Академический словарь башкирского языка. Том VIII. Страница 499


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТРИАДА
асыҡланған өҫтөнлөклө йүнәлеш; тенденция. □ Тренд. Яңы тренд. Яҙ трендтары. Сәйәси тренд.
ТРЕНЕР [ингл. trainer < train ‘тәрбиәләү’] (Р.: тренер; И.: trainer; T.: antrenör) и.
Спорттың берәй төрө буйынса спортсмендарҙың әҙерләнеүенә етәкселек иткән белгес. □ Тренер. / Тренерский. Ғәҙел тренер. Баш тренер. Йөҙөу буйынса тренер. Команда тренеры. Баскетбол командаһының тренеры. ■ Башка бер кемде лә тугел, Әхмәтсафа Ҡотлогужин иптәште боҙ аҫтынан балыҡ ҡармаҡлау буйынса бөтә ҡала ярышына завод командаһының баш тренеры һәм капитаны итеп тәғәйенләнеләр. Д. Исламов. Шаян тәбиғәтле, йор һуҙле егетте иптәштәре, дуҫтары, тренерҙары һәр саҡ хөрмәт итте. Т. Ғарипова. Тренерҙың .. көр тауышлы командаһы яңғыраны. Р. Өмөтбаев.
ТРЕНИНГ [ингл. training < train ‘тәрбиәләү’] (Р: тренинг; И.: training; T: talim) и. ҡар. күнекмә.
Махсус күнекмәләр үтеү. □ Тренинг. / Тренинговый. Аутоген тренинг. Тренингыға яҙылыу. Тренинг уткәреу. Эшлекле һөйлә-шеу тренингы. ■ Юғары квалификациялы психологтарҙың лекциялары, сәләмәт йә-шәуҙе пропагандалаған, психологик әҙерлекте тикшереу буйынса тренингылар ҙа ифрат файҙалы. «Йәшлек», 18 май 2010.
ТРЕНИРОВКА [рус.] (Р.: тренировка; И.: training; T: antrenman) и. ҡар. күнекмә.
Берәй һәнәргә, оҫталыҡҡа (мәҫәлән, йө-ҙөугэ, йугереугә һ.б.) өйрәнеү өсөн үткәрелгән күнекмә. □ Тренировка. / Тренировочный. Бокс тренировкаһы. Тренировкаға йөрөу. Тренировка уткәреу. М Әлмира шуны ҡабатлап сыҡты ла, ҡалғандарын кискә, стадиондан ҡайтҡас, уҡырға ниәтләнеп, тренировкаға тороп йугерҙе. Р. Байбулатов. Тулҡынланыуҙан ул [Макар Михайлович] өҫтөндәге кук тренировка костюмын тартҡылап йунәтте лә сәйҙән бушаған стакандарҙы илтә китте. М. Садиҡова.
ТРЕПАНАЦИЯ [лат. trypanon ‘бырау’] (Р: трепанация; И.: trepanning; trephining; T: trepanasyon) и. мед.
һөйәк ҡыуышлығына тишеп үтеү операцияһы. □ Трепанация. Баш һөйәге тре-панацияһы. Умыртҡалыҡ трепанацияһы. Теш трепанацияһы.
ТРЕСКА [рус.] (Р: треска; И.: codfish; T: morina) и. зоол.
Төньяҡ диңгеҙҙәрҙә тотолған промысла балығы. □ Треска. / Тресковый. Треска консерваһы. Треска бауыры. Треска майы. ■ Ҡыҙыл, ҡара икра, треска бауыры, апельсин, лимон-фәлән тураһында һуҙ ҙә юҡ. Р. Солтангәрәев. Ҡапитандың көнө трескаға ҡалды. Ә. Хәкимов.
ТРЕСТ (тресы) [ингл. trust ‘ышаныс’] (Р: трест; И.: trust; T: tröst) и.
1. Бер тармаҡтағы бер нисә предприятие берекмәһе һәм шул берекмәнең үҙәкләшкән идаралығы. □ Трест. Төҙөлөш тресы. Ашхана тресы. ■ Механизацияланған кусмә колонна тресы уҙенең Таулыҡайҙағы участкаһын киләһе яҙға тиклем ҡалдырырға ҡарар ҡабул иткән. Д. Бүләков. Трест идаралығында уҙен тыңлаясаҡтарын белгәс, шаңҡығандай булды Ҡамил. Ғ. Хисамов.
2. иҡт. Ҙур табыш алыу өсөн бер идараға берләштерелеп, эш һәм сауҙа әлкәһендә, шулай уҡ йыш ҡына юридик яҡтан үҙаллылығын юғалтҡан предприятиелар монополияһы формаһы. □ Трест.
ТРЕТЕЙ СУДЫ (Р: третейский суд; И.: arbitration tribunal; T: hakem mahkemesi) и.
Дәғүәләшеүсе ике яҡтың үҙ-ара килешеүе буйынса һайланған өсөнсө яҡ. □ Третейский суд. Третей судына мөрәжәғәт итеу. Третей судының ҡарары. Третей судының хөкөмө.
ТРЕФ [фр. trefle ‘туҡранбаш’] (Р: треф; И.: clubs; T: sinekler) и. кәрт.
Уйын кәртенең ҡара тәре төшөрөлгән төрө. □ Треф. / Трефовый. Треф валеты. Треф етелек. Треф менән ҡаплау.
ТРИАДА [гр. trias ‘өсәү’] (Р: триада; И.: triad trine; T.: üçlü takım) и. кит.
1. Өс айырым киҫәктән, өлөштән торған берҙәмлек; өс таған. □ Триада. ■ Эпик хикәйәләуҙә шиғри триадаларға ҡоролған патетик стиль беҙгә билдәле XIX быуат
499