Академический словарь башкирского языка. Том VIII. Страница 505


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТРУБАЧ
һыйына төшөп ултырған Гагра ҡалаһының матур урамдары буйлап тамаша ҡылып бер аҙ йөрөгәс тә, беренсе көнгә етер, тип, санаторийға ҡабат әйләнеп ҡайттым һәм диңгеҙ буйына һыу ҡойонорға киттем. Р. Ханнанов.
2. Шул эҫе әлкәгә хас. □ Тропический. Тропик ауырыуҙар. Тропик ямғыр. Тропик климат. ■ Ваҡыт үтеү менән, «классик ампир», «тропик модерн» стилендә биналар төҙөлә. «Йәшлек», 17 апрель 2010.
ТРОПИК ЙЫЛ (Р.: тропический год; И.: tropical year; T: dönencel yıl) и. астр.
Яҙғы көн менән төндөң тигеҙлеге аша ҡояштың ике тапҡыр үтеүе араһындағы ваҡыт. □ Тропический год. ■ Мосолман календары йылы тропик йылдан 11 тәүлеккә ҡыҫҡараҡ. «Башҡорт энциклопедияһы»нан.
ТРОПОСФЕРА [гр. trope ‘боролош, үҙгәреш’ + sphaira ‘шар, сфера’] (Р: тропосфера; И.: troposhere; T: troposfer) и.
Атмосфераның Ер өҫтөнән стратосфераға тиклем булған түбәнге ҡатлауы. □ Тропосфера. / Тропосферный. Тропосфераға күтәрелеү. Тропосфераның бейеклеге 10 километрға тиклем. Тропосферала барлыҡ атмосфераның 80%-ҡа яҡын массаһы тупланған.
ТРОС [гол. tros ‘бау’] (Р: трос; И.: rope, cable hawser; cord; T: halat) и.
Сүс йәки һығылмалы ҡорос арҡан. □ Трос. Буксир тросы. Ҡорос трос. Трос менән һөйрәтеү. Н Асыулы шофёр егет кабинаһынан атылып сыҡты ла тросты ысҡындырҙы, кире менеп ултырып, шажлатып газ бирҙе. Ә. Әминев. Арыҫланбәктең тросы ике мәртәбә өҙөлдө. Р. Низамов. Сатлама һыуыҡтан экскаваторҙың тростары серек арҡан кеүек өҙөлдө, ел-дауылдар ҡайһы бер автокрандарҙы ауҙарҙы, электр сымдарын өҙҙө. Й. Мостафин.
ТРОТУАР [фр. trottoir < trotter ‘йөрөү’] (Р: тротуар; И.: sidewalk, pavement; T: yaya kaldırım) и.
Урамдың ике яғындағы кеше йәйәү йөрөй торған юл. □ Тротуар. / Тротуарный. Тротуарҙан барыу. Тротуарҙан атлау. Тротуар һалыу. ■ Улар [Сөнәғәт менән Хәби
булла], тротуарҙан ҡаршы килеүсе, башына ҡыҙыл фәс кейгән бер кешене туҡтатып, ҡуналҡа урыны һораштылар. Ж. Кейекбаев. Ҡайырылған ҡулдар кеүек ята тротуарҙар тулып йәш ботаҡ. Р. Бикбаев. Эшләпәле ир менән ҡупшы кейенгән ҡатын тротуар буйлап атлай, алсаҡ йөҙлө, картиналарҙасы фәрештә кеүек ҡыҙ бала әсәһенә сәскә шәлкеме һуҙа. Т. Ғарипова. Юлдар ялтырап ята, тротуарҙар асфальт менән ҡапланған, һәр ҡайҙа — сәскә, йәшел газон, ваҡ ҡына ҡыуаҡтар. Ә. Әминев. Иртәнсәк бик иретеп бармай, тайғаҡ, шул арҡала тротуарҙан барыуы ҡыйын. Ф. Аҡбулатова.
ТРОФЕЙ [гр. tropaion ‘дошмандарҙы ҡасырға мәжбүр итеү’] (Р: трофей; И.: trophy; T: ganimet) и. ҡар. ғәнимәт 1.
Һуғышта еңеп, дошмандан тартып алынған төрлө ҡорал һәм хәрби мөлкәт. □ Трофей. Трофей ҡорал. Трофей алыу. К Рамазан пулемётты, биштәрле ауыр тоҡсайҙы, Федотов Нефёдычтың трофей мылтығын аҫып, урман шауына ҡолаҡ һала-һала күп тә барманылар, сыртлап ботаҡ һынғаны ишетелде, юлдарын бүлеп, ниндәйҙер ҡарасҡы яй ғына үтеп китте. Ә. Хәкимов. Уларҙы [дошмандың ике һалдатын] трофейҙар тейәлгән һуғыш ҡорамалдары, техникалары менән бергә алып киләләр. Я. Хамматов. Бер нисә минуттан мотор тауышы ишетелде һәм оҙаҡламай шлагбаум эргәһенә трофей мотоцикл килеп туҡтаны. А. Мағазов.
ТРУБАДУР [фр. troubadour < прованс. trobador < trobar ‘табыу, уйлап сығарыу’] (Р: трубадур; И.: troubadour; T: trubadur) и.
1. тар. Урта быуат Көньяҡ Франция -һында илгиҙәр йырсы-шағир. □ Трубадур. Трубадурҙар шиғриәте. Трубадурҙар ижады. Трубадурҙар йыйынтығы. Урта быуат тру-бадурҙары.
2. күсм. Нимәнелер бик ныҡ маҡтаусы, уға дан йырлаусы кеше. □ Трубадур. Ватанды данлаған трубадур. Матурлыҡҡа таң ҡалған трубадур.
ТРУБАЧ [рус.] (Р: трубач; И.: trumpeter; T: trompetçi) и. ҡар. һорнайсы.
Торбала уйнаусы. □ Трубач. Оркестрҙағы трубач. ■ Трубачтар һуҙып-һуҙып ҡыс
505