Академический словарь башкирского языка. Том VIII. Страница 503


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТРОЙКА
тейеш, шул сакта ғына дөйөм әҫәр була. Ә. Әминев.
ТРИТОН [гр. Triton ‘диңгеҙ тәңреһе’] (Р.: тритон; И.: newt; T.: semender) и.
1. зоол. Саламандрҙар ғаиләһенә ҡараған кеҫәрткегә оҡшаш ҡойроҡло ер-һыу йәнлеге. □ Тритон (лат. Triturus). Тараҡлы тритон. Карелин тритоны. Дунай тритоны.
2. астр. 1846 йылда астроном У. Лассел тарафынан асылған Нептун эйәрсене. □ Тритон (спутник Нептуна). Тритонда уртаса температура -235 °C. Тритонды өйрәнеү.
ТРИУМВИРАТ [лат. tres ‘өс’ + vir ‘ир’] (Р.: триумвират; И.: triarchy; triumvirate; T.: üç kişilik yönetim) u.
Берлектәге сәйәси эшмәкәрлек алып барыу өсөн өс кешенең килешеүе. □ Триумвират. Цесарь, Помпей һәм Красс триумвираты. Совет осоро триумвираттары. Зиновьев, Каменев һәм Сталин триумвираты.
ТРИУМФ [лат. triumphus ‘тантана’] (Р: триумф; И.: triumph; T: zafer) и.
1. тар. Боронғо Римда еңеп ҡайтҡан ғәскәрҙе һәм уның башлығын ҡаршылау тантанаһы. □ Триумф. Триумф менән ҡаршы алыу. Триумф үткәреү.
2. Ҙур уңыш; тантана. □ Триумф. Башҡорт театрының триумфы. Йырсының триумфы. Башҡорт атлыларының триумфы. М А. Холминовтың Всеволод Вишневский пьесаһы буйынса яҙылған «Оптимистик трагедия» исемле операһының ил сәхнәләрендә триумф ҡаҙанған сағы ине. М. Ямалетдинов.
ТРИУМФАЛЬ (Р.: триумфальный; И.: triumphal; T.: zafer) с.
1. Ҙур уңыш хөрмәтенә һәйкәл рәүешендә яһалған. □ Триумфальный. Триумфаль ҡапҡа. Триумфаль арка. ■ Тверь заставаһында Триумфаль ҡапҡаны тамаша ҡылдыҡ. М. Өмөтбаев.
2. Тантаналы, еңеүле. □ Триумфальный. Триумфаль ҡайтыу. Триумфаль марш. ■ Республика өсөн триумфаль йылда Рене Фазель Башҡортостандың был теләген хуплағайны. «Йәшлек», 27 май 2010. Йомабай Иҫәнбаевтың 1925, 1927 йылдарҙа
Европа ҡалаларындағы триумфаль сығыштары тураһында матбуғатта күп яҙылды. Р. Шәкүр.
ТРИУМФАТОР [лат. triumphator < triumphus ‘тантана’] (Р: триумфатор; И.: triumpher; T.: zafer kazanan) и.
1. Боронғо Римда һуғышта еңеп ҡайтҡан, тантаналы ҡаршы алынған ғәскәр башлығы. □ Триумфатор. Триумфаторҙы ҡаршы алыу. Триумфаторға һый-хөрмәт күрһәтеү.
2. Ҙур еңеүҙәргә, уңыштарға ирешеүсе кеше. □ Триумфатор. Олимпиада триумфаторы. Ярыш триумфаторы. М Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы Вәхит Әбдрәхимов Паралимпиада — 2010 триумфаторы Ирек Зарипов менән осрашты. «Йәшлек», 20 апрель 2010.
ТРИХОТОМИЯ [гр. tricha ‘өс өлөшкә’ + tome ‘бүлеү’] (Р: трихотомия; И.: trichotomy; T.: üçe bölünme) и.
Өскә бүленеү, өс өлөшкә бүленеү. □ Трихотомия. Тел — телмәр — текст трихо-томияһы. Медицинала трихотомия. Гегель трихотомияһы.
ТРОЙКА [рус.] (Р.: тройка; И.: troika; T.: Rusya’da kullanılan yan yana koşulmuş üç atlı kızak veya araba) u.
1. Бер арбаға йәки санаға ҡушлап егелгән өс ат. □ Тройка. Н Алда күн көймәле каретаға егелгән тройка елдерә. Ғ. Ибраһимов. Касандыр, әллә йөҙ йыл әүәл, ошо урам шәрәмәтенән, тройкала елдереп, губернатор уҙып киткән, имеш, тиҙәр. М. Кәрим. Дворяндар собраниеһының йорто алдында артлы саналарға егелгән тройкалар теҙелеп киткән. X. Мохтар. Тройка ла еккән берәү килә, трой-каһы ҡыйыш көймәле. Халыҡ йырынан.
2. Өс ат егелгән арба йәки сана. □ Тройка. ■ Йәнеш менән Емеш ҡыҙыҡһынып уның ҡайҙа барырын күҙәтергә лә өлгөрмәнеләр, был уйнап торған ос ҡара айғыр егелгән тройка уларҙың тәңгәленә килеп тә туҡтаны. 3. Биишева. Рамазан шәрифендә, сысҡан һыртлы ҡола аттарын тройкаға егеп, Еәлимйән хажиға Атнағол ауылынан Мөхәмәтшәриф ахун килеп төштө. Р. Өмөтбаев. Биктимерҙе ҡуш ҡыңғырау тағылған тройка менән килеп алалар. Әкиәттән.
503