә башланғыс бирә). □ Трахея. / Трахейный. ■ Трахея инкубацияһы, хирургик төйөндәр бәйләү, виртуаль эндоскопия конкурсы, ашҡаҙанға йөй һалыу — был ҡатмарлы конкурстарҙың береһендә лә һынатмай беҙҙекеләр. «Йәшлек», 5 июнь 2010.
ТРАХОМА [гр. trachoma < trachys ‘ҡытыршылы’] (Р: трахома; И.: trakhoma; Т: trahom) и. мед.
Күҙ ҡабағы аҫтындағы лайлалы тиренең һәм мөгөҙ ҡатлауҙың йоғошло хроник ауырыуы. □ Трахома. / Трахоматозный. Трахоманан дарыу. Трахома йоҡтороу. Трахоманан дауалау клиникаһы. М Бер айлыҡ трахоманан дауалаусылар курсында уҡып сыҡҡас, ул [егет] Мәхмүт, Ҡалмаҡ, Мәсетле ауылдарында халыҡты трахоманан дауалай, ике йылдан Өфөгә килеп, медицина училищеһына уҡырға инә. «Башҡортостан ҡыҙы», № 2, 2008. Элек трахома тигән ауырыу булып, шул арҡала күптәр күҙҙән яҙған. Г. Ғиззәтуллина. [Ихата хужаһы] ғүмере буйы трахома ауырыуынан яфаланған күҙҙәрен тағы ла ҡыҫа төшөп, офоҡтан юғары күтәрелергә теләгән ҡояшҡа ҡараны. М. Ғиләжев.
ТРЕВОГА [рус.] (Р: тревога; И.: alarm, anxiety; T: endişe) и.
497