Академический словарь башкирского языка. Том VIII. Страница 498


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТРЕД-ЮНИОН
Ҡурҡыныс хәл һәм шуны хәбәр иткән сигнал. □ Тревога. Һауа тревогаһы. Тревога иғлан итеу. М Мортазин иртәгеһен иртә ук бригаданы тревога буйынса кутәрҙе лә станицанан ситкә алып китте. Р. Солтангәрәев. Тревога буйынса кутәрелгән час-тар араһында тәртипһеҙлек кенә тугел, ә ысын паника куҙәтелде. И. Ноғманов. Солтандың бөгөнгөләй хәтерендә: куҙгә төртһәң куренмәҫлек ҡараңғы бер төндә тревога иғлан иттеләр. Ә. Байрамов.
ТРЕД-ЮНИОН [ингл. trade union ‘профсоюз’] (Р.: тред-юнион; И.: trade union; T.: sendika) и.
Англиялағы һәм ҡайһы бер инглиз телле илдәрҙәге профсоюз. □ Тред-юнион. / Тред-юнионистский. Тред-юнион эшмәкәрлеге. Тред-юнион ойошмаһы. Инглиз теле дәресендә тред-юнион исемдәре менән таныштыҡ.
ТРЕД-ЮНИОНИЗМ [ингл. trade-unionism} (Р: тред-юнионизм; И.: trade-unionism; T: sendikal yapılanma) и.
Эшселәр хәрәкәтендә иҡтисади талаптар менән сикләнгән реформистик ағым. □ Тред-юнионизм. Радикал тред-юнионизм. Тред-юнионизм ағымы. Великобританияла-ғы тред-юнионизм.
ТРЕЙДЕР [ингл. trader ‘һатыусы’] (Р: трейдер; И.: trader; T: tacir) и.
Брокер фирмаһы хеҙмәткәре. □ Трейдер (участник биржевых торгов). Трейдер булып урынлашыу. Трейдер вакансияһы. Трей-дерҙың эш хаҡы.
ТРЕЙЛЕР [ингл. trailer < trail ‘һөрә-теү’] (Р: трейлер; И.: trailer; T: treyler) и.
1. Ауыр йөк ташыу өсөн тәғәйенләнгән машина таҡмаһы. □ Трейлер. Трейлер менән ташыу. Трейлерҙы бушатыу. Трейлерға тейәп оҙатыу. Трейлер тағыу.
2. Барлыҡ уңайлыҡтары булған күсмә өй рәүешендәге машина таҡмаһы. □ Трейлер. Трейлерҙа йоҡлау. Трейлер менән сәйәхәт итеу. Трейлерҙа йәшәу.
3. Теге йәки был фильм менән тамашасыларҙы таныштырыу өсөн Интернет селтәренә ҡуйылған ҙур булмаған реклама ролигы. □ Трейлер. Фильмдың трейлеры. Трейлер ҡарау. Ике минутлыҡ трейлер.
ТРЕК (трегы) [ингл. track ‘юл, эҙ’] (Р: трек; И.: track; T: yarış pisti) и.
1. Велосипед, мотоцикл ярыштары уҙғарыла торған урын. □ Трек. / Трековый. Мотоцикл трегы. Тректа кунекмәләр уткә-реу. Тректа ярыштар бара.
2. Көйтабаҡта, магнит таҫмала, компакт-дискыла һ.б. тауыш тулҡындары һыҙылған һыҙат. □ Трек. / Трековый. Трек тыңлау. Яңы трек. Оҡшаған тректың кусермәһен алыу.
ТРЕЛЬЯЖ [фр. treillage < лат. trichila ‘йәйге йәшеллек’] (Р: трельяж; И.: trellis; T: kafes) и.
1. Үҫемлектәр өсөн ҡуйылған йоҡа рәшәткә. □ Трельяж (решётка для вьющихся растений). / Трельяжный. Үрмә гөлдәр өсөн трельяж ҡуйыу. Оҙон уҫемлектәрҙе трельяж менән терәтеу.
2. Өс бүлекле көҙгө. □ Трельяж (трёхстворчатое зеркало). / Трельяжный. Şyp трельяж. Йоҡо булмәһенә трельяж ҡуйыу. ■ Ул [Гузәл] бында уҙенең иң яратҡан, хатта ысын куңелдән табынған мөхитендә — ҡиммәтле импорт мебелдәр менән йыһазландырылған йоҡо булмәһендә трельяж алдында баҫып төшкән. 3. Биишева. Нурҙидә, толомдарын артҡа ташлай-ташлай, трельяж алдына барҙы. Ә. Вәли.
ТРЕНАЖЁР [ингл. train ‘тәрбиәләү’] (Р: тренажёр; И.: simulator; body-builder; exerciser; T: treyner) и.
Күнекмәләр яһау өсөн ҡоролма. □ Тренажёр. / Тренажёрный. Тренажёр залы. Тренажёрҙа кунекмәләр эшләу. Космонав-тарҙың тренажёрҙарҙа кунегеуҙәре. ■ Комплекста, иркен спорт залынан тыш, заманса ҡорамалдар һәм инвентарь менән йыһазландырылған тренажёр залдары бар. «Йәшлек», 27 май 2010. Өйҙәренә яҡын ғына бассейнлы, тренажёр заллы балалар һәм уҫмерҙәр спорт мәктәбе асылыуы ғаилә өсөн шатлыҡлы ваҡиға була. «Башҡортостан ҡыҙы», № 1, 2010.
ТРЕНД [ингл. trend ‘йүнәлеш’] (Р: тренд; И.: trend; T: yönlence) и.
Сәйәсәттәге һәм йәмәғәтселек фекерендә, модала һ.б. статистик ысулдар ярҙамында
498