Академический словарь башкирского языка. Том VIII. Страница 504


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТРОЛЛЕЙБУС
ТРОЛЛЕЙБУС [ингл. trolleybus < trolley ‘контактлы сым’ + bus ‘автобус’] (Р.: троллейбус; И.: trolleybus; T.: troleybüs) и.
Ҡалала кеше йөрөтә торған күп урынлы рельсһыҙ электр машинаһы. □ Троллейбус. / Троллейбусный. Троллейбус паркы. Троллейбус менән барыу. Троллейбусҡа ултырыу. М Умарта кәрәҙе кеуек ҡыҫыҡ фатирлы торлаҡ йорттарҙың тынсыу ҡосағынан теләр-теләмәҫ сығып, йоҡоһо туймаған, йонсоу ҡиәфәтле кешеләр автобус, троллейбус туҡталыштарына ашыға. Ә. Хәкимов. Тирә-яғы тулы кеше, ана трамвайҙар, троллейбустар йөрөй, йәйәулеләр ҡайҙалыр ашыға. Ғ. Хисамов. Иртән троллейбуста институтҡа китеп барғанда булды был хәл. М. Садиҡова.
ТРОЛЛЬ [швед. troll ‘ғифрит’] (Р.: тролль; И.: troll; T: mağaralarda veya tepelerde bulunduğu farzolunan dev veya cüce) и. миф.
1. Скандинавия мифологияһында яуыз йән, кеше ҡиәфәтендәге иблис. □ Тролль. Тролль тауҙа йәшәй. Тролдәр көн яҡтыһынан ҡурҡа. Тролль — мифик зат.
2. кусм. Интернет ҡулланыусылар араһында талаш, ыҙғыш тыуҙырыуға йүнәлтелгән төрлө провокацион темалар һәм комментарийҙар яҙыу менән булашҡан кеше. □ Тролль. Чатта тролдәр кубәйеп китеу. Тролдәр ҡотҡоһона бирелмәу.
ТРОМБ [гр. thrombos ‘ойош’] (Р: тромб; И.: clot of blood; T: trombüs) и. мед.
Ҡан тамырындағы ойошҡан төйөр. □ Тромб. Аҡ тромб. Үт тромбы. Шеш тромбы. Токсик тромб. Тамырҙарҙа тромб барлыҡҡа килеуе. ■ Был матдә [аллицин] тромб һәм холестерин төйөрҙәре барлыҡҡа килеугә ҡамасаулай. «Йәшлек», 5 апрель 2013.
ТРОМБОЗ [гр. thrombos ‘ойошоу’] (Р: тромбоз; И.: trombosis; T: tromboz) и. мед.
Ҡан тамыры буйында ҡан ойошоуы. □ Тромбоз. Тамырҙар тромбозы. Көп эсендәге тромбоз. Тығынлы тромбоз. Париеталь тромбоз. Тромбоз профилактикаһы.
ТРОМБОН [ит. trombone ‘торба’] (Р: тромбон; И.: trombone; T: trombon) и. муз.
Дуғаһы оҙайтып һуҙылмалы тынлы музыка ҡоралы. □ Тромбон. Тромбонда уйнау.
■ Ноталар бутала, скрипканы тромбон боҙа. Ғ. Хисамов. Ул [Желедко] байтаҡ тынлы инструменттарҙа уйнаны, әммә айырыуса тромбонды ярата ине. И. Абдуллин.
ТРОМБОФЛЕБИТ [гр. thrombos ‘ҡан ҡуйырығы’ + phleps ‘ҡан тамыры’] (Р: тромбофлебит; И.: thrombophlebitis; T: damar tıkanıklığı) и. мед.
Ҡан тамырҙарының тромбтар барлыҡҡа килеп шешеүе. □ Тромбофлебит. Тромбофлебит симптомдары. Тромбофлебиттан дауалау. Тромбофлебит йонсотоу.
ТРОМБОЦИТ [гр. thrombos ‘ҡан ҡуйырығы’ + kytos ‘күҙәнәк’] (Р: тромбоцит; И.: blood disk; T: trombosit) и. мед.
Ҡандың иң ваҡ күҙәнәге (ҡандың ойо-шоуында актив роль уйнай). □ Тромбоцит. Тромбоцит нормаһы. Тромбоцит төшкән.
ТРОН [рус.] и. ҡар. тәхет. Тронда ултырыу. Трондан төшөрөу. Алтын трон.
ТРОП (тробы) [гр. tropos ‘боролош’] (Р: троп; И.: trope; T: kinaye) и. әҙ.
Күсмә мәғәнәлә ҡулланылған һүҙ йәки телмәр сараһы. □ Троп. Троп ҡулланыу. Метонимия менән метафора — троптың төп төрҙәре.
ТРОПИК I (тропигы) [гр. tropikos ‘боролоу’] (Р: тропик; И.: tropic; T: dönence) и.
1. Ер шары өҫтөндә экваторға параллель һәм унан төньяҡҡа йәки көньяҡҡа табан 23° 27' алыҫлыҡта торған ике уйҙырма түңәрәктең береһе (шул һыҙыҡтар араһында йылына ике тапҡыр ҡояш зенитта була).
□ Тропик. Ҡыҫала тропигы. Кәзәмөгөҙ тропигы.
2. Ер шарының экваторҙы ике яҡлап шул түңәрәктәр араһында ятҡан эҫе бүлкәте. □ Тропик. Төньяҡ тропик. Көньяҡ тропик.
ТРОПИК II (Р: тропический; И.: tropical; T: dönence) с.
1. Экватор тирәләп ятҡан эҫе әлкәләге.
□ Тропический. Тропик уҫемлек. Тропик урмандар. ■ Баҡсасылар әйтеуенсә, тропик уҫемлектең был төрө уҙ «ғумерендә» тик бер тапҡыр ғына сәскә ата ла, емеш биргәс, һулый. «Йәшлек», 17 апрель 2010. Шау сәскәгә һәм тропик уҫемлектәргә төрөлгән, һалҡын елдәрҙән һаҡлаусы тауҙар итәгенә
504